Zdob și Zdub
Уҡыу көйләүҙәре
Zdob și Zdub | |
Коллектив тураһында мәғлүмәт | |
---|---|
Жанр |
фолк-рок, фолк-панк, рэпкор, ска-панк, хардкор-панк, джипси-панк |
Йылдар |
1994 — хәҙерге ваҡыт |
Ил | |
Ҡала | |
Язык песен | |
Состав |
Роман Ягупов |
zdob-si-zdub.com |
«Zdob şi Zdub» (Здоб ши Здуб) — 1994 йылда барлыҡҡа килгән молдаван рок-төркөмө.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Zdob și Zdub» төркөмө 1994 йылда Страшены ҡалаһында ойошторола. «Здоб ши Здуб» һүҙбәйләнеше молдаван телендә барабанға һуҡҡандан һуң барлыҡҡа килгән тауышты аңлата.
- 1994 йылдың ноябрь айында беренсе демо яҙҙырыла һәм төркөм Мәскәүҙә «Йөҙөргә өйрәнегеҙ — 2» фестиваленә һайлап алыу этабын үтә. Нәҡ шунда беренсе мәртәбә «Zdob și Zdub» исеме аҫтында сығыш яһай.
- 1996 йылдың июлендә «Zdob și Zdub» «Йөҙөргә өйрәнегеҙ — 2» фестивалендә ҡатнаша, унда улар «Rage Against the Machine» төркөмөнә ярҙам итеп сығыш яһай. Фестиваль өсөн артабан хит булып киткән һәм төркөмгә билдәлелек алып килгән «Hardcore Moldovenesc» йыры яҙҙырыла.
- 1996 йылда «Zdob și Zdub» төркөмө «FeeLee» яҙҙыртыусы фирма менән контракт төҙә һәм «Hardcore Moldovenesc» исемле беренсе альбомын яҙҙырта.
- 1999 йылдың май айында «Tabăra Noastră» исеме аҫтында икенсе альбомдары донъя күрә.
- 2000 йылдың октябрь айында «Zdob și Zdub» Виктор Цойҙың «КИНОпробы» трибьютында ҡатнашыу өсөн «Төн күрҙек» йырының кавер-версияһын яҙҙырала. Йыр йыл дауамында хит-парадтарҙа бересе урындарҙы биләп, бөтә БДС киңлегендә хит булып китә. Ошо йыр эстәлегендә булған «КИНОпробы» альбомының миллион ярым данаһы һатыла. «Zdob și Zdub» төркөмө бик күп гастролдәрҙә була һәм һөҙөмтәлә улар «Fuzz» Питер журналы тарафынан Рәсәйҙә 2000 йылда иң яҡшы live-төркөмө тип таныла[1].
- 2001 йылдың 12 октябрендә Мәскәүҙә "Б-2"клубында «Agroromantica» альбомының презентацияһы үтте.
- 2003 йылда 24 ноябрендә «450 һарыҡ» исемле сираттағы альбомдары донъя күрҙе.
- 2004 йылдың июлендә «450 һарыҡ» альбомы World Music Chart Europe чартында 12 урынға сыҡты.
- 2004 йылдың октябрендә — төркөм үҙ студияһында төркөмдөң ун йыллығына бағышланған яңы альбомды яҙҙырыу өҫтөндә эшләй. Альбомға 10 йыл дауамында ижад ителгән 10 иң йырҙар һәм шулай уҡ 5 бөтөнләй яңы трек инә.
- 2005 йылдың яҙында төркөм «Евровидение» йыр конкурсында «Bunica Bate Doba» йыры менән Молдавия исеменән сығыш яһай һәм 6-сы урын ала.
- 2009 йылда декабрендә «Zdob și Zdub» төркөмө «Машина времени» төркөмөнөң 40-йыллығына арналған «Машинопись» трибьют-альбомы өсөн «Телега» йырын яҙҙыра.
- 2011 йылдың 26-сы февралендә «Евровидение» йыр конкурсында Молдавия исеменән «So Lucky» йыры менән сығыш яһау өсөн хоҡуҡ ала. Композиция финалға үтә һәм унда 97 балл менән ун икенсе урын биләй.
- 2013 йылдың 18 декабрендә төркөм беренсе мәртәбә симфоник оркестр менән берлектә сығыш яһай. Концерт Молдова Республикаһының Милли һарайында үтә, һирәк башҡарылған балладалар, романтик йырҙар, шулай уҡ яңы йырҙар концертта тәҡдим ителде. Оркестр менән Марк Осельский дирижерлыҡ итте[2][3].
Төркөм составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Роман Ягупов (молд. Roman Iagupov, 13.09.1973) — вокал, флейта, окарина, халыҡ инструменттары, 1994
- Михай Гынку (молд. Mihai Gîncu, 5.03.1975) — 1994 йылдан алып бас-гитара, бэк-вокал
- Андрей Чеботарь (молд. Andrei Cebotari) — ҡаҡҡыс ҡорамалдар, 2000—2003, 2010
- Виктор Дандеш (молд. Victor Dandeș, 03.04.1972) — тромбон, халыҡ инструменттары (флуер, кавал, тилинка, аккордеон һ. б.), 2000
- Валерио Мазылу (молд. Valeriu Mazîlu, 12.09.1978) — торба, чимпой, бэк-вокал, 2002
- Святослав Старуш (молд. Sveatoslav Staruș) — гитара, бэк-вокал, 1996—2004, 2010
Дискография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альбомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1997 — Hardcore Moldovenesc / FeeLee Records
- 1999 — Tabăra Noastră
- 2000 — Remixs
- 2001 — Agroromantica / CD Land Records
- 2002 — От харdкора до романтики
- 2003 — 450 de oi
- 2006 — Ethnomecanica
- 2010 — Белое вино/Красное вино
- 2012 — Basta Mafia!
- 2015 — 20 de Veri[4]
Синглдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2005 — Boonika Bate Doba
Видеоклиптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Биография «Zdob si Zdub» // megalyrics.ru
- ↑ Группа Zdob şi Zdub дала концерт с симфоническим оркестром (19 декабрь 2013). 19 декабрь 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ Никита Зверев. «Здубы» и симфонический оркестр? Это что-то новенькое! (11 декабрь 2013). 19 декабрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Официальный сайт . 2011 йыл 8 август архивланған.
- ↑ Официальный клип на песню "Moldovenii s-au născut@ .
- ↑ Официальный клип на песню "Om cu inima de lemn" .
- ↑ Официальный клип на песню "Sunt hoinar, sunt lautar" .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт 2008 йыл 14 май архивланған. (рус.) (рум.) (инг.)
- Официальная страница Zdob și Zdub в социальной сети Facebook
- — Zdob și Zdub «Тере Журналда»
- Ҡалып:Youtube.com
- Ҡалып:Myspace
- Zdob și Zdub Twitter сайтта
- Алекс Гаина: День Европы в Молдове
- Рецензия Zdob Si Zdub — «Белое вино/Красное вино» Дмитрий Прочухан
- Цыгане-Инопланетяне в Питере 2012 йыл 27 октябрь архивланған.
Алдан килеүсе: — |
' Молдавия Евровидение 2005 йыр конкурсында |
Һуңынан килеүсе: Арсениум & Наталья Гордиенко |
Алдан килеүсе: Sunstroke Project & Olia Tira |
' Молдавия Евровидение 2011 йыр конкурсында |
Һуңынан килеүсе: Паша Парфений |