Кишер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кишер
Кишер
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Daucus carota subsp. sativus (Hoffm.) Arcang.

Синонимдар
Daucus carota var. boissieri Schweinf.

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  446682
Daucus carota subsp. maximus

Кишер (рус. Морковь посевная, лат. Daucus carota subsp. sativus) — ике йыллыҡ үлән үҫемлек; йәшелсә. Июнь-июль айҙарында аҡ сәскә ата, август-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.

Кишерҙең тыуған яғы Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан илдәр. Бөтә донъяла кишер сәсеп үҫтерелә.

Шифалы кишер һуты

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике йыллыҡ үлән үҫемлек, тамыры итләс, япраҡтары ныҡ киртләсле һәм бүлемле.

Сәскәләре — ваҡ, аҡ, һары йәки ҡыҙғылт тажлы.

Емеше — ваҡ, оҙонлоғо 3-5 мм эллипс рәүешле, икешәр ҡушарлы.

Үҫтереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кишер төҫтәре

Дүрт мең йыл буйына культурала ҡулланыла[1], хәҙерге ваҡытта төрҙәре һәм культиварҙары (сорт) бик күп.

Тәүге булып кишерҙе Афғанстанда үҫтерә башлағандар, унда әлегә тиклем кишерҙең бик күп төрлө төрҙәре үҫә. Яҡын төрө - ҡырағай кишер, йәғни, ҡуян тубығы: сәсеү кишерен унан селекция юлы менән сығарғандар.

Башта кишерҙе тамыры өсөн түгел, ә орлоҡтары һәм хуш еҫле япраҡтары өсөн үҫтергәндәр. Тәүге тапҡыр тамыры ризыҡҡа ҡулланғаны б.э. I быуатындағы сығанаҡтарҙа телгә алына.[2]

Кишер һәм турнепс етештереү. 2005. Йәшел билдә — Ҡытай; һары — башҡа эре етештереүселәр; ҡыҙыл — әҙ булмаған етештереүселәр

Кишер донъялағы иҡтисади яҡтан иң мөһим йәшелсә культуралары араһында. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2011 йылда 35658 миллион тонна кишер һәм шалҡан етештерелгән, дөйөм майҙаны 1,184,000 гектарҙа (2,926,000 гектар) .1

Кишерҙе күпләп етештереүселәр (млн тонна)
Илдә 2016 йыл
Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 20,5
Үзбәкстан Үзбәкстан 2,3
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 1,8
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 1,4
Украина Украина 0,9
Польша Польша 0,8
Бөйөк Британия Бөйөк Британия 0,8
Бөтә донъя 42,7

Файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кишер уңышы картуф менән сағыштырғанда бик юғары була (20-80)т/га[3]

Кишерҙе ҡыш дауамында дымлы һалҡынса урында йә бер нисә ай дауамында һыуытҡысҡа һаҡларға мөмкин. Оҙаҡ һаҡлау өсөн, йыуылмаған кишерҙе ҡомға, йә 50/50 юнысҡы, бысҡы вағы менән ҡом ҡатнашмаһына һалып һаҡлап була. Тәҡдим ителгән температура диапазоны (0-5)°С.

Каротин буйынса кишер татлы боростан ғына ҡалыша[4].

халыҡ медицинаһында

Халыҡ медицинаһында эс йомшартыу, глистарҙы ҡыуыу, шулай уҡ радиоактив матдәләрҙе организмдан сығарыу сараһы булараҡ ҡулланыла[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. По данным книги «Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения» (см. раздел Литература).
  2. Кишер: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL)
  3. Сорта и гибриды Моркови 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  4. 4,0 4,1 Донцов В. В., Донцов И. В. Лекарственные растения и продукты пчеловодства: Целебные свойства лекарственных трав и мёда. — Нижний Новгород: Флокс, 1992. — 352 с. — ISSN 5-87198-012-0

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Морковь// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 16-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Дудченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения: Справочник / Отв. ред. К. М. Сытник. — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0.
  • Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]