Абелев Гарри Израйлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гарри Израйлевич Абелев
Тыуған көнө

10 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Вафат көнө

23 декабрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (85 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү, Рәсәй

Ғилми даирәһе

иммунология, онкология

Эшләгән урыны

МДУ Биология факультеты

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты (1950)

Ғилми исеме

профессор,
СССР ФА мөхбир ағзаһы (1987)
РФА академигы (2000)

Ниндәй өлкәлә танылған

шеш менән эмбриональ белок (фотопротеин) синтезын асыусы

Награда һәм премиялары
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
СССР Дәүләт премияһы — 1978 Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998) «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе (СССР)

Абелев Гарри Израйлевич (10 ғинуар 1928 йыл, Мәскәү — 23 декабрь 2013 йыл, шунда уҡ[1]) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-биохимигы, иммунология һәм онкология өлкәһендә белгес. Рәсәй фәндәр академияһы академигы (2000), 1987 йылдан СССР фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Га́рри Изра́йлевич А́белев 1928 йылдың 10 ғинуарында Мәскәү ҡалаһында донъяға тыуа. 19451950 йылдарҙа М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында үҫемлектәр биохимияһы буйынса биология һәм тупраҡ ғилеме факультетында уҡый һәм уңышлы тамамлай.

1950—1977 йылдарҙа Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология институтында эшләй. 1963 йылда Гарри Абелев төркөмө, шештең үҙенсәлекле антигендар табып тырышҡанда, бауырҙа шеш клеткалары яһаған серле фактор — альфа-фетопротеинды асалар.

19642006 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының биология факультетында уҡыта.

1977 йылдан алып Онкология ғилми үҙәгендә иммунохимия лабораторияһының мөдире булып эшләй.

1967 йылда биология фәндәре докторы һәм профессор исемдәренә лайыҡ була.

1955 йылда Гарри Абелев «Шеш туҡымаһының ҡайһы бер фракциялар өйрәнеү» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1963 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ул 22 фәндәр кандидаты һәм 4 фәндәр докторы әҙерләй.

1962 йылда Гарри Абелев етәкселегендә шештәр менән эбриональ белок (фотопротеин) синтезы асыла[2]. Шулаҡ онкологияла иммунодиагностика теоретик нигеҙҙәрен төҙөүҙә тикшеренеүҙәр үткәрә.

1987 йылдың 23 декабендә Советтар Союзы фәндәр академияһының биохимия, биофизика һәм физиологик автив берләшмәләр химияһы (иммунология) бүлексәһе буйынса мөхбир ағзаһы булып һайлана.

2000 йылдың 26 май көнөнән алып Гарри Израйлевич физика һәм химия биология бүлексәһе буйынса Рәсәй фәндәр академияһының академигы була.

Иммунологтарҙың халыҡ-ара ассоциацияһы һәм шеште өйрәнеүсе Европа ассоцияцаһы почётлы ағзаһы. Шулай уҡ Гарри Абелев теоретик һәм эксперименталь онкология буйынса эксперттар советының рәйесе, шеш һәм эмбриональ биологияһының һәм медицинаһының халыҡ-ара ойошмаһында идара ағзаһы һәм Халыҡ-ара ғилми фондының Рәсәй күҙәтеү советы ағзаһы була.

1990 йылда Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының ағзаһы исеменә лайыҡ була, Нью-Йорк фәндәр академияһы ағзаһы[3].

2007 йылдың июлендә Рәсәй Федерацияһы президенты В. В. Путинға билдәле «Ун академик хатына» үҙенең ҡултамғаһын ҡуя.

Гарри Абелевҡа яҡын булған А. В. Гудков иҫтәлектәре буйынса: «Кәмһетеүҙәрҙең һәм ҡыуыуҙарҙың иң ауыр ваҡыттарында ла Гарри үҙенең күсеп китеүе тураһында бер ниндәй мөмкинселеккә лә юл ҡуймаҫ, тип һөйлән ине»[4].

2013 йылда оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була[5]. Мәскәүҙә Востряково зыяратында ерләнә.

Төп эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вирусология һәм шеш иммунологияһы. Мәскәү, 1962 (Л. А. Зильбер менән бергә);
  • Шеш иммунохимияһында йыл. Мәскәү, 2001.
  • Шешеүҙең үҫеүе һәм дифференциация механизмдары, Биохимия, 2000, т. 65, сығ. 1, 127-138 б.;
  • Фәнни тормоштоң очерктары. Мәскәү, Научный мир. 504 б. 2007;
  • «Шеш тәбиғәтен аңлау юлында», Биохимия, 2008, т. 73, сығ. 5, 605–618 б. (Т. Л. Эрайзер менән бергә).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР дәүләт премияһының лауреаты (1978).
  • Халыҡ-ара шеш маркерҙары академияһы миҙалы.
  • Халыҡ-ара шеш-эмбриональ биология һәм медицина ойошмаһының Абботов премияһы лауреаты.
  • Вильям Коли премияһы лауреаты (1975).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)[6].
  • II дәрәжәлә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2002)[7].
  • Шештең белок-маркерҙарын табыуының фундаменталь нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн «Медицинаны үҫтереүгә фундаменталь ғилем һәм медицинаға ҡарамаған һөнәрҙәр вәкилдәре индергән өлөш өсөн» номинацияһында «Призвание» милли премияһы лауреаты[8].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Атаһы — Израиль Ефимович Абелев (1891—1956), әсәһе — Евгения Самойловна Горфинкель; өлкән ағаһы — Самуил Израилевич Абелев (1924—1943), Синявино ҡалҡыулыҡтарында барған яуҙа һәләк була.
  • Ҡатыны — генетик Эльфрида-Леокадия Адольфовна Абелева (ҡыҙ фамилияһы Цибарт, 1923—1996), Н. К. Кольцов исемендәге үҫешеү биологияһы институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, шуның атаһы — инженер һәм Бауман исемендәге МДТУ ректоры Адольф Цибарт.
    • Улы — геодезист Евгений Гарриевич Абелев (1950 тыуған),
    • Улы — архитектор һәм әҙәбиәтсе Александр Гарриевич Абелев (1954 тыуған), Александр Круглов псевдонимы аҫтында яҙа.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]