Азат Кәшмир

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азат Кашмир битенән йүнәлтелде)
Азат Кәшмир
урду آزاد کشمیر
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 24 октябрь 1947
Рәсем
Рәсми атамаһы آزاد جموں و کشمیر
Атамаһы آزاد کشمیر
Рәсми тел Урду теле һәм инглизсә
Дәүләт  Пакистан
Дәүләт
Административ үҙәк Музаффарабад[d]
Административ-территориаль берәмек Һиндостан
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Территорияға дәғүә итәләр Һиндостан
Геомәғлүмәттәр Data:Pakistan/Azad Kashmir.map
Дәүләт башлығы вазифаһы Президент Азад-Кашмира[d]
Дәүләт башлығы Sardar Muhammad Yaqoob Khan[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы премьер-министр Азад Кашмира[d]
Хөкүмәт башлығы Chaudhry Abdul Majeed[d]
Башҡарма власть Azad Jammu and Kashmir Council[d]
Закондар сығарыу органы Azad Jammu & Kashmir Legislative Assembly[d]
Халыҡ һаны 4 567 982 кеше (2008)
Административ рәүештә бүленә Mirpur Division[d], Музаффарабад[d] һәм Poonch Division[d]
Сиктәш Хайбер-Пахтунхва[d]
Ҡулланылған тел шина[d], Kundal Shahi[d], кашмирский язык[d], Pothohari[d], хиндко[d] һәм Урду теле
Майҙан 13 297 ± 1 км²
Рәсми сайт ajk.gov.pk
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Тема иҡтисады economy of Azad Kashmir[d]
Карта
 Азат Кәшмир Викимилектә

Азат Джамму һәм Кәшмир (урду آزاد جموں و کشمیر; ҡыҫҡаса — Азат  Кәшмир) — элекке Кәшмир кенәзлегенең пакистандар тарафынан идара ителгән өлөшө сиктәрендәге иң көньяҡ административ берәмек.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Де-факто  Пакистандың өлөшө булып тора, рәсми рәүештә  Пакистан тарафынан үҙ хөкүмәте булған үҙ-үҙенә идара итеүсе  территория тип һанала[1]. Көнсығыштан — хәҙерге Һиндостан штаты Джамму һәм Кәшмир[2], көнбайыштан — Пакистандың Хайбер-Пахтунхва,  төньяҡтан — Гилгит-Балтистан һәм көньяҡтан Пәнджәб провинциялары менән сиктәш. Административ үҙәге —  Мозаффарабад ҡалаһы. Азат Кәшмирҙың  территорияһы — 11 639 км² , халҡы — яҡынса  4,5 млн кеше.

State symbols of Azad Jammu and Kashmir
State animal
State bird
State tree
State flower
State sport

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азат Кәшмир   1947 йылдың октябрендә Кәшмир халҡы яратмаған  махараджа Хари Сингхҡа ҡаршылыҡ  күрһәтеү билдәһе булараҡ иғлан ителә. Беренсе Һиндостан-Пакистан һуғышынан һуң  бөгөн ғәмәлдә булған сиктәр урынлаша, улар бары тик  Кәшмир һәм Джамму географик төбәктәренең көнбайыш өлөштәрен генә  солғай (йәғни төп  Сринагар һәм Джамму ҡалалары Һиндостанда тороп ҡала).

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы резолюцияларына ярашлы,  Кәшмирҙең статсусы   плебисцит йәки референдум юлы менән билдәләнергә тейеш; әммә референдум үткәреүҙән Һиндостан баш тарта һәм урындағы советтың Һиндостан составында булыуға ризалыҡ биреүен плебисцитты алмаштыра тип аңлата.  Ысын плебисцит үткәрелмәйенсә тороп,   Азат Кәшмир ғәмәлдә Пакистандың  провинцияһы булып ҡалыуын дауам итә. Формаль йәһәттән  Азат Кәшмир Һиндостандың  Джамму һәм  Кәшмир штатынан айырылмай, ә ирекле Джамму һәм Кәшмир штаты ваҡытлыса күренеш тип баһалана, ул бөтә территория Пакистан составына күскәнгә тиклем генә  йәшәй (аналогия — Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһындағы Азат зона).  1950 йылдың сентябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының махсус вәкиле сэр Оуэн Диксон Джамму менән Кәшмирҙе дини билдә буйынса бүлергә тәҡдим итә, әммә тәҡдимде Пакистан да, Һиндостан да кире ҡаға[3].

Округтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азат Джамму һәм Кәшмир территорияларына өс төбәк инә, улар  ун округҡа бүленә:

Округ Төбәк Адм. үҙәк Майҙан,
км²[4]
Халыҡ һаны, кеше
(2009, баһа)
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
1 Бхимбер Мирпур Бхимбер 1516 401 000 265
2 Котли Мирпур Котли 1862 746 000 401
3 Мирпур Мирпур Мирпур 1010 419 000 415
4 Мозаффарабад Мозаффарабад Мозаффарабад 1642 615 000 375
5 Хаттиан Мозаффарабад Хаттиан-Бала 854 225 000 263
6 Нилум Мозаффарабад Атхмукам 3621 171 000 47
7 Пунч Пунч Равалакот 855 524 000 613
8 Хавели Пунч Форвард-Кахута 598 138 000 231
9 Багх Пунч Багх 770 351 000 456
10 Судхнати Пунч Паландри 569 278 000 489
Всего 13 297 3 868 000 291

Иҡтисады [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азат Кәшмирҙә Пакистандың ҡеүәте буйынса өсөнсө урында торған гидроэлектр станцияһы  —  Мангла дамбаһы урынлашҡан.

Өҫтәмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 йылдың 8 октябрендә Азат Кәшмирҙә Рихтер иҫәп шкалаһы буйынса 7,6 баллы ер тетрәү була. Ер Азат Кәшмирҙең үзәге Мозаффарабад ҡалаһы эргәһендә тетрәй һәм әллә ни тәрәндә булмай. Ябай ҡоролмалар ҙур зыян күрә. Фараз итеүҙәр буйынса, 200 меңләп кеше һәләк була. Азат Кәшмирҙың административ үҙәге булған Мозаффарабад ҡалаһы 80 процентҡа тиклем емерелә. Кәшмирҙәге ер тетрәү Көньяҡ Азияла һуңғы 100 йыл эсендә булған иң һәләкәтле ер тетрәү тип һанала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Azad-Kashmir 2014 йыл 8 август архивланған. Encyclopædia Britannica
  2. Индия считает территорию Азад Кашмира частью своего штата Джамму и Кашмир
  3. Kashmir Between India and Pakistan 2012 йыл 3 февраль архивланған.
  4. Government of Azad Jammu and Kashmir (инг.)(англ.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]