Азия финанс кризисы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азия кризисының географияһы

1997—1998 йылдарҙағы Азия финанс кризисы — Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы иҡтисади көрсөк, 1997 йылдың июлендә башланып, 1990-сы йылдар аҙағында донъя иҡтисады өсөн етди тетрәнеү була. Уның төп сәбәбе — «Азия юлбарыҫтарының» үтә йылдам үҫеүе, сөнки ошо арҡала был илдәргә капитал ағымы көсәйә, дәүләт һәм корпоратив бурыс арта, иҡтисад үтә әүҙемләште һәм күсемһеҙ милек баҙары ҙур тиҙлек менән үҫә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ-Көнсығыш һәм Көнсығыш Азия иҡтисадтарында көрсөк күренештәре үҫеше оҙаҡ йылдар буйы барҙы. ЭТП менән ситтән бурысҡа алыу нисбәте йәһәтенән бөлгөнлөккә беренсе булып Таиланд төшәсәге күренде. 1997 й. майында тай баты халыҡ-ара алыпһатарҙарҙың көслө һөжүменә дусар булды. Был шарттарҙа Таиланд хөкүмәте 1997 йылдың 30 июнендә баттың девальвацияһын иғлан итә, уның курсы АҠШ долларына бәйле ине. Һөҙөмтәлә бат курсы — яртылаш, ә Таиландтың фонд баҙары дүрттән өскә төшә.

Киләһе айҙа кризис Индонезия, Малайзия һәм Көньяҡ Корея иҡтисадтарына күсә. Япония, Гонконг, Лаос, Филиппин, Ҡытай, Һиндостан һәм Вьетнам кризистан әҙерәк зыян күрә. «Азия юлбарыҫтары» араһынан Сингапур менән Тайвань иһә кризисҡа бирешмәне тиерлек. Үрҙә аталған иҡтисадтарға 1997—1998 йылдарҙа милли валюталар курсы төшөү (мәҫәлән, Таиланд валютаһы — бат — тәүҙә 48 %, ә 1997 йыл аҙағына 100 % тиерлек арзаная; Индонезия рупияһы 228 % төштө[1]), фонд индекстары кәмеү, инфляция үҫеше, корпоратив бурыс үҫеүе, корпорацияларҙың шау-шыулы бөлгөнлөктәре хас була.

Эҙемтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азия финанс кризисы Индонезия диктаторы Сухартоның отставкаға китеүе, Көнсығыш Тиморҙың үҙаллылыҡ иғлан итеүе һәм Маһатһир Мөхәмәд хөкүмәтенең бүленеүе кеүек сәйәси эҙемтәләргә сәбәпсе булды. Донъя иҡтисады глобалләшеүе тураһындағы раҫлауҙарҙы дәлилләгәндәй, кризис эҙемтәләре бөтөн Ер шары буйлап йылдам таралды. Капиталдың ситкә ағыуы һәм сеймал тауарҙарының арзанайыуы 1998 йылғы Рәсәй иҡтисади кризисына сәбәпсе булды. 2001 йылғы Аргентиналағы дефолт кризистың һуңғы шаңдауы булып ҡалды.

Айырым дәүләттәр тарафынан киләсәкте уйламайынса «Азия юлбарыҫтары» иҡтисадтарының үҫеүен дәртләндереүгә ҙур тырышлыҡ һалыуҙа ғәйепләнгән Халыҡ-ара валюта фонды уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә 40 млрд доллар бүлде. Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы төп иҡтисадтарҙың һауығыу билдәләре 1999 йыл башында күренде. Милли иҡтисадтарҙың структураһын сәйәси һәм иҡтисади яҡтан үҙгәртеү 2001 йылғы кризис эҙемтәләрен еңеп сығырға һәм йылдам үҫеште яңыртырға мөмкинлек бирҙе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Kaufman, GG., Krueger, TH., Hunter, WC. (1999) The Asian Financial Crisis: Origins, Implications and Solutions . Springer. ISBN 0-7923-8472-5
  • Pettis Michael. The Volatility Machine: Emerging Economies and the Threat of Financial Collapse. — Oxford University Press, 2001. — ISBN 0-19-514330-2.
  • Blustein Paul. The Chastening: Inside the Crisis that Rocked the Global Financial System and Humbled the IMF. — PublicAffairs, 2001. — ISBN 1-891620-81-9.
  • Кетти Лин. Дейтрейдинг на рынке Forex. Стратегии извлечения прибыли = Day Trading the Currency Market: Technical and Fundamental Strategies to Profit from Market Swings. — М.: Альпина Паблишер, 2012. — 240 с. — ISBN 978-5-9614-1326-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]