Аксаков Иван Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аксаков Иван Сергеевич
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 26 сентябрь (8 октябрь) 1823[2][4][3]
Тыуған урыны Надеждино, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 27 ғинуар (8 февраль) 1886[4][3] (62 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[4][5]
Ерләнгән урыны Троице-Сергиева лавра[d]
Атаһы Аксаков Сергей Тимофеевич[4]
Бер туғандары Вера Сергеевна Аксакова[d], Аксаков Григорий Сергеевич һәм Аксаков Константин Сергеевич
Хәләл ефете Анна Фёдоровна Тютчева[d]
Нәҫеле Аксаковы[d]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, фәлсәфәсе, шағир
Уҡыу йорто Император хоҡуҡ белеме училищеһы
Кемдә уҡыған Юрий Иванович Венелин[d]
Ойошма ағзаһы Болгарская академия наук[d], Общество сербской словесности[d] һәм Сербское учёное общество[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Аксаков Иван Сергеевич Викимилектә

Иван Сергеевич Аксаков (26 сентября [8 октября1823, Ырымбур губернаһы — 27 января [8 февраля1886, Мәскәү[6]) — публицист, шағир, йәмәғәт эшмәкәре, славянофилдар хәрәкәте лидерҙарының береһе.

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Сергеевич Аксаков 1823 йылдың 26 сентябрендә26 сентября (8 октября1823[7] Надеждино ауылында (Куроедово) Бәләбәй өйәҙе , Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районы) Надеждино ауылында [8]) тыуа. Яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың өсөнсө улы. Иван тыуғандан һуң өс йыл үткәс, уларҙың ғаиләһе Мәскәүгә күсә. Өйҙә башланғыс белем ала; 10 йәштән үк гәзит уҡый. Артабан белем алыр өсөн Санкт-Петербургҡа шул саҡта ғына нигеҙләнгән Хоҡуҡ белеме училищеһына (1836—1842) уҡырға китә.

Ырымбур дворян депутаттары йыйылышы тарафынан 1840 йылдың 20 июнендә ағалары Константин, Григорий һәм Михаил менән бергә Ырымбур дворяндар шәжәрәһе китабының VI киҫәгенә индерелеп ҡуйылған.

1842 йылда И. С. Аксаков Мәскәүгә әйләнеп ҡайта һәм 18 июндә титуляр кәңәшсе чинында Сенаттың 6-сы енәйәт эштәре департаменты икенсе бүлексәһендә сәркәтип ярҙамсыһы булып эшләй башлай. Был йылдарҙа ул «Жизнь чиновника, мистерия в 3-х действиях» китабын яҙа. 1844 йылда кенәз П. П. Гагарин етәкселек иткән Әстерхан ревизия комиссия ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Иван Сергеевичтың дуҫы барон Бюлер,[9] уның тураһында «ул тәүлегенә 16-шар сәғәт эшләй, даими рәүештә уҡый, яҙа, Закондар йыйылмаһын өйрәнә, ә эше тамамланғас ҡына ял иткән сағында шиғырҙар яҙыу менән булыша» — тип яҙа. Кенәз П. П. Гагарин уны коллежский асессор чинына күтәрә (18.06.1845) һәм 1845 йылдың июлендә Иван Сергеевич Калуга енәйәт эштәре палатаһына рәйес иптәше итеп күсерелә; 1847 йылдың майында Мәскәү Сенатына — 6-сы департаменттың II бүлексәһе , ә 5 айҙан һуң — I бүлексәһенең обер-секретары итеп тәғәйенләнә.

1848 йылда Эске эштәр министрлығы начальнигы граф Л. А. Перовскиҙың айырым йомоштар үтәүсе чиновнигы итеп тәғәйенләнә һәм Бессарабияға ревизия яһарға ебәрелә.; бында уға йэшерен рәүештә дини секталарҙы тикшереү эше лә йөкмәтелә. Петербургҡа 1849 йылдың башында ҡайта һәм 17 мартта ҡулға алынып, жандармдар корпусына килтерелә. Ҡулға алыныуының сәбәбен Аксаковҡа әйтмәйҙәр; уның славянофиллыҡ тураһындағы сәйәси фекере менән ҡыҙыҡһыналар. Аксаковтың һорау алғанда биргән яуаптарын уҡығандан һуң император Николай I А. Ф. Орловҡа: «Үҙеңә саҡырт, яуаптарын уҡы, аҡыл өйрәт һәм азатлыҡҡа сығарып ебәр»- тип яҙа; 1849 йылдың 22 мартында И. С. Аксаков азат ителә, ләкин полицияның йәшерен күҙәтеүе аҫтында ҡала.

И. С. Аксаков (картинала һулдан иң ситтәге) бер төркөм секталар тикшереүсе кешеләр араһында.

1849 йылдың май айында Ярославль губернаһына ҡала идаралығы эшенә һәм берҙәм бер динлелек мәсьәләләренә ревизия яһарға килә. Стенбок граф, секталарға йәки бегун странник. И. С. Аксаков берҙәм бер динлелеккә ҡаршы булған архиепископ Евгений менән риза булған була[10].

Аксаков үҙенә ҡушылған эштәрҙе бик етди үтәй һәм сыҙамлылыҡ күрһәтә. Ревизия эштәре ваҡытында уға мөһим бик күп енәйәттәр асыла[Комм 1]. Ярославлдә ул урындағы зыялылар менән яҡынлаша, шағирә Жадовская в. ю. өйөндә ҡаланың бик күп интеллигенттары менән осраша. 1888 йылда уның урындағы халыҡты ҡылыҡһырлаған хаттары нәшер ителә[11].

1851 йылдың февралендә Эске эштәр министры граф Л. А. Перовский И. С. Аксаковҡа шиғырҙар яҙыу менән булышыу дәүләт чиновнигына ярай торған эш түгел, тип әйтә. Быға яуап итеп, И. С. Аксаков надворный советник чинында отставкаға сыға һәм Мәскәүгә китә. Мәскәүҙә был саҡта славянофилдар түңәрәге барлыҡҡа килгән була һәм ул «Московский сборник» нәшер итә. 1952 йылда сыҡҡан был китаптың беренсе томының редакторы Иван Сергеевич Аксаков була. 1853 йылдың мартында йыйынтыҡтың икенсе томын баҫыуҙы цензура тыя, ә Аксаков поилиция күҙәтеүе аҫтына ҡуйыла һәм мөхәррирлек эше менән булышыу хоҡуғынан мәхрүм ителә. Бынан һуң уның әҙәби эшмәкәрлеге байтаҡ йылдар буйына туҡталып ҡала. Аксаков хәрби карапта ер шары буйынса сәйәхәткә сығарып ебәреүҙәрен һорай, әммә был да уға тыйыла. Шунлыҡтан 1853 йылда ул География йәмғиәтенең украин йәрминкәләрендәге сауҙа эштәрен яҙырға тигән тәҡдимен ҡабул итә. 1853 йыл аҙағында И. С. Аксаков Малороссияға китә. Был сәфәрҙең һөҙөмтәһе булып уның «Исследование о торговле на украинских ярмарках» (1859) китабы сыға. Был ҙур китабы өсөн ул География йәмғиәтенең Почетлы наградаһына лайыҡ була: уға Константиновский миҙалы тапшырыла, ә Фәндәр академияһы — Демидов премияһының яртыһын бүләк итә.

И. С. Аксаков.
Портрет работы И. Репина (1878)

Малороссиянан Мәскәүгә Ҡырым һуғышының иң ҡыҙыу мәлендә ҡайтҡан И. С. Аксаков 1855 йылда ополчениеға китә — ундағы Серпухов дружинаһында кенәз Гагарин командалығы аҫтында Бессарабияға ғына барып етә. Солох төҙөлөүе тураһында ишеткән И. С. Аксаков 1856 йылдың мартында Мәскәүгә ҡайта, ләкин шул уҡ йылдың майында кенәз В. И. Васильчиков саҡырыуы буйынса ҡайтанан Ҡырымға китә һәм бында генерал-интендант Затлерҙың һуғыш ваҡытындағығы енәйәттәрен тикшереүсе комиссияға эшкә килә. 1856 йылдың декабрендә ул Мәскәүгә ҡайта.

И. С. Аксаков.
И. И. Матюшин гравюраһы, 1889

Статистика хеҙмәте өсөн 1857 йылдың мартында Аксаков Ггеография йәмғиәтенә үҙенең статистика хеҙмәттәрен тапшыра һәм сит илгә сығып китә. Бында ул А. И. Герцен менән таныша һәм биш йыл дауамында уның йәшерен хәбәрселәренең береһе була. 1858 йылда «Русская беседа» журналының йәшерен мөхәррире[12][13]; 1858 йылда уға мөхәррирлек эше менән булышырға рөхсәт ителә һәм 1859 йылда ул аҙналыҡ «Парус» гәзитен сығарырға була. Нәшриәтсе уйынса, «Парус» славян фекеренең үҙәк органдарының береһе булырға тейеш була. Әммә сәйәси мотивтар буйынса гәзиттең ике ғинуар номерҙары сығыу менән баҫма туҡтатыла. Уны алмаштырған «Пароход» Аксаковты ҡәнәғәтләндерә алмай һәм ул «Русская беседаға» ҡайта, артабан 1859 йыл эсендә алты китап сығара.

1860 йылда ауырыу туғаны Константинды сит илдә оҙатып йөрөй, сит славяндар йәшәгән сит илдәрҙең күренекле сәйәси эшмәкәрҙәре һәм әҙәби славянлыҡ эшмәкәрҙәре менән шәхсән таныша. 1861 йылдың уртаһында ул Мәскәүгә ҡайта «Көн» аҙналыҡ гәзитен нәшер итергә рөхсәт ала. Гәзитте сәйәси бүлекһеҙ, цензура тарафынан мотлаҡ тикшерелеү үтеп кенә нәшер итергә рөхсәт ителә. Гәзит 1861 йыл аҙағында нәшер ителә башлай һәм ул ваҡыт өсөн гәзиттең бик күп булған 4 мең яҙылыусыһы була, гәзит бик тиҙ арала ҙур популярлыҡ яулап ала. Уңыштың төп сәбәптәренең береһе мөхәррир-нәшерсенең славяндар өсөн абруйлы мәсьәләләрҙе тикшереүе, крәҫтиән, суд, земство, шулай уҡ Польша мәсьәләләре тураһында яҙыуында була[14]. И. С. Аксаковтың эшмәкәрлек осоронда был ваҡыт иң йәнлеләрҙең береһе була. 1862 йылда И. С. Аксаков гәзиткә яҙған бер авторҙың фамилияһын цензураға асыуҙан баш тарта, шунлыҡтан мөхәррирлектән сығарыла.

А. Ф. Тютчева
Иван Сергеевич Аксаков. 1865 йыл.

Фото А. И. Деньер.

1866 йылдың 12 ғинуарында И. С. Аксаков шағир Ф. И. Тютчевтың ҡыҙы — фрейлина Анна Федоровна Тютчеваға өйләнә.

1867 йылдың 1 ғинуарынан яңы «Мәскәү» көндәлек гәзитен сығара башлай. Гәзит 1868 йылдың 21 октябренә тиклем баҫылып сыға, ошо ваҡыт эсендә бер нисә тапҡыр киҫәтеүгә эләгә һәм өс тапҡыр туҡтатылып тороуға дусар була. 22 ай йәшәү осоронда гәзит барлығы туғыҙ айға яҡын ғына ваҡыт сыға. Ул саҡтағы Эске эштәр министры Е. А. Тимашев И. С. Аксаковтың «Мәскәү» гәзитендә төрлө Балтик буйы мәсьәдәләре тураһында баҫылған мәҡәләләре өсөн гәзитте яптырыуҙы һорап Сенатҡа мөрәжәғәт итә һәм Аксаков И. С. гәзит сығарыу хоҡуғынан мәхрүм ителә; был 12 йыл дауамына һуҙыла.

И. С. Аксаков.
А. И. Деньер фотоһы

1860-сы йылдар аҙағында Аксаков Мәскәү славян комитеты эшен үҫтереү һәм Икенсе Мәскәү үҙ-ара кредит йәмғиәте эшмәкәрлеге менән булыша, унда Аксаков 1878—1886 йылдарҙа йәмғиәт идараһы рәйесе булып тора. Был осорҙа ул «Ф. И. Тютчев» тигән биографик очерктар китабын яҙып баҫтыра. 1872—1874 йылдарҙа ул Рәсәй әҙәбиәтен яратыусылар йәмғиәте рәйесе була.

1858 йылда ойошторолған Славян комитетында И. С. Аксаков Погодин тере саҡта башта секретарь булып тора, секретары, ә ул үлгәндән һуң — рәйескә әйләнә (1875—1878); был осорҙа ул рус йәмғиәтенең славяндарға һөйөүен күрһәтеүсе итеп ҡабул итәләр. Хатта уның кандидатураһы бер саҡ болгар тәхетенә болгар һайлаусылары тарафынан тәҡдим ителә. 1878 йылдың 22 июнендә Берлин конгресында Рәсәй дипломаттарын шелтәләп телмәр тотҡан өсөн Аксаковты Мәскәүҙән Владимир губернаһын Юрьев өйәҙенең Варварино ауылына һөргөнгә ебәрелә, ә Мәскәүҙәге Славян комитеты бынан һуң ябыла.

1878 йылдың декабрендә И. С. Аксаков Мәскәүгә ҡайта, әммә йәмәғәт эшмәкәрлегенә 1880 йыл аҙағында ғына тотона, граф М. Т. Лорис-Меликов ярҙамы менән «Русь» гәзитен нәшер итеүгә рөхсәт алыуға ирешә. 1880 йылдың 15 ноябренән башлап И. С. Аксаков вафат булғансы был гәзит сығып тора. 1885 йылда мөхәррир сирләүе арҡаһында гәзит ярты йыл тәнәфестә була. 1883 йылда «Русь» аҙналыҡ баҫмаһы ике аҙна аша сыға торған баҫмаға әүерелә һәи ике йыл буйына үҙгәртелгән формала сыға. 1885 йылда И. С. Аксаков башланғыс аҙналыҡ формаһына кире ҡайта. Ошо төп эше араһында Аксаков Мәскәү ҡала думаһы гласныйы (1877—1880); Мәскәү биржаһы йәмғиәтенең һайланыусыһы (1879—1882) була[15].

1885 йылдың яҙында физик һәм аҡыл яғынан арыған Иван Сергеевич гәзит баҫыуҙы бер нисә айға туҡтатып. Ҡырымда ял итә, ләкин йөрәк ауырыуынан ҡотола алмайынса, 1886 йылдың 8 февралендә (иҫке стиль буйынса йылдың 27 ғинуары) Мәскәүҙә вафат була. Уның вафаты хаҡындағы хәбәрҙәр бөтә рус, Көнбайыш Европа йәмғиәттәре даирәһенә ныҡ тәьҫир итә. И. С. Аксаков Мәскәү янындағы Сергиев Посадтың Изге-Троица Сергий Лавраһы территорияһында ерләнә.

И. С. Аксаков әҫәрҙәре уның ҡатыны тарафынан 7 томда нәшер ителгән. Бынан тыш уның шиғырҙары йыйынтығы һәм хаттары 2 томда баҫылып сығарыла.

Сәйәси ҡараштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. С. Аксаков славянофил, «ысын дөрөҫлөк» тураһында фекер йөрөтөүсе, монархизм яҡлы булһа ла дәүләт власын тәнҡитләүсе була[16]

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1842 йылдан алып И. С. Аксаков шиғырҙар яҙа, уларҙың күбеһе «Московский Сборник» китабында 1846, 1847, 1852 йылдарҙа нәшер ителә, «Русская Беседа» журналында (1856—1860 йылдарҙа) һәм «Парус» гәзитендә баҫылып сыға. 1886 йылда — «Русь» гәзитенә ҡушылдыҡ рәүешендә баҫыла. Вафатынан һуң сыҡҡан ике томлы китабына ла шиғырҙары индерелгән.

Уның тәүге баҫылған шиғыры «Колумб» 1845 йылғы «Москвитянин» журналының 1-се һанында була. 1848 йылда яҙылған иң яҡшы «Бродяга»(тамамланмай ҡалған) поэмаһынан өҙөктәр "Мәскәү йыйынтығы"нда 1852 йылда һәм «Парус» гәзитенең 1859 йылдың 10-сы һанында баҫыла

1857 йылда Лондонда, «Полярная звезда» альманахында (автор ризалығынан тыш-әҙләп), уның «Судебные Сцены, или Присутственный день Уголовной Палаты» әҫәре донъя күрә.

Айырым баҫмалары:

Комментарий[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. При ревизии городских управлений Ярославской губернии открылся любопытный факт: с 1786 по 1847 год в Мологе фактически существовало два городских самоуправления: одно официальное, с 4 тысячами рублей дохода; другое тайное, но в сущности настоящее, имевшее 20 тысяч рублей дохода — существовавшее в соответствии с числом жителей формировавших по общей раскладке его капитал. Город процветал, пока государство случайно не узнало тайны; голова был предан суду, незаконный капитал передан казённому и в результате, как записал Аксаков «город пришел в упадок и довольно скоро».

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #7538463 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118904264 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 1.
  5. Аксаков Иван Сергеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. Осповат А.Л. Аксаков Иван Сергеевич // Русские писатели 1800—1917. Биографический словарь / П. А. Николаев (гл. ред.). — М.: Сов. энциклопедия, 1989. — Т. 1: А—Г. — С. 29—32.
  7. В поколенной росписи, составленной Н. Ф. Иконниковым, ошибочно указано, что родился 26.02.1823 г.
  8. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005.
  9. И. С. Аксаков в его письмах. Т. I. — С. 42.
  10. http://az.lib.ru/a/aksakow_i_s/text_0160.shtml. .
  11. Астафьев А. В., Астафьева Н. А. Из истории литературы Ярославского края // Писатели Ярославского края. — Ярославль: Верхне-Волжское книжное издательство, 1974. — С. 24—25. — 248 с. — 5000 экз.
  12. Официальным редактором журнала считался А. И. Кошелёв.
  13. Также редактировал славянофильский журнал «Сельское благоустройство».
  14. Шидловский С. О. Из проектов И. С. Аксакова по социокультурному обустройству Северо-Западного края Российской империи // Славяноведение. — 2013. — № 5. — С. 78—85.
  15. Быков В. Н. Гласные Московской городской Думы (1863—1917) // Московский журнал. — 2008. — № 12.
  16. Биография в энциклопедии «Кругосвет».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аксаков И. С. / В. В. Сербиненко // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
  • Осповат А.Л. Аксаков Иван Сергеевич // Русские писатели 1800—1917. Биографический словарь / П. А. Николаев (гл. ред.). — М.: Сов. энциклопедия, 1989. — Т. 1: А—Г. — С. 29—32.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]