Аксель-Хейберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аксель-Хейберг
ингл. Axel Heiberg Island
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Аксель Хейберг[d]
Донъя ҡитғаһы Төньяҡ Америка
Дәүләт  Канада
Административ-территориаль берәмек Нунавут[d]
Сәғәт бүлкәте UTC−6[d]
Урын Канаданың Арктика архипелагы
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Төньяҡ Боҙло океан
Иң юғары нөктә Outlook Peak[d]
Халыҡ һаны 8 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2210 метр
Асыу датаһы 1900
Оҙонлоҡ 371 km
Киңлек 220 km
Майҙан 43 178 км²
Урынлашыу картаһы
Карта
 Аксель-Хейберг Викимилектә

А́ксель-Хе́йберг (ингл. Axel Heiberg Island, фр. Île Axel Heiberg, инуктитут ᐅᒥᖕᒪᑦ ᓄᓈᑦ Umingmat Nunaat) — Канаданың Арктика архипелагының төньяғында кеше йәшәмәгән ҙур утрау, Канаданың иң төньяҡ утрауҙарының береһе. Административ яҡтан Нунавуттың Кикиктаалук районына ҡарай. Эоцен осорона ҡараған ғәҙәти булмаған боронғо урман ҡалдыҡтары менән билдәле[1].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аксель-Хейберг Канада Арктик архипелагында

Аксель-Хейберг Сведрупа утрауҙары[2] төркөмөнә инә, улар үҙ сиратында Канада арктик архипелагының төньяғында урынлашҡан Королева Елизавета утрауҙары[3] составына инә. Административ яҡтан Нунавуттың Кикиктаалук районына ҡарай[4].

Утрау 78° һәм 81° төньяҡ киңлек һәм 96° һәм 85° көнбайыш оҙонлоғо араһында ята[2]. Канаданың иң төньяҡ утрауҙарының береһе, Төньяҡ полюстан яҡынса 1200 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].

Көнсығыштан Аксель-Хейбергты Элсмир утрауынан Амундсен һәм Юрик боғаҙҙары айыра, көньяҡ-көнбайышта иһә уны Миен, Амунд-Рингнес һәм Корнуолл боғаҙҙарынан Свердруп, Пири һәм Мэсси айыралар[2].

Аксен-Хейберг утрауҙары картаһы

Киңлеге 20—100 миль[2] (30—160 км), оҙонлоғо 370 км һәм майҙаны 43 178 км², яҡынса Швейцария майҙанына тап килә[6], был Королева Елизавета утрауҙары (Элсмир һәм Девондан һуң[7]) араһында үлсәме буйынса өсөнсө һәм Свердруп утрауҙары араһында иң ҙуры[2]. Утрау майҙаны буйынса донъяла 32-се һәм Канадала 7-се урынды биләй. Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо 3061 км тәшкил итә[8].

Яры биләмәләре ҙур ҡултыҡтар (Канада энциклопедияһы өсәүҙе айыра — Уитсанди, Сэнд һәм Гуд-Фрайди[9], Canada’s Polar Environments сайты — биш[10]) һәм күп һанлы фьордтар (Канаданың Поляр мөхите — 15) менән йырғыланған. Утрауҙың төньяҡ-көнсығыш осонда Шей ярымутрауы Нансен боғаҙына үтеп инә[11].

Аксен-Хейберг утрауында базальт ҡаялар

Утрау рельефының иң ҙур бейеклектәре Принцесс-Маргарет һырты районына тура килә.Унда Аксель-Хейбергтың иң бейек пик ,— Аутлук түбәһен (диңгеҙ кимәленән 2210 м бейеклектә) урынлашҡан. Утрау майҙанының яҡынса 35 проценты, шул иҫәптән ике ҙур боҙлоҡ — Мюллер һәм Стейси[12], йыл әйләнәһенә боҙ менән ҡапланған.

Аутлук түбәһе был ике боҙлоҡ араһында майҙаны буйынса ҙурыраҡ һәм төньяҡтараҡ булған Мюллер боҙлоғо биләмәһендә урынлашҡан[13][14].

Көньяҡ боҙ ҡалҡыулығынан шыуып төшкән боҙлоҡтар башлыса Гласирфьорд яғына табан хәрәкәт итә. Уларҙан айырылып сыҡҡан айсбергтар артабан диңгеҙгә китә.

Утрауҙың көнбайышында Экспедиция фьордына Томпсон, Уайт, Бейби һәм Круз боҙлоҡтары төшә. Шулай уҡ бассейны 800 км² булған Экспедишен йылғаһы ҡоя[15].

Мюллер боҙлоғонан төньяҡтараҡ ятҡан уйһыулыҡтар яйлап утрауҙың төньяҡ ярына табан күтәрелә һәм конус формалағы ҡалҡыулыҡтарға әйләнә. Төньяҡ яры бейек һәм текә, бейеклеге 650 м тиклем булған Ҡара диуар (норв. Svartevæg, ингл. Black Wall, фр. Mur noir, инуктитут ᕿᕐᓂᖅᑐᖅ ᐊᑭᓐᓇᖅ) исемле текә ҡаялар барлыҡҡа килтерә. Утрауҙың көнсығыш өлөшө әкренләп яр буйына табан диңгеҙ кимәленә төшә. Шулай ҙа көньяҡ-көнсығышта ҡалҡыулыҡтар осрай[16].

Аксен-Хейберг утрауында тоҙло диапир

Геологик күҙлектән ҡарағанда Аксель-Хейберг Свердруп бассейнында урынлашҡан. Ултырма бассейн 1000 ×350 км ҙурлыҡта. Уға Принс-Патриктан алып Төньяҡ Элсмирға тиклем Королева Елизавета утрауҙарының күп өлөшө инә.

Был бассейнда ултырма тоҡомдар 318-ҙән 66 миллион йылға тиклемге осор менән билдәләнә. Иң ҙур кимәлгә улар Аксель-Хейбергта етә[17][18].

Уйһыулыҡтарҙа төп тоҡомдар — мезозой һәм өсөнсөл ҡомташтар, балсыҡлы һәүерташтар, төньяҡ-көнбайыш тауҙарында — бер аҙ магматик интрузиялы йыйырсыҡлы мезозой тоҡомдары[19].

Свердруп бассейнының иртә осоронда диңгеҙ һыуының парға әйләнеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тоҙ ҡатламдары геологияның мөһим элементы булып тора. Принсесс-Маргарет һыртының барлыҡҡа килеү процестары һөҙөмтәһендә Свердруп бассейнында тоҙ көмбәҙҙәре — диапирҙар барлыҡҡа килә.

Дөйөм алғанда бассейнда 100-ләгән диапир иҫәпләнә, уларҙың 46-һы Аксель-Хейберг утрауы территорияһына тура килә, был Ирандан тыш, донъяла иң юғары диапирҙар тупланмаһы[20].

Климаты поляр-сүллек, ҡоро һыуыҡ ҡыш һәм һалҡын йәй. Аксель-Хейберг янындағы Элсмир утрауында урынлашҡан «Юрика» метеорология станцияһы был өлкәлә уртаса йыллыҡ һауа температураһын −19,7 °C, февраль температураһы −38,5 °C кимәлендә билдәләй (1973 йылдың февралендә «Юрика» станцияһында уртаса айлыҡ температура −47,9 °C теркәлә — Канадала иң түбәне[21]) һәм июль температураһы 5,4 °C.

Станция мәғлүмәттәре буйынса, яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме — 68 мм, йәйге айҙарҙа иң юғары нөктәгә етә. Шул уҡ ваҡытта Аксель-Хейбергтың үҙендәге температураны һәм яуым-төшөм күләмен ҡыҫҡа ваҡытлы үлсәү утрауҙағы климаттың бер нисә градусҡа йылыраҡ, ә йыллыҡ яуым-төшөм нормаһы бер аҙ юғарыраҡ булыуын күрһәтә. Был бигерәк тә таулы райондарға ҡағыла: Мюллер боҙ ҡалҡыулығының иң бейек нөктәһе янында ҡар япмаһын тикшереү 41 йыл эсендә уртаса яуым-төшөмдөң 370 мм булыуын күрһәтә[22].

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙың күпселек өлөшө Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды тарафынан поляр тундра булараҡ билдәләнгән Төньяҡ Американың экологик төбәгенә инә[23]. Иң күп таралған тупраҡтар — ҡатнаш һәм статик регосолдар (кәүшәк тоҡомдарҙа насар үҫешкән тупраҡ). Тупраҡтың өҫкө ҡатламы аҫтында 400-ҙән 600 метрға тиклем ҡалынлыҡтағы мәңгелек туңлыҡ ята[24].

Арктика сүллегенә хас булған ҡыуаҡлыҡ һәм үлән үҫемлектәре Аксель-Гейберг территорияһының боҙлоҡтар ҡапламаған айырым урындарын ғына биләй, ҡалған өлөшө яланғас булып ҡала[25].

Үҫемлектәр башлыса мүктәрҙән (таулы урындарҙа шулай уҡ лишайниктарҙан) һәм ҡайһы бер һыуыҡҡа сыҙамлы көпшәле үҫемлектәрҙән тора. Аксель-Хейбергтың төньяҡ-көнбайышындағы тауҙарҙа күрән һымаҡтар һәм мамыҡбаш, һирәгерәк арктик тал һәм дриадаларҙың төрҙәре, түбәнерәк райондарҙа (Юрик тауҙарының экологик төбәгендә) шулай уҡ таштишәр, поляр мәк һәм кобрезия үҫә[26][27].

Аксель-Хейберг утрауында мумияға әйләнгән метасеквойя түңгәге

Утрауҙың бөтә биләмәһендә арктик ҡуян таралған, ә түбәнге райондарҙа һарыҡ-үгеҙ йыш осрай. Ер өҫтө фаунаһының һирәк осраған вәкилдәренә:төньяҡ боланы, бүре, аҡ төлкө һәм леммингтар (яр буйындағы райондарҙа шулай уҡ аҡ айыу[28], ә яр буйын биләгән тюлендәр инә[29]).

Утрауҙа шулай уҡ ҡоштарҙың бер нисә төрө, шул иҫәптән ҡара аҡсарлаҡтар, ҡаҙҙар, поляр ағуна, аҡ ағуна, аҡбаш турғай[30], аңрағош, тундра таҡыя турғайы, тараҡлы гага һәм сәпсәүҙәр йәшәй[31].

1985 йылда утрауҙың көнсығышында ҡаҙылма урман — ағас түңгәктәре табылған. Уларҙың йәше 45 миллион йылдан ашыу тип баһалана. Үҙҙәренең органик матдәһен тейелгеһеҙ һаҡлап ҡалып, был ағастар ташҡа әйләнмәгән. Был ғалимдарға ошо урмандарға хас булған боронғо экосистеманы өйрәнергә мөмкинлек бирә[32].

Ҡаҙылма ҡалдыҡтар нигеҙендә Аксель-Гейберг урманы бейек киңлектәрҙәге дымлы урман булған тигән һығымта яһала[33]. Был осорҙа төбәктә климат күпкә йомшағыраҡ булған. Табылған ағастар араһында йышыраҡ метасеквойя осрай. Шулай уҡ ҡарағас, шыршы, ҡарағай, көнбайыш платан һәм татлы һаҙлан табылған.

1990-сы йылдар аҙағында Аксель-Хейбергта Мокка-фьорд янында — субтропик климатҡа хас хайуан ҡалдыҡтары — аллигатор һәм гөбөргәйел, ә тикшерелгән урманда бронтотерий тештәренең ташҡа әүерелгән өлөштәре табыла[34].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле булған тарихи осорҙа утрауҙа кешеләр йәшәмәй (Грис-Фьорд яҡын торама булып тора, Элсмир утрауының көньяғында урынлашҡан)[35]. Әммә элек унда инуиттар йәшәгән[36]. Быға дәлил булып 1970-се йылдарҙа Аксель-Хейбергта протоэскимос дорсет мәҙәниәтенә ҡараған туҡталҡа эҙҙәре табылыуы тора[37].

Утрауҙы күҙәткән тәүге европалылар — Отто Свердруп етәкселегендәге Норвегия арктик экспедицияһы ағзалары[38]. Был ваҡиға 1899 йылдың апрель аҙағында була. Һуңғараҡ утрауға экспедицияның төп өс бағыусыһының береһе — Норвегия меценаты Аксель Хейберг исеме бирелә[2]. Норвегия 1930 йылға тиклем был утрауға дәғүә итә.

Свердруп экспедицияһы утрауға беренсе тапҡыр 1900 йылдың 11 апрелендә Саутуэс морононда аяҡ баҫа. Ошо һәм киләһе йылдарҙа асыҡ ерҙең утрау булғанын иҫбатларға тырышып, ике уңышһыҙ аҙым яһала. Әммә 1902 йылда ғына Свердруп, Нансен боғаҙына 81°40' төньяҡ киңлеккә тиклем күтәрелеп, Аксель-Хейберг менән Элсмир араһындағы тоташтырма юҡ икәнен асыҡлағас, был раҫлау иҫбаланған тип иҫәпләнә[2].

Аксель-Хейберг яр буйҙарын беренсел тикшереү Пасха көндәрендә үткәрелгәнгә күрә, яр буйындағы ҡайһы бер топографик объекттар (Гуд-Фрайди ҡултығы — «Страстная пятница» — һәм Монди-Терсди мороно — «Великий четверг») тейешле исемдәр йөрөтә[39].

1906 йылдың 26 июнендә Роберт Пири утрауҙың төньяғындағы Томас Хаббард моронона төшә. Ул унан төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә ятҡан Крокер Ерен күҙәттем тип раҫлай.

Ике йылдан, 1908 йылдың 18 мартында, Фридрих Кук Аксель-Хейбергтың иң төньяҡ нөктәһе булған Свартевег морононан (хәҙер Столлуэрти мороно) Төньяҡ ҡотопҡа үҙ юлын башлай. Ә 1914 йылда Томас-Хаббард морононан Дональд Макмиллан экспедицияһы Крокер Ерен эҙләп юлға сыға.

1920-се йылдар уртаһында Америка гражданы Макмиллан Төньяҡ Боҙло океанда яңы ерҙәр эҙләү өсөн утрауҙа даими база булдырырға ниәтләй. Был пландар Канада хөкүмәтендә борсолоу тыуҙыра. Яуап итеп хөкүмәт 1926 һәм 1929 йылдарҙа Канаданың Король атлы полицияһы патрулдәрен утрауға ебәрә.

Утрауҙа артабанғы тикшеренеүҙәр 1932, 1938 һәм 1940 йылдарҙа үткәрелгән. Аксель-Хейбергты системалы тикшереү 1955 йылдан, «Франклин» операцияһы сиктәрендә Канада тарафынан утрауға геологик разведка яһалғандан алып башлана.

1959 йылдан 1962 йылға тиклем Экпедишен-фьордта Макгилла университетының ялан ғилми-тикшеренеү станцияһы даими эшләй, артабан ул йәйге айҙарҙа эшен дауам итә.

1972 йылда Аксель-Хейбергҡа Бөйөк Британиянан тау экспедицияһы ебәрелә. Экспедиция ағзалары Мидл-фьордтан көнсығышҡа табан 48 түбәне яулай, шулай уҡ ботаник һәм зоологик эҙләнеүҙәр алып бара[40].

XXI быуатта утрау Канаданың бер өлөшө булып тора, унда ғилми-тикшеренеү станциялары эшләй. Экспедишен-фьордта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының климатты үҙгәртеү тураһындағы Рам конвенцияһы сиктәрендә Уайт боҙлоғон өйрәнеү менән шөғөлләнә.

2007 йылдан алып утрауҙа Канада йыһан агентлығы идара иткән тағы ла бер тикшеренеү станцияһы (CSA) эшләй башлай. CSA станцияһы шулай уҡ Экспедишен-фьорд эргәһендә урынлашҡан, ул Марсты күҙәтеү өсөн Аксель-Хейбергтың ҡоро һыуыҡ климатын файҙалана. ул MARS станцияһынан көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан[41].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. The Fossilized Forest Of Axel Heiberg Island. The University of British Columbia. Дата обращения: 15 ноябрь 2019.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Mills, 2003, p. 45
  3. List of Islands (ингл.). The Atlas of Canada. Natural Resourced Canada. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 22 ғинуар архивланған.
  4. Qitiqtaaluk Region, Nunavut (ингл.). Explore Nunavut. Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 13 октябрь 2013 года. 2013 йыл 13 октябрь архивланған.
  5. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  6. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  7. List of Islands (ингл.). The Atlas of Canada. Natural Resourced Canada. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 22 ғинуар архивланған.
  8. List of Islands (ингл.). The Atlas of Canada. Natural Resourced Canada. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 22 ғинуар архивланған.
  9. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  10. Axel Heiberg Island (ингл.). Canada's Polar Environments. Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 2 июль 2016 года. 2016 йыл 2 июль архивланған.
  11. Axel Heiberg Island (ингл.). Canada's Polar Environments. Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 2 июль 2016 года. 2016 йыл 2 июль архивланған.
  12. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  13. Axel Heiberg Island (ингл.). Canada's Polar Environments. Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 2 июль 2016 года. 2016 йыл 2 июль архивланған.
  14. J. G. Cogley. Glaciology on Axel Heiberg Island (ингл.). Glaciology at Trent. Дата обращения: 1 апрель 2020.
  15. J. G. Cogley. Glaciology on Axel Heiberg Island (ингл.). Glaciology at Trent. Дата обращения: 1 апрель 2020.
  16. Axel Heiberg Island (ингл.). Canada's Polar Environments. Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 2 июль 2016 года. 2016 йыл 2 июль архивланған.
  17. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  18. Фейрбридж, 1980, с. 239—240
  19. Ecoregions of Canada: Ellesmere mountains (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 25 июнь 2021 года. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  20. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  21. Ecoregions of Canada: Eureka hills (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 25 июнь 2021 года. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  22. J. G. Cogley. Glaciology on Axel Heiberg Island (ингл.). Glaciology at Trent. Дата обращения: 1 апрель 2020.
  23. High Arctic tundra (ингл.). World Wildlife Fund. Дата обращения: 29 март 2020. Архивировано 29 март 2020 года.
  24. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  25. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  26. Ecoregions of Canada: Eureka hills (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 25 июнь 2021 года. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  27. Ecoregions of Canada: Ellesmere mountains (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 25 июнь 2021 года. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  28. Ecoregions of Canada: Ellesmere mountains (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 25 июнь 2021 года. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  29. Ecoregions of Canada: Eureka hills (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 25 июнь 2021 года. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  30. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  31. Ecoregions of Canada: Ellesmere mountains (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 25 июнь 2021 года. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  32. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  33. (2003) «Reconstruction of Tertiary Metasequoia Forests II". Structure, Biomass and Productivity of Eocene Floodplain Forests in the Canadian Arctic». Paleobiology 29 (2): 271–292. DOI:[[DOI:10.1666/0094-8373(2003)029<0271:rotmfi>2.0.co;2|10.1666/0094-8373(2003)029<0271:rotmfi>2.0.co;2]].
  34. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  35. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  36. Axel Heiberg Island (ингл.). Canada's Polar Environments. Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 2 июль 2016 года. 2016 йыл 2 июль архивланған.
  37. Peter Schledermann. A Late Dorset Site on Axel Heiberg Island : [англ.] // Arctic. — 1975. — Vol. 28, № 4. — P. 300. — DOI:10.14430/arctic2847.
  38. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  39. Axel Heiberg Island (ингл.). Canada's Polar Environments. Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 2 июль 2016 года. 2016 йыл 2 июль архивланған.
  40. Mills, 2003, pp. 45—46
  41. Melissa Ward. Axel Heiberg Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (6 февраль 2006). Дата обращения: 1 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедия региональной геологии мира. Западное полушарие (включая Антарктиду и Австралию) / Под ред. Р. У. Фейрбриджа. Пер. с англ. С. С. Филатова. — Л.: Недра, 1980. — 511 с.
  • William J. Mills. Axel Heiberg Island (Canada) // Exploring Polar Frontiers: A Historical Encyclopedia. — ABC-CLIO, 2003. — P. 45—46. — ISBN 1-57607-422-6.