Алдя-Теодорович Дойна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алдя-Теодорович Дойна
рум. Doina Aldea-Teodorovici
Тыуған көнө

15 ноябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, Молдавия ССР-ы, Кишинёв

Вафат булған көнө

30 октябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (33 йәш)

Вафат булған урыны

Румыния, Яломица жудецы, Кошерены;
Кишинёвта ерләнгән

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

йырсы

Балалары

Сын − Кристи (Кристофор)

Наградалары һәм премиялары

Орден Республики
Молдавия ССР-ның атҡаҙанған артисы

 Алдя-Теодорович Дойна Викимилектә

Дойна Алдя-Теодорович (рум. Doina Aldea-Teodorovici; 19581992) — молдаван совет йырсыһы, композитор һәм йырсы Ион Теодоровичтың ҡатыны, Молдавия ССР-ның атҡаҙанған артисы (1992).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1958 йылдың 15 ноябрендә Кишинёвта интеллигенттар Eugenia и Gheorghe Marinғаиләһендә тыуған. Атаһы яҙыусы һәм журналист, ә әсәһе Кишиневта 1 -се һанлы урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була.

Дойнаның художество таланты бала саҡтан уҡ билдәләнә, мәктәптә уҡығанда уҡ ул "Молдова-фильм" киностудияһында рус теленә дубляж яһауҙа ҡатнаша. Бер үк ваҡытта ул дөйөм белем биреү мәктәбендә лә, музыка мәктәбендә лә уҡый. 14 йәшенән "Moldoveneasca" ансамблендә эшләй. Ансамбль менән СССР-ҙың күп кенә республикаларында, шулай уҡ Монголияла, Алжирҙа, Германияла, Кипрҙа һәм Гаванала Йәштәр фестивалендә булыу бәхете тейә. 1975 йылда Дойна мәктәпте тамамлай һәм шул уҡ йылда Юрий Николаев менән берлектә "Шире круг" шоу-программаһы алып барыусыһы була. 1979 йылда тамамлай һәм белем ала Кишинев дәүләт университетының филология факультетын румын теле һәм әҙәбиәте специальносе буйынса тамамлай. 1979 - 1988 йылдарҙа бөтә донъя әҙәбиәте Кишинев педагогика институтында ( хәҙер Ион Крянгэ ис. Дәүләт педагогик иуниверситет) бөтә донъя әҙәбиәте преподавателе булып эшләй.

1981 йылда Дойна молдаван композиторы һәм йырсыһы Ион Алдя-Теодоровичкә кейәүгә сыға. 5 августа 1982 года у них родился сын — Кристофор Алдя-Теодорович. 1982 йылдың 5 авгусында уларҙың улы — Кристофор Алдя-Теодорович тыуа. Шул уҡ йылда Дойна үҙендә эстрада йырсыһы һәләтен аса һәм ул ире менән бергә сәхнәлә сығыш яһай башлай. Улар Молдавияның һәм Румынияның күп кенә ҡалаларында һәм ауылдаында сығыш яһайҙар.

1992 йылдың 30 октябрендә Ион менән Дойна, Бухарестан 49 км алыҫлыҡта, Кишиневҡа китеп барған юлда автокатастрофала һәләк булалар — уларҙың машинаһы ағасҡа барып бәрелә. Кишиневта Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнгәндәр.

1993 йылда Дойна Алдя-Теодорович (үлгәндән һуң) молдаван Республика ордены менән наградлана.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Артистарҙың улы — Кристи Алдя-Теодорович — «Doua inimi gemene» фестивален башҡарыусылар хәтеренә бағышлап ойошторған.
  • Кишиневта Ион һәм Дойна Теодоровичтарға һәйкәл асылған.[1]
  • Артистар хөрмәтенә Молдавияла иҫтәлекле 100 лей номиналында тәңкә сығарылған (ҡулланыуҙа 2010 йылдың 3 авгусынан)[2]

Исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Молдавия ССР-ның атҡаҙанған артисы (1989).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]