Алмере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алмере
нидерл. Almere
Флаг[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1976
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Алмере[d]
Этнохороним Almeerder
Дәүләт  Нидерланд
Административ үҙәге Q111692010?[1]
Административ-территориаль берәмек Флеволанд[d][2]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Маркермер[d], Эймер[d] һәм Gooimeer[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Southern Flevoland[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Almere[d]
Хөкүмәт башлығы Franc Weerwind[d]
Башҡарма власть college van burgemeester en wethouders of Almere[d]
Халыҡ һаны 214 715 кеше (1 ғинуар 2021)[3]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Алмере[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек −3 метр
Туғандаш ҡала Кумаси[d], Ольборг, Ческе-Будеёвице, Милтон-Кинс, Векшё[d], Дмитров[d], Ланкастер, Рендсбург, Ольборг (коммуна), Тайнань[d] һәм Хаапсалу
Сиктәш Бларикюм[d], Эдам-Волендам[d], Хёйзен[d], Ватерланд[d], Зеволде[d], Лелистад[d], Гойсе-Мерен[d], Хорн[d], Амстердам[d] һәм Мёйден[d]
Майҙан 248,77 км²[5]
Почта индексы 1300–1379
Электронная почта info@almere.nl[6][5]
Рәсми сайт almere.nl[5]
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге list of national monuments in Almere[d] һәм list of war memorials in Almere[d]
Число домохозяйств 81 745[7]
WordLift URL data.wordlift.io/wl01254…[8]
Ссылка на страницу обратной связи almere.nl/contact
Урындағы телефон коды 036
Карта
 Алмере Викимилектә

Алмере (нидер. Almere) — Нидерландтың үҙәк өлөшөндә Флеволанд провинцияһында община һәм ҡала. Лелистад һәм Зеволде общиналары менән сиктәш. Алмере общинаһы Алмере Стад, Алмере Хавен, Алмере Бёйтен, Алмере Хаут, Алмере Порт (төҙөлә) һәм Алмере Пампус (проектлау стадияһында) райондарынан тора.

Алмере Нидерландта иң йәш ҡалаларҙың береһе. Уның беренсе йорто 1976 йылда төҙөлөп бөткән. Алмере 1984 йылда ғына айырым община була. Ул Флеволанд провинцияһында 183 270 ( 2008 йылдың 1 ғинуарына) халҡы менән иң ҙур община булып тора[9].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алмере Флеволанд провинцияһының көньяғында урынлашҡан. Ул провинцияла иң көнбайыш община. Алмере көнбайышта һәм төньяҡта Маркермер күле, төньяҡ-көнсығышта Лелистад общинаһы, көнсығышта Зеволде общинаһы менән, шулай уҡ көньяҡта Гоймер күле менән сиктәш. Алмере алты райондан тора, шуларҙың өсәүһе реконструкциялана.

Флеволанд һәм Нидерланд провинцияһының картаһында Алмереның урынлашыуы
Алмере картаһы
Район Барлыҡҡа килеү йылы Хәле
Алмере Хавен 1976
Алмере

Стад

1980
Алмере Бейтен 1984
Алмере Хаут 1991
Алмере Поорт 2000
Алмере Пампус

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XII—XX быуаттарҙа буласаҡ Алмере общинаһы биләмәһендә Төньяҡ диңгеҙҙең Зёйдерзее ҡултығының көньяҡ өлөшө ятҡан, ул 5000 км² Нидерланд биләмәһе эсенә инеп торған. Һуңынан был биләмәләрҙә - сөсө һыулы Эйсселмер күле булған[10]. 1975 йылда «Зёйдерзее» проекты сиктәрендә бер өлөшө киптерелгән һәм буласаҡ Алмере общинаһының үҫеше башланған. Уның беренсе йорто 1976 йылда тамамланған 1984 йылда Алмере айырым община була. Общинаны бургомистр етәкләй.

Ҡала 1970 йылда проектлана, шуға күрә тәүге йорттар функционализм рухында һәм социаль айырманы бөтөрөүҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Ҡалала «Алмере Сити» (элекке «Омниворлд») футбол клубы бар.

Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алмере станцияһы.

Община 6 районға бүленгән, дөйөм алғанда Алмерела 183 270 кеше йәшәй (2008 йылдың 1 ғинуарына).

Район Халҡы (2007)
Алмере Хавен 507 22
Алмере Стад 261 105
Алмере Бёйтен 751 51
Алмере Хаут 1345
Алмере Порт 134
Алмере Пампус
Демографияһы

Демографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  Алмере Хавен Алмере Стад Алмере Бёйтен Алмере Хаут Алмере Порт Дөйөм алғанда
1970           52
1975           47
1980 6596         6632
1985 410 21 240 17 1559     40 297
1990 355 22 024 37 499 11     71 087
1995 376 22 816 58 740 22 564   496 104
2000 237 22 934 83 290 35 336 1   797 142
2005 590 22 560 103 358 47 1366 175 008
2009[11] 382 22 115 107 54 228 1 097 370 827 185

Урындағы үҙидара органдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Almere Schouwburg» театры

Алмере муниципаль берәмек булып тора. Ҡала үҙидараһының вәкәләтле органы булып муниципаль совет тора. Советтың 39 ағзаһы дүрт йылға бер һайлана. Һайлауҙарҙа бөтә өлкән халыҡ ҡатнаша ала (теләһә ҡайһы гражданлыҡ менән), тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн Алемерела 5 йыл йәшәү цензы ҡуйылған. Урындағы үҙидараның башҡарма органы булып башҡарма совет тора, ул бургомистр һәм Администраторҙар советы тарафынан ойошторола. Һуңғыһы муниципаль советҡа һайлауҙарҙа еңеү яулаған партиялар коалицияһы тарафынан формалаша. Алмереның Администраторҙар советында — 4 кеше[12].

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төҙөлөп ятҡан «Порт Алмере» станцияһы күренеше

Алмере ҙур автотранспорт һәм тимер юл үҙәге. Ҡала аша A6 һәм A27 автострадалары үтә. 1987 йылда Алмере тимер юлдарҙың милли селтәренә тоташтырылған (nl:Nederlandse Spoorwegen), 1988 йылда тулыһынса Флеволейн тимер юл тармағын төҙөү тамамлаған (nl:Flevolijn), ул Лелистад һәм Алмерены Весп станцияһы (nl:Weesp Station) менән тоташтыра.

Алмере муниципалитетында — биш тимер юл станцияһы:

  • Almere Muziekwijk (1987 йылда асылған)
  • Алмере Сентрум (1987 йылда асылған)
  • Almere Parkwijk (1996 йылда асылған)
  • Алмере Бейтен (1987 йылда асылған)
  • Almere Oostvaarders (2004 йылда асылды).

Алтынсы станция — Алмере Портты өс йылдан асыу планлаштырыла.

Бынан тыш, Алмеренан Хилверсюм, Зеволде, Хардервейк ҡалаларына, Амстердам аэропорты Схипхол һәм Амстердамдың Амстел тимер юлы станцияһына ҡала-ара автобус юлдары йөрөй.

Ҡала транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алмере транспорты.

Алмереның транспорт инфраструктураһы уның велосипедсылар (айырым велосипед юлдарын индереп), автомобиль йөрөтөүселәр һәм автобус (автобус хәрәкәте өсөн айырым һыҙыҡтар) пассажирҙары өсөн инфраструктураға бүленеүе менән иғтибарға лайыҡ.

10. Алмерела ҡала райондарын хеҙмәтләндереүсе 10 автобус линияһы бар:

  • 1 Алмере Бёйтен Stripheldenbuurt - Almere Haven de Marken
  • 2 CS Almere - Gooisekant
  • 3 Almere de Vaart - Almere Haven Centrum
  • 4 CS Almere - Almere Poort Columbuskwartier
  • 5 Almere Oostvaarders - Almere Busstation 't Oor
  • 6 CS Almere - Almere Parkwijk
  • 7 Almere Noorderplassen - Almere Sallandsekant
  • 8 CS Almere - Kemphaan
  • 9 Алмере Бёйтен - Алмере de Vaart
  • 10 Алмере Бёйтен- Алмере Стад Gooisekant

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алмерела төҙөлөп ятҡан замок

Алмере түбәндәге ҡалалар өсөн туғандаш:

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алмерела типик йорт

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]