Эстәлеккә күсергә

Аманат (журнал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аманат
Нигеҙләү датаһы март 1929
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Мөхәррир Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Рәсми сайт amanatrb.ru

Аманат — нәфис-публицистик журнал. Мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Башҡортостан Республикаһында башҡорт телендә ай һайын нәшер ителә.

Баҫманың исемендәге «аманат» һүҙе — «васыят» тигән мәғәнәлә. Баҫма Башҡортостан халҡы, балалар тормошо, фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра. Журналда мәктәп тормошо, тәбиғәтте һаҡлау, буш ваҡытты ойоштороуға арналған бүлектәр бар.

  • 1929 йылдың мартынан Башҡортостан пионерҙар ойошмаһының һәм РКСМ өлкә комитетының органы булараҡ «Керпе» исеме менән нәшер ителә. Журналды ойоштороусыһы һә беренсе мөхәррире М. Хәй була.
  • 1931 йылдың ғинуарынан баҫма «Пионер» исеме менән донъя күрә.
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында журналды сығарыу туҡтатыла, ул 1952 йылдың сентябренән яңынан нәшер ителә башлай.
  • 1991 йылдың апреленән журнал «Аманат» тип атала.

Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев, Фәүзиә Рәхимғолова кеүек күренекле әҙиптәр тәүге әҫәрҙәрен «Пионер» журналында баҫтырған.

Журналды Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан һәм Ҡаҙағстанда алдырып уҡыйҙар.

  • 2019 йылда журнал «Тылсымлы һүҙ» Бөтә Рәсәй балалар матбуғаты фестивалендә милли телдәге иң яҡшы баҫма тип аталды[1].
  • 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында башҡорт халҡының ҡатнашыуын әүҙем яҡтыртҡаны һәм Башҡортостанда үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Аманат» журналы «Башҡорт халҡының хәрби даны» миҙалы менән бүләкләнде. «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов баҫманың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллинға награда, башҡорт һәм урыҫ телдәрендә таныҡлыҡ тапшырҙы. Был тантана 2015 йылдың 5 октябрендә Өфөлә, «Башинформ» агентлығының матбуғат конференциялары залында үтте[2].