Анатолия цивилизациялары музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анатолия цивилизациялары музейы
төр. Anadolu Medeniyetleri Müzesi
Нигеҙләү датаһы 1921[1]
Рәсем
Принадлежит к Museum Directorate of Anatolian Civilizations[d]
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Алтындаг[d]
Урын Анкара
Рәсми асылыу датаһы 1943[2]
Йылына инеүселәр һаны 450 000
Рәсми сайт anadolumedeniyetlerimuzesi.gov.tr
Карта
 Анатолия цивилизациялары музейы Викимилектә

Анатолия цивилизациялары музейы (төр. Anadolu Medeniyetleri MüzesiAnadolu Medeniyetleri Müzesi, ингл. Anatolian Civilizations Museum of) — донъяның иң бай музейҙарының береһе, Төркиәнең төп тарихи музей, дәүләттең баш ҡалаһы Анкарала урынлашҡан.

Музей 1921 йылда барлыҡҡа килгән, артабанғы йылдарҙа Төркиәнең беренсе президенты, Анкарала хет музейы төҙөргә теләгән һәм уның өсөн яңы бина алыуға, музейға тирә-яҡтағы хет ҡалалары ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған райондарҙан бик күп экспонаттар йыйыуға булышлыҡ иткән Кәмал Ататөрк йоғонтоһонда тиҙ арала киңәйә. Шулай уҡ музей Төркиә территорияһында табылған башҡа экспонаттар менән тулылана.

Әлеге ваҡытта музей неолит, бронза быуаты, Ассирия һәм Урарту, хет һәм фригиялылар, Боронғо Греция һәм Боронғо Рим, Византия империяһы, Оттоман империяһы цивилизациялары осоро коллекцияларына эйә.

Анатолия циыилизациялары музейы 1997 йылда «Европаның йыл музейы» исеменә лайыҡ була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]