Анита Экберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анита Экберг
швед. Anita Ekberg
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Anita Marianne Ekberg
ингл. Kerstin Anita Marianne Ekberg
Тыуған көнө 29 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][3][4][…]
Тыуған урыны Мальмё[d][1][3]
Вафат булған көнө 11 ғинуар 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[3][1][2][…] (83 йәш)
Вафат булған урыны Рокка-ди-Папа[d], Рим[d], Лацио[d], Италия[3][1]
Үлем сәбәбе ауырыу
Ерләнгән урыны Skanör old cemetery[d][5][6]
Атаһы Gustav Fredrik Ekberg[d][5]
Хәләл ефете Энтони Стил[d][5] һәм Рик Ван Наттер[d][5]
Һөнәр төрө актёр, фотомодель, кино актёры, участница конкурса красоты
Уҡыу йорто Malmö Borgarskola[d]
Q89903266?
Күҙ төҫө голубой[d]
Сәс төҫө светлые волосы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Победа Мисс Швеция[d][5]
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Анита Экберг Викимилектә

Керстин Анита Марианне Экберг (швед. Kerstin Anita Marianne Ekberg; 29 сентябрь 1931 йыл, Мальме — 11 ғинуар 2015 йыл, Рокка-ди-Папа) — Швеция актрисаһы һәм фотомоделе. Ул Федерико Феллининың 1960 йыллдағы «Татлы тормош» фильмында Сильвия роле менән билдәле һәм 60-сы йылдарҙа итальян киноһының секс-символы булып һанала[7][8].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Швецияның көньяғында Мальме ҡалаһында күп балалы ғаиләлә тыуа. Үҫмер сағында модель бизнесы менән шөғөлләнә башлай һәм 1950 йылда, әсәһенең талабы буйынса «Швеция һылыуы» конкурсында ҡатнаша һәм еңеү яулай. Бер аҙҙан АҠШ-ҡа юллана, унда «Йыһан һылыуы» конкурсында ҡатнаша. Призлы урындар яуламаһа ла, Экберг «Universal» киностудияһы менән килешеү төҙөйҠалып:Sfnp. 1953 йылда драма буйынса, ораторлыҡ сәнғәте һәм инглиз теленән бер нисә дәрес алғас, Экберг Голливудта «Эббот һәм Костелло Марсҡа китә» комедияһында беренсе тапҡыр сығыш яһай, унда ҙур булмаған венера стражнигы ролен башҡара.

Артабанғы йылдарҙа Экберг реклама һәм модель бизнесында күп эшләй. 1955 йылда ул ҙур экранға ҡайтып, Джон Уэйндың «Ҡанлы аллеяһы» тип аталған мажаралы фильмында ҡатнаша. Был роль актрисаға «Ҡатын-ҡыҙҙар араһында өмөтлө яңы кеше» номинацияһында «Алтын глобус» килтерә. Экберг Дин Мартин һәм Джерри Льюис менән «Рәссамдар һәм моделдәр» (1955) һәм «Голливуд йәки юғалыу»(1956) тигән ике комедияларында ҡатнаша.. 1956 йылда Видор Кингтың эре масштаблы «Һуғыш һәм солох» эпик картинаһында Элен ролен башҡара, фильм төшөрөү Рим ҡалаһында үтә. Шул уҡ йылда «RKO» студияһы актрисаны «Мәңгелектән» драмаһына төп ролде башҡарырға саҡыра[9]. Экбергтың Голливудтағы башҡа билдәле ролдәре «Париж байрамы» (1958), «Ҡысҡырыусы ҡатын-ҡыҙ» (1958) картиналарында була.

Кино тарихына Экберг Федерико Феллининың ғибәҙәт сатирик «Татлы тормош» фильмында еңмеш суперйондоҙ ролен башҡарыуы арҡаһында килеп инә, режиссёр һуңыраҡ уны «Бокаччо-70» (1962), «Клоундар» (1971) һәм «Интервью» (1987) фильмдарында төшөрә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылдар башында Швециянан сығып киткәс, Экберг тыуған иленә һирәк ҡайта, һөҙөмтәлә Рим янындағы Дженцано-ди-Ромала төпләнә. Актриса ике тапҡыр кейәүҙә була. Актёрҙар Энтони Стил (1956—1959) һәм Рик ван Наттер (1963—1975) менән ике никахы ла айырылышыу менән тамамлана. Һуңғы интервьюларының береһендә Экберг итальян эшҡыуары, «Fiat» концерны директоры Джанни Аньелли менән романы тураһында, уның тормошоноң иң ҙур мөхәбәте булыуын, унан ул табырға хыялланғанлығын әйтеп һала.

2009 йылдың йәйендә Дженцано-ди-Ромала өйөндә йығылғандан һуң Рим клиникаһының нейрохирургик бүлексәһенә хәстәханаға эләгә. Артабан, һаулығы яҡшырһа ла, табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында була[10]. 2011 йылда Экберг янбаш һөйәген һындыра һәм бер нисә ай Римминила клиникала ята. Дауахананан сыҡҡас, Феллини Фондына финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә, сөнки үҙе өйҙә булмағанлыҡтан, өйө талауҙарға дусар була һәм янғындан зыян күрә[11].

Ғүмеренең һуңғы йылдарын Экберг үҙенең йортонда, дүрт эте менән бергә, кешеләр араһына һирәк сығып, яңғыҙлыҡта үткәрә. 2005 йылда швед журналисы менән булған бер интервьюһында ул Швецияла ерләнергә теләүен әйтә, унда уға ҡустыһы зыяратта урын һатып ала[12].

Анита Экберг йылда 2015 йылдың 11 ғинуарында 83 йәшендә Италияла Сан-Рафаэлле клиникаһында үлеп ҡала[13][14]. Медицина эксперттары әйтеүенсә, уның үлеме оҙаҡ ауырыуҙарҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙән була[15].

Һайланма фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1953 ф Эбботт и Костелло отправляются на Марс Abbott and Costello Go to Mars венерианская стражница
1955 ф Кровавая аллея Blood Alley Вей Линг
1956 ф Из вечности Back from Eternity Рена
1956 ф Война и мир War and Peace Элен Курагина
1958 ф Человек внутри (инг.)баш. The Man Inside Труди Холл
1958 ф Кричащая женщина Screaming Mimi Вирджиния Уилсон
1959 ф Сладкая жизнь La Dolce Vita Сильвия
1959 ф Под знаком Рима Nel segno di Roma Зенобия
1960 ф Монголы I mongoli Хулина
1962 ф Боккаччо-70 Boccaccio '70 Анита
1963 ф Четверо из Техаса 4 for Texas Элья Карлсон
1967 ф Семь раз женщина Sette volte donna Клоди
1969 ф Блондин – приманка для убийцы Blonde Köder für den Mörder София Ферретти
1971 ф Клоуны I clowns Анита Экберг
1972 ф Французские секс-убийства Casa d'appuntamento Мадам Колетт
1980 ф О. Н. А. S+H+E: Security Hazards Expert Эльза Библинг
1987 ф Интервью Intervista Анита Экберг

Наградалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118688502 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 http://www.repubblica.it/spettacoli/cinema/2015/01/11/news/morta_anita_ekberg-104708316/
  4. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Kerstin Anita Marianne Ekberg1931-09-29 — 2015-01-11Skådespelare, fotomodell
  6. Anita Ekberg // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. Cinema sex-symbol Anita Ekberg dies aged 83 / Deutsche Welle
  8. Anita Ekberg, International Screen Beauty, Dies at 83 / The New York Times By ANITA GATES JAN. 11, 2015
  9. Anita Ekberg, 'Dolce Vita' actress, dies. The Times of India. Дата обращения: 11 ғинуар 2015.
  10. «Film icon falls on hard times» 2015 йыл 8 декабрь архивланған., New Zealand Herald, 24 December 2011.
  11. «Dolce Vita diva Ekberg appeals for help» 2021 йыл 7 август архивланған., Zee News (India), 23 December 2011.
  12. «La dolce Anita turns 75» 2006 йыл 3 декабрь архивланған. Aftonbladet 5 October 2006  (швед.)(швед.)
  13. Skådespelerskan Anita Ekberg är död. Expressen. Дата обращения: 11 ғинуар 2015.
  14. BBC News - La Dolce Vita star Anita Ekberg dies. BBC News. Дата обращения: 11 ғинуар 2015.
  15. Anita Ekberg, International Screen Beauty and Fellini Star, Dies at 83, New York Times, January 11, 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]