Анна Анка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анна Анка
швед. Anna Anka
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
 Польша Халыҡ Республикаһы[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме пол. Danuta Anna Kołodziejska
Тыуған көнө 28 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (52 йәш)
Тыуған урыны Польша
Польша Халыҡ Республикаһы[d]
Хәләл ефете билдәһеҙ һәм Пол Анка[d]
Һөнәр төрө актёр, журналист, модель, участница конкурса красоты
Рәсми сайт annaanka.com
 Анна Анка Викимилектә

Анна Анка (швед. Anna Anka; 28 апрель 1971 йыл) ― швед-америка моделе, актёр һәм яҙыусы. Канада йырсыһы Пол Анканың элекке ҡатыны, Svenska Hollywoodfruar (Швед ҡатындары Голливудта) швед реалити-шоуында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Данута Анна Колодзейская Польша Халыҡ Республикаһында тыуған[2]. Әсәһе бик иртә вафат булған, өс йәшендә уны Швецияла, Бюв ҡалаһында йәшәгән ирле-ҡатынлы Обергтар бағымға алалар. Күсеп Ҡушма штаттарына 1993 йылда, Мисс Гавайя тропиктары халыҡ-ара конкурсының һигеҙенсе урынға эләккәндән һуң, күсә[3].

Шул уҡ ваҡытта Анка профессиональ модель булырға ҡарар итә, ә алты йыл үткәс, уны музыкант Пол Анка үҙенең шәхси тренеры сифатында эшкә ала. 2005 йылда Пол Анканан ул таба, Итан тип исем ҡушалар. Улар 2008 йылда өйләнәләр. 2010 йылда айырылышалар. Пол Анка улы Итанға хоҡуҡтарын 2017 йылдың 3 июлендә юғалта[4]. Шулай уҡ уның ҡыҙы Элли бар.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анна Анка «Аңра, аңранан да аңра» америка фильмында эпизодик роль башҡара, титрҙарҙа Анна Оберг тип күрһәтелә. Шулай уҡ бик мөһим булмаған ролдәрҙе «Белгес» һәм «Төшөрөү зонаһы» фильмдарында уйнай[5].

Анка ауырлы ҡатындар өсөн «The 30-book minute workout pregnancy» исеме аҫтында ҡулланма сығара[6].

Svenska Hollywoodfruar [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылда Анка Svenska Hollywoodfruar реалити-шоуҙа ҡатнашҡандан һуң халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай. Реалити -шоуҙа Голливудта йәшәгән өс ҡатынды күрһәтәләр. TV3 телеканалда күрһәтелгән тапшырыуҙың рейтингы ифрат юғары була[7] һәм тапшырыу әлеге телеканалда яңы тамашасы рекордын ҡуя[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Sanna Torén Björling Anna Anka tacksam över all publicitet (швед.). DN.se. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано 29 сентябрь 2009 года.(швед.). DN.se. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 сентябрь 2009. 2 ноябрь 2009 тикшерелгән.
  3. "Vart är du Anna Anka?" (In Swedish). Дата обращения: 30 сентябрь 2009. Архивировано 1 октябрь 2009 года. 2009 йыл 1 октябрь архивланған.
  4. http://www.foxnews.com/entertainment/2017/07/03/paul-anka-wins-custody-his-11-year-old-son-from-miss-sweden-anna-aberg.html
  5. The life of Anna Anka
  6. Foto: Samuel Ahlin Anna från Bjuv blev fru Anka - KVP.se - Senaste nytt | Expressen - Nyheter Sport Ekonomi Nöje. KVP.se. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано 26 октябрь 2009 года. 2009 йыл 26 октябрь архивланған.
  7. Anna Anka sprängde miljonvallen - Dagens Media (швед.). Dagensmedia.se. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. 2009 йыл 27 сентябрь архивланған.(швед.). Dagensmedia.se. 2 ноябрь 2009 тикшерелгән.
  8. Tv- och populärkultursbloggen | SvD. Blogg.svd.se. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано 27 июль 2011 года. 2011 йыл 27 июль архивланған.