Ансан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ансан
Нигеҙләү датаһы 1986
Рәсем
Дәүләт  Көньяҡ Корея
Административ-территориаль берәмек Кёнгидо[d]
Халыҡ һаны 652 800 кеше (31 октябрь 2019)[1]
Административ рәүештә бүленә Danwon-gu[d] һәм Sangnok-gu[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 139 ± 0 метр
Майҙан 149,39 км²
Рәсми сайт ansan.go.kr/www/main/mai…
Урынлашыу картаһы
Карта
 Ансан Викимилектә

Ансан (кор. 안산시?, 安山市?, Ansan-si) — Көньяҡ Кореялның Кёнгидо провинцияһындағы ҡала. Сеулдан көньяҡтараҡ урынлашҡан. Сеул менән сеул метроһының дүртенсе тармағы аша тоташа.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта Ансан Чанхангу тип аталған, әммә Силла Чиндук дәүләт ваны уны Чангу тип үҙгәртә. Ҡала хәҙерге исемен X быуатта ала.

Ансан Һары диңгеҙҙә форпост булараҡ мөһим хәрби роль уйнай. Бында Кореяның диңгеҙ буйы райондарын дошмандарҙан һаҡлау өсөн ҡеүәтле ҡәлғә (Лотос форты) урынлаша. Ван Коджондың (Чосон династияһы) 32-се йыл хаким итеүендә Ансан Сихын өйәҙе составына инә.

1976 йылда Ансан урынында Панволь сәнәғәт районына нигеҙ һалына, ул 1986 йылда Ансан ҡалаһына әүерелә[2]

Элекке исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ансан Һары диңгеҙ ярында урынлашҡан. Һары диңгеҙҙең бер нисә ҙур булмаған утрауы ҡаланың юрисдикцияһы аҫтында була. Уларҙың иң билдәлеһе һәм ҙуры — Тэбудо. Ҡала майҙаны — 144 км². Көнсығышта Ансан Кунпхо ҡалаһы менән, көньяҡта Хвасаон һәм Ыйван ҡалалары менән, төньяҡта Сихын ҡалаһы менән сиктәш. Көнбайышта Һары диңгеҙ йыуа. Ландшафты күбеһенсә тигеҙлекле, көньяҡ һәм төньяҡ өлөштә - убалы. Бер нисә йылға, шул иҫәптән Панвольчхон, Ансанчхон һәм Хванджончхон йылғалары бар. Ерҙәр игенселек өсөн яраҡлы, ауыл хужалығында дөгө өҫтөнлөклө үҫтерелә[3]

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Красноярск Район Хангыль Майҙаны, км² Халыҡ, кеше
Саннокку (상록구) Ансандон 안산동 8,35 6 445
Вольпхидон 월피동 5,89 41 377
Идон 이동 2,44 28 420
Ильдон 일동 2,41 25 762
Панвольдон 반월동 13,13 14 164
Поно-идон 본오2동 0,81 29 413
Поно-ильдон 본오1동 6,52 35 029
Поно-самдон 본오3동 1,06 25 127
Пугоктон 부곡동 5,90 19 983
Са-идон 사2동 3,87 31 830
Са-ильдон 사1동 4,68 32 496
Са-самдон 사3동 0,62 20 323
Сонпходон 성포동 1,71 32 524
Танвонг (단원구) Вадон 와동 3,23 42 118
Вонгок-идон 원곡2동 0,56 8 778
Вонгок-ильдон 원곡1동 0,95 13 903
Вонгок-пондон 원곡본동 8,05 19 305
Коджан-идон 고잔2동 1,85 26 364
Коджан-ильдон 고잔1동 3,90 29 924
Сонбу-идон 선부2동 2,10 27 363
Сонбу-ильдон 선부1동 0,86 23 328
Сонбу-самдон 선부3동 5,78 39 836
Тэбудон 대부동 40,93 5 061
Хосудон 호수동 44 592
Чходжидон 초지동 19,50 11 490

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисад нигеҙе — юғары технологилы етештереү. . 1970 йылдан башлап Ансан сәнәғәт үҙәге сифатында үҫешә. Ике эре сәнәғәт комплексы — Панволь сәнәғәт комплексы һәм Сихва сәнәғәт комплексы ойошторола. Панволь биләмәһенең дөйөм майҙаны — яҡынса 15 млн м², Сихва комплексының дөйөм майҙаны — 4 млн м² ашыу. Был ике комплекста 106 мең кеше эшләй. Төп тармаҡтары: электроника, машиналар эшләү, туҡыу сәнәғәте, металлургия.

1997 йылда Ансанда технопарк асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 2003 йылда технопарк асыла. 2008 йылда бында 80-дән ашыу фәнни һәм тикшеренеү институттары һәм лабораториялары урынлаша. Шулай уҡ эре корея юғары технологиялы продукция етештереүселәре бында үҙенең тикшеренеү үҙәктәренә эйә[4]

Туризм һәм иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп иҫтәлекле урындары:

  • Пельмаксон ҡәлғәһе — хәҙер емерелгән тиерлек. Тергеҙелгән стенаһының оҙонлоғо 225 метр тәшкил итә.
  • Ботаника баҡсаһы 220 төр үҫемлектәрҙе индерә.
  • Тэбудо утрауы — диңгеҙ курорты, үҙенең уникаль диңгеҙ аш-һыуы менән билдәле.
  • Ссангес будда ҡорамы — беренсе тапҡыр 1689 йылда йылъяҙмала телгә алына. Ҡорамдың ҡайһы бер скульптура һәм архитектура элементтары 2002 йылда Кёнгидо провинцияһының матди мираҫы исемлегенә индерелгән.
  • Пельмансондың мәҙәни фестивале — йыл һайын сентябрь айынан октябргә тиклемге осорҙа үтә. Программаһында фольклор коллективтары сығышы, театрлаштырылған парад, йәрминкә.

Юғары белем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ансанда бер нисә юғары уҡыу йорттары урынлашҡан:

  • Ансан колледжы,
  • Ансан технология колледжы,
  • Сеул сәнғәттәр институты
  • Ханян университеты кампусы

Символдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәм башҡа ҡалалар һәм илдәрҙең нисек өйәҙе, ҡайһы бер символы булып Ансан:[5]

  • Сәскә: роза — юғары выжданлылыҡ һәм аҡыл символы.
  • Ағас: гингко — граждандарҙың берҙәмлеген кәүҙәләндерә.
  • Ҡош: күгәрсен — ҡала таҙалығы һәм матурлығы символы.
  • Маскот: Techmy — ҡала үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булған юғары технологияларҙы символлаштыра.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ансан ҡалаһы түбәндәге ҡалалар менән туғандаш:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Города Южной Кореи

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://kosis.kr/statHtml/statHtml.do?orgId=101&tblId=DT_1B040A3&conn_path=I2
  2. Исторя Ансана. (ингл.). Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2011 йыл 10 сентябрь архивланған.
  3. География Ансана. Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2011 йыл 10 сентябрь архивланған.
  4. Технопарк Кёнгидо. (ингл.). Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года.
  5. Символы Ансана. (ингл.). Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2011 йыл 10 сентябрь архивланған.
  6. К. Пуликовский посетит Южную Корею. Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]