Антон Дончев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
{{{Исеме}}}
Антон Николов Дончев
Дебют:

«Пробуждение» романы

Премиялары:

Димитров премияһы

Наградалары:
«Святые Равноапостольные Кирилл и Мефодий» орден
«Святые Равноапостольные Кирилл и Мефодий» орден

Антон Николов Дончев (болг. Антон Николов Дончев; 14.09. 1930, Бургас), болгар прозаигы һәм сценарисы, Болгария Фәндәр академияһы академигы[1].

Яҙыусының иң билдәле романы — «Час выбора (болг.)баш.»[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930 йылдың 14 сентябрендә Бургаста почта хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуа. Бала сағында уҡ өләсәһе Сребра аша халыҡ йырҙары һәм риүәйәттәре менән таныша[3].

Ғаилә ҡаланан ҡалаға күсенеп йөрөй, ғаилә башлығы отставкаға сыҡҡас, Велико-Тырново ҡалаһында төпләнә[4]. Бында Антон 1948 йылда гимназия тамамлай, шунан изге Климент Охридский исемендәге София университетының юридик факультетын тамамлай. Уҡығанда автомобиль һәм тимер юлдар төҙөлөшөндә лә эшләй. Университетты тамамлағас, 1953 йылда Велико-Тырновола бер нисә ай судья булып эшләй. Эштән киткәс, үҙен тулыһынса яҙыусылыҡ эшенә арнай[4][5].

Ике тапҡыр өйләнә. Беренсе ҡатыны, шахматистка Эвелина Троянская, 2000 йылда һәләк була. Беренсе никахтан улы Никола тыуа.

79-сы йәшендә 64 йәшлек Райна Василеваға өйләнә[6].

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп йылдарында уҡ шиғыр яҙыу менән мауыға, тәүге ике романын яҙа. Димитр Мантов менән берлектә яҙған «Пробуждение» (1956 йыл) тигән тарихи әҫәр баҫылып сыҡҡан тәүге романы була[4][7].

Үҙ аллы яҙған тәүге китабы — «Сказание о времени царя Самуила» (1961 йыл), уға Болгар яҙыусылары союзының премияһы бирелә.

Өс йылдан, 1964 йылда, Дончевҡа донъяла билдәлелек килтергән «Час выбора» романы нәшер ителә (болг. Време разделно)[5].

Артабан Дончев кинематографистар, телевидение менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, сценарийҙар яҙа, шул иҫәптән үҙенең романдары буйынса ла[3].

1998 йылда «Странный рыцарь Священной книги» романы өсөн Балканика (болг.)баш. халыҡ-ара әҙәби премияһы менән бүләкләнә.

Яҙыусының башҡа романдары араһында — «Калоян» (1963 йыл), «Сказание о хане Аспарухе, князе Славе и жреце Тересе» (4 том, 19681992 йылдар), «Девять лиц человека» (1989 йыл), «Три жизни Кракры» (2007 йыл)[3][5], «Тень Александра Великого» (2016 йыл)[8].

Бер нисә тапҡыр әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына тәҡдим ителә[1].

«Час выбора»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антон Дончев хәтерләүенсә, «Час выбора» романын ул 41 көндә яҙған[5].

Китаптағы хәл-ваҡиғалар XVII быуатта Родоп тауҙарында Болгарияны Ғосман империяһы баҫып алғандан һуң бара; был осорҙа болгарҙарҙы исламға күсереү бара[9]. Романда власть, көсөргәнешле тарихи осорҙарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың бер нисә быуат буйы бөтә халыҡ яҙмышына йоғонто яһауы мәсьәләләре күтәрелә; шәхси һәм дини ҡиммәттәр бәрелеше һүрәтләнә. Геройҙарҙың эш-ғәмәлдәре ҡаһармандарса һәм фажиғәле итеп тасуирлана; килеп тыуған ҡармарлы мораль-этик мәсьәләләр тынғынан яҙҙыра, роман һәләкәткә дусар булғанлыҡ идеяһы менән һуғарылған[10].

Романдағы ваҡиғалар ике персонаж исеменән һөйләнелә: болгар христиандары яғынан — афон монахы Алигорко атаҡай, ғосман мосолмандары яғынан — Венецияның Кандия ҡәлғәһе өсөн алышта әсирлеккә алынған һәм ислам ҡабул иткән Венецианец ҡушаматлы француз дворяны исеменән. Һәр береһенең тормошо драматик төҫ ала, шулай ҙа — яҙмыш һәм менталитет төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан — ахырҙа уларҙың ҡараштары оҡшашҡа әйләнә[10].

Китап ҡат-ҡат нәшер ителә[3], 25-тән ашыу телгә тәржемә ителә, ә 1987 йылда режиссёр Людмил Стайков уның буйынса «Время выбора (болг.)баш.» тигән фильм төшөрә[11].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Димитров премияһы (1966 йыл).
  • Бургастың почётлы гражданы (2000 йыл)[1].
  • 1-се дәрәжә «Стара Планина» ордены (2001 йыл)[12].
  • «Апостолдарға тиң изгеләр Кирилл һәм Мефодий» ордены (2010 йыл)[13].
  • Бургас ирекле университетының почётлы докторы[1].
  • «Ирекле Паисий Хилендарский» дәүләт бүләге. 1899 йыл.
  • 2014 йылғы Христо Данов исемендәге премия.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 АКАДЕМИК АНТОН ДОНЧЕВ (болг.). Бургасский свободный университет. Дата обращения: 1 апрель 2016.
  2. Писатель Антон Дончев: “Читатели – мои соавторы”. Радио България (14 сентябрь 2010). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Книга Нобелевского номинанта вышла в серии «Новый болгарский роман». Болгарский Культурный Институт. Дата обращения: 1 апрель 2016.
  4. 4,0 4,1 4,2 Биография (болг.). Вебсайт «Антон Дончев». Дата обращения: 1 апрель 2016.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Исак Гозес. Антон Дончев навърши 85 години, а великият му роман „Време разделно” - 52 (болг.). БЛИЦ (15 сентябрь 2015). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  6. Асен Топалов и Даниела Кръстева. Антон Дончев стана младоженец на 79! (болг.). БЛИЦ (2 декабрь 2009). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  7. Пробуждане: исторически роман. Google Книги. Дата обращения: 1 апрель 2016.
  8. Панко Анчев. Властта като творец на историята (болг.). «Дума» (13 февраль 2016). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  9. Боян Василев Хранитель духа истории // Литературная газета : газета. — М., 2010. — № 37. — ISSN 0233-4305.
  10. 10,0 10,1 Владимир Янев. "Време разделно" на Антон Дончев (болг.). Електронно издателство LiterNet (26 ғинуар 2009). Дата обращения: 1 май 2016.
  11. Лариса Михальчук. Властелин прошлого. Белорусы и рынок (9 апрель 2007). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  12. Петър Стоянов награди изтъкнати творци и учени с орден "Стара Планина" (болг.). News.bg (23 май 2001). Дата обращения: 1 апрель 2016.
  13. Антон Дончев с орден "Св.св. Кирил и Методий" (болг.). Труд (15 сентябрь 2010). Дата обращения: 1 апрель 2016. 2016 йыл 9 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]