Ариёси Савако

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Савако Ариёси (21 ғинуар 193130 август 1984)[1][2] — билдәле япон яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм драматург. Япон йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауырлыҡтары тураһында яҙған феминистик автор[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Савако Ариёси 1931 йылдың 21 ғинуарында Вакаямаҡалаһында тыуа[4]. Ул тыуыр алдынан ата-әсәһе АҠШ-та йәшәй, ә бала сағының күп өлөшөн Ява утрауында үткәрә. Ариёсиның ата-әсәһе йыш ҡына атаһының эше арҡаһында күсенә, әммә ҡыҙҙарының Японияла тыуыуын теләй. Сырхау бала булараҡ йыш ҡына Индонезия мәктәбендә дәрестәр ҡалдыра һәм ата-әсә китапханаһында булған Нацумэ Сосэки, Такэо Арисима кеүек авторҙарҙың китаптарын уҡый. Ғаилә 1941 йылда Японияға Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан ҡайта[5].

1949 йылдан башлап Токиолағы ҡыҙҙар өсөн христиан колледжына инглиз әҙәбиәте һөнәре буйынса уҡырға инә, унда әҫәрҙәре өсөн бер нисә премия яулай. 1952 йылда колледждан сыҡҡас, китап нәшриәтендә һәм бер нисә әҙәби журналдарҙа эшләй башлай, бер үк ваҡытта әҫәрҙәре өҫтөндә лә эшләй. Ариёсиның тәүге әҙәби уңышы булып «Балладалар» баҫмаһы тора (япон. 地唄) 1956 йылда китап бик күп баһаламалар ала һәм, еңеү яуламаһа ла, абруйлы Рюноскэ Акутагава исемендәге премияға тәҡдим ителә. 1959 йылдан башлап яҙыусы донъя буйлап әүҙем сәйәхәт итә, Ҡытайға, Яңы Гвинеяға, АҠШ-ҡа, Европа илдәренә һәм Яҡын Көнсығышҡа бара[6][7]. Шул уҡ йылда яҙыусыға билдәлелек килтергән беренсе ҙур романы— «Река Ки» баҫыла (япон. 紀ノ川)[8]. Савако Ариёси өсөн илһам сығанаҡтарының береһе булып Каноко Окамотоның «Колесо жизни» китабы тора. Ариёси раҫлауынса, уны уҡымайынса ул яҙыусы булып китмәҫ ине. Уны Окамотоның «ирекле» яҙыу стиле һәм уның образдарының "хислелеге" хайран ҡалдыра[9].

Яҙыусы 1984 йылдың 30 авгусында йөрәк етешмәүсәнлегенән Токиола 53 йәшендә вафат була. Скотт Миллер раҫлауынса, Савако Ариеси «карьераһының иң бейек нөктәһендә» вафат була[1][10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Miller, 2009, p. 8
  2. McClain, 1977, p. 211
  3. Miller, 2009, p. 22
  4. Ariyoshi Sawako (англ.). Encyclopedia BritannicaДата обращения: 3 апреля 2021. Архивировано 9 мая 2021 года.
  5. McClain, 1977, p. 212
  6. Ariyoshi Sawako (англ.). Encyclopedia BritannicaДата обращения: 3 апреля 2021. Архивировано 9 мая 2021 года.
  7. McClain, 1977
  8. Miller, 2009
  9. Suzuki, 2010
  10. Ariyoshi Sawako (англ.). Encyclopedia BritannicaДата обращения: 3 апреля 2021. Архивировано 9 мая 2021 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Miller, Scott. Historical Dictionary of Modern Japanese Literature and Theater. — Lanham: Scarecrow Press, 2009. — 191 с. — ISBN 9780810863194.
  • Suzuki, Michiko. Becoming Modern Women: Love and Female Identity in Prewar Japanese Literature and Culture. — Stanford: Stanford University Press, 2010. — 233 с. — ISBN 9780804772952.
  • McClain, Yoko Ariyoshi Sawako: Creative Social Critic (инг.) // The Journal of the Association of Teachers of Japanese. — 1977. — В. 2/3. — Т. 12. — С. 211. — DOI:10.2307/489167
  • Hartley, Barbara Writing the Body of the Mother: Narrative Moments in Tsushima Yuko, Ariyoshi Sawako and Enchi Fumiko (инг.) // Japanese Studies. — 2003. — В. 3. — Т. 23. — С. 293–305. — DOI:10.1080/1037139032000156360

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]