БМО Секретариаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
БМО Секретариаты
Нигеҙләү датаһы 1945
Логотип
Ойошма етәксеһенең вазифаһы БМО-ның Генераль секретары
Вазифа биләй Антониу Гутерреш
Баш компания (ойошма, предприятие) БДО
Бойһонған ойошма (филиал) United Nations Department of Political and Peacebuilding Affairs[d]
Cтатус официального наблюдателя в организации Форум тихоокеанских островов[d][1]
Рәсми сайт un.org/about-us/secretar…
 БМО Секретариаты Викимилектә
БМО Секретариаты, Нью-Йорк

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Секретариаты (БМО Секретариаты) — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының төп органдарының береһе.

Секретариат бурыстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Секретариат бурыстарына ҡабул ителгән программаларын тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән халыҡ-ара тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларына етәкселек итеү һәм бәхәстәрҙә аралашсылыҡ; әһәмиәтле иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса күҙәтеүҙәр төҙөү; БМО-ның башҡа органдарын эш менән тәьмин итеү , шул иҫәптән, мәғлүмәт менән дә: киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш, БМО-лның рәсми телдәрҙенә тәржемә итеү инә.

БМО секретариатына БМО-ның Генераль секретары етәкселек итә, уны Генераль Ассамблея БMO-ның Именлек Советы тәҡдиме буйынса 5 йыллыҡ мөҙҙәткә тәғәйенләй, ҡабаттан тәғәйенләнеү һаны сикләнмәй. Генераль секретарь секретариат хеҙмәткәрҙәрен тәғәйенләй.

Генераль секретарь һәм секретариат хеҙмәткәрҙәре БМО алдында ғына иҫәп-хисап тота, ә ағза дәүләттәр эштәренә ҡамасаулмаҫҡа бурыслы. 2014 йылдың 30 июненә ҡарата, дөйөм алғанда секретариат персоналы яҡынса 41 426 хеҙмәткәр тәшкил итә[2]..

Секретариат структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БМО-ның Секретариатының структураһы ошолай: [2]:

  • БМО-ның Генераль секретары Канцелярияһы
  • БМО-ның Эске күҙәтеү хеҙмәттәре идаралығы
  • БМО-ның хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса идаралығы
  • БМО-ның Сәйәси мәсьәләләр буйынса департаменты
  • БМО-ның Ҡоралһыҙлаыу мәсьәләләре буйынса идаралығы
  • БМО-ның Именлек һаҡлау операциялары буйынса департаменты
  • БМО-ның Операцияларға идара итеү департаменты
  • БМО-ның Законлылыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеүсе органдар эштәре буйынса идаралығы
  • БМО-ның Хәрби хәрәкәттә ярҙамы департаменты
  • БМО-ның Гуманитар мәсьәләләргә йүнәлеш биреү буйынса идаралығы
  • БМО-ның Иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса департаменты
  • БМО-ның Генераль Ассамблея һәм конференцион идаралыҡ эштәре буйынса департаменты
  • БМО-ның Йәмәғәт мәғлүмәте департаменты
  • БМО-ның Идаралыҡ мәсьәләләре буйынса департаменты
  • БМО-ның Йыһан киңлеге мәсьәләләре буйынса идаралығы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]