Беринг диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беринг диңгеҙе
УрынлашыуыТымыҡ океан 
Майҙаны2 315 000 км²
Күләме3 796 000 км³
Иң ҙур тәрәнлек4151 м
Уртаса тәрәнлек1600 м
Тымыҡ океан
Точка
Беринг диңгеҙе
 Беринг диңгеҙе Викимилектә

Беринг диңгеҙе — Тымыҡ океан диңгеҙе. Тымыҡ океандың төньяғында урынлашҡан, унан Алеут һәм Командор утрауҙары менән айырыла. Беринг боғаҙы аша Чукот диңгеҙе һәм Төньяҡ Боҙло океан менән тоташа. Беринг диңгеҙе һыуҙары Рәсәй һәм АҠШ яр буйҙарын йыуа.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат карталарында диңгеҙ Камчатка диңгеҙе, йәғни Ҡондоҙло диңгеҙ тип аталған[1][2]. Артабан диңгеҙгә һәм шулай уҡ боғаҙға диңгеҙ сәйәхәтсеһе Витус Ионассен Беринг исеме бирелә[3][3][4].

Майҙаны 2,315 млн км². Уртаса тәрәнлеге — 1600 метр, максималь тәрәнлеге — 4 151 метр. Диңгеҙ төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай — 1 600 км-ға, көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай — 2 400 км-ға һуҙылған. Һыу күләме — 3 795 мең км³. Тоҙлолоғо 33—34,7.

Иң ҙур ҡултыҡтары: Анадырь, Карага, Олюторск, Корф, Тәре, Нортон, Бристольң, Кускоквим.

Утрауҙары:

  • АҠШ биләмәһендә (Аляска штаты): Прибылов, Алеут һәм Диомид утрауҙары (көнсығыш өлөшө), Изге Лаврентия утрауы, Нунивак утрауы, Кинг утрауы, Изге Матвей утрауы.
  • Рәсәй биләмәһе (Чукотка АО һәм Камчатка крайы): Диомид утрауҙары (көнбайыш өлөшө), Командор утрауҙары, Карага утрауы.
Боҙҙа ял итеүсе морждар

Диңгеҙгә Юкон һәм Анадырь йылғалары ҡоя.

Йыл һайын сентябрҙән алып диңгеҙ боҙ менән ҡаплана, ул июлдә ирей[5].

Диңгеҙҙә 402 балыҡ төрө (65 ғаиләнән) тереклек итә. Уларҙың 50 төрө — промысла балыҡтары. Шулай уҡ бында 4 төр диңгеҙ ҡыҫалаһын, 4 төр креветкалар, 2 төр молюскыларҙы аулайҙар.

Һөтимәрҙәрҙән диңгеҙҙә балдаҡлы нерпа (акиба), ғәҙәти тюлень (ларга), диңгеҙ ҡуяны (лахтак), крылатка һәм тымыҡ океан моржы, нарвал, һоро кит, гренланд киты, горбач, финвал, япон (көньяҡ) киты, сейвал, төньяҡ күк кит тереклек итә.

Төп порттары: Провидения, Анадырь (икеһе лә Рәсәй), Ном (АҠШ).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Карта новых открытий в Восточном океане, 1781 г. на сайте Мировой цифровой библиотеки
  2. Новая географическая дорожная карта Российской империи с означением 57 губерний, 8 областей, 4 градоначальств, 4 управлений, 8 воеводств, Земли Большой и Малой Кабарды и Киргиз Кайсаков. С показанием учебных округов, городов, примечательных мест, водяных сообщений, почтовых проезжих дорог, и расстояние между оными в верстах. Составлена и издана служащим в Военно-типографическом депо капитаном Медниковым. 1833. С.-Петербург. Издание сей карты служит единственно руководством преподавающим и учащимся Российской географии по курсу Г. Г. Профессор. Арсеньева и Зяславского и для путешествующих по России.
  3. 3,0 3,1 Берингово море // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  4. Леонтьев В. В., Новикова К. А. Топонимический словарь северо-востока СССР. — Магадан : Магаданское книжное издательство, 1989, стр 86
  5. Леонов А.К. Региональная океанография. — Ленинград, Гидрометеоиздат, 1960. — Т. 1. — С. 164.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]