Буэнос-Айрес университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буэнос-Айрес университеты
Universidad de Buenos Aires
(UBA)
Девиз

Argentina Virtus Robur et Studium (лат.)

Асылған йылы

1821

Ректор

Rubén E. Hallú

Урынлашыуы

Аргентина Буэнос-Айрес

Сайт

http://www.uba.ar/

Буэнос-Айрес университеты (исп. Universidad de Buenos Aires, UBA) — Аргентинаның иң ҙур университеты.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет илдең баш ҡалаһы Буэнос-Айреста 1821 йылдың 12 авгусында асыла. 13 факультеттан, 6 клиниканан һәм 10 музейҙан тора. «Буэнос-Айрес милли колледжы», «Карлос Пеллегрини юғары коммерция мәктәбе» һәм «Икенсе ирекле белем институты» юғары мәктәптәре менән бәйләнгән.

Латин Америкаһында университет иң яҡшы 10 юғары уҡыу йорттары рәтенә керә. Аргентинаның башҡа милли университеттары һымаҡ финанс яғынан дәүләткә буйһонған, шуға ҡарамаҫтан ул бойондороҡһоҙ, автономиялы, донъяуи һәм түләүһеҙ (шул иҫәптән сит ил граждандары өсөн) тип иҫәпләнә. Автономиялы университет булараҡ, уның уҡытыусылар, студенттар һәм тамамлаусылар вәкилдәренән торған 1918 йылдаҫүғы реормаларҙан һуң һаҡланып ҡалған айырым идаралыҡ системаһы бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]