Габриэле Посаннер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Габриэле Посаннер
Gabriele Possanner
Тыуған көнө

27 ғинуар 1860({{padleft:1860|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Австрия империяһы, Пешт

Вафат булған көнө

14 март 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны

Өсөнсө рейх, Вена

Подданлығы

Австрия

Эшмәкәрлеге

табип

 Габриэле Посаннер Викимилектә

Габриэле Посаннер (нем. Gabriele Possanner; 27 ғинуар 1860 йыл, Пешт, Австрия империяһы14 март 1940 йыл, Вена, Өсөнсө рейх) — Австрияла ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге табип.[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы Бенжамин Посаннер юрист булған, ул үҙенең эше арҡаһында күп сәйәхәт иткән, шунлыҡтан 20 йәш тулғансы Габриэле 8 ҡалала йәшәп өлгөрә[2]. 1880 йылдың октябрендә Бенжамин Посаннер Венала Империя ҡаҙнасылығына эшкә урынлаша һәм уның ғаиләһе ошо ҡалала йәшәй башлай.

Аҙаҡ Габриэле Посаннер Босния һәм Герцеговинаға күсә, бында йәмәғәт табибы булып эшләй, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарын хеҙмәтләндерә[3]. 1894 йылда Цюрих университетының медицина дипломын ала, әммә тик 1897 йылда ғына Вена комиссияһы алдында имтихан тапшыра ала, был уға Австро-Венгрияның баш ҡалаһында рәсми рәүештә табип булып эшләргә булышлыҡ итә[4]. Шулай итеп, 1897 йылда ул ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүгеләрҙән булып медицина дипломы менән Вена университетын тамамлай. Бынан һуң 1903 йылға ҡәҙәр Австро-Венгрия хәстәханаларында берҙән-бер табип-ҡатын-ҡыҙ булып ҡала.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1960 йылда Венаның Хитцинг районы урамдарының береһенә уның исеме бирелә.
  • 2004 йылда Венаның 9-сы районына уның исеме бирелә.
  • Венаның 21-се районында Габриэле Посаннер исемендәге Дисциплиналар-ара тикшеренеүҙәр институты урынлашҡан.
  • 1997 йылда Габриэле Посаннер дәүләт премияһы булдырыла, ул феминизм өлкәһендәге тикшеренеүҙәр өсөн бирелә. Премия ике йылға бер тапҡыр Австрияның Фән һәм тикшеренеүҙәр федераль министрлығы тарафынан тапшырыла[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Buffalo Medical Journal.
  2. Gabriele Possanner von Ehrenthal. www.deutschlandmed.de. Дата обращения: 17 апрель 2018.
  3. Geocaching Geocaching - The Official Global GPS Cache Hunt Site (ингл.). Дата обращения: 17 апрель 2018.
  4. Women Students. www.univie.ac.at. Дата обращения: 17 апрель 2018.
  5. Bundesministerium für Bildung, Wissenschaft und Forschung: Bundesministerium für Bildung, Wissenschaft und Forschung (нем.). bmbwf.gv.at. Дата обращения: 17 апрель 2018.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Possanner von Ehrenthal Gabriele Freiin, by M. Jantsch, in «Austrian Biographical Encyclopedia 1815—1950» (OBL). Volume 8, Austrian Academy of Sciences, Vienna, 1983, ISBN 3-7001-0187-2, pg. 222