Гавр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гавр
франц. Le Havre
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Le Havre[1] һәм Le Havre-Marat[2]
Архивы хранятся в Archives municipales du Havre[d]
Дәүләт  Франция[3]
Административ үҙәге Гавр[d], Гавр-1[d][4], Гавр-4[d][4], Гавр-6[d][4], Гавр-2[d][4], Q2239524?, Гавр-3[d][4], Q2624202?, Q3246819? һәм Гавр-5[d][4]
Административ-территориаль берәмек сообщество агломерации Ле-Гавр[d], Приморская Сена[d] һәм Гавр[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область Q108921929? һәм Q3551193?
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Сена[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Le Havre[d]
Хөкүмәт башлығы Эдуар Филипп[d]
Халыҡ һаны 166 058 кеше (1 ғинуар 2021)[5]
Ир-егеттәр 80 129[6]
Ҡатын-ҡыҙҙар 90 018[6]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2 метр
Туғандаш ҡала Магдебург[7][8][9][…], Далянь[d][10][11][12][…], Port of Amsterdam[d], Санкт-Петербург[13][14][15], Саутгемптон[8], Тампа[d][16][8], Айдын, Иберхерн[d], Сан-Франсиско-де-Кампече[d], Пуэнт-Нуар[d][17][18] һәм Триест[d]
Бойһонған ойошма (филиал) Q112864536?
Милке Жюль Дешазо[d], Dock Océane[d] һәм Стад Каве Верт[d]
Сиктәш Арфлёр[d], Fontaine-la-Mallet[d], Гонфревиль-л'Орше[d], Монтивилье[d], Октевиль-сюр-Мер[d] һәм Сент-Адресс[d]
Алыштырған Rouelles[d]
Майҙан 46,95 км²[19]
Почта индексы 76600[20], 76610[20] һәм 76620[20]
Электронная почта mairieduhavre@lehavre.fr[21]
Рәсми сайт lehavre.fr[21]
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге Q3252400?
Демография темы demographics of Havre[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 15 881
Ссылка на страницу обратной связи lehavre.fr/page/contact[21]
Урындағы телефон коды 39
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Гаврҙа ерләнгәндәр[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Le Havre[d]
Карта
 Гавр Викимилектә

Гавр (франц. Le Havre, [lə ˈɑːvʀ] ) — Францияның төньяғындағы ҡала һәм коммуна, Нормандия төбәгендә, Сена Приморская департаментындағы супрефектура. Гавр порты — Францияның иң эре порттарының береһе.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гавр Сенаның уң яҡ ярында, уның янында ғына — Эстуария. Ҡаланан туранан-тура диңгеҙгә һәм Ла-Манш боғаҙығына сығырға мөмкин. Гаврҙы күрше Онфлёр ҡалаһынан Сена ғына айырып ята. Гаврҙан төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан — Па-де-де-Кале боғаҙы ярҙары.

Ҡала ике өлөшкә: Үрге һәм Түбәнге ҡалаға бүленә. Уларҙың сиктәре Феликс Фор һәм Де Гобеликс урамдары, 329-сы һәм Марешаль Жоффре, Сальвадора Альенде һәм Аристид Бриан, Пабло Неруда һәм Вёдун урамдары араһында ятҡан ҡаялар буйынса үтә. Көнсығышта ҡаялар сиге Гавр вокзалының тимер юл линияһы буйлап үтә.

Гавр — порт ҡалаһы. Ғәмәлдә Түбәнге ҡала тулыһынса диңгеҙ һыуы менән уратып алынған һәм бассейндар менән йырғысланған. Үҙәктә (Түбәнге ҡала): Вобан бассейны, Сауҙа, Дю Рой бассейны, Де ла Бар, Да ла Цитадель. Портта түбәндәге бассейндар (гавандар) урынлашҡан: Ла Манш, Бейллот, Эр, Ватин, Флювиаль, Теофиль Дюкрок, Рене Коти, Дю Пацифик, Ветиляр, Губерт Рауль-Дюваль, шулай уҡ Марсель Деспуоль һәм Төшөрөү бассейны (Гаврҙың көнсығыш сигендә)

Гаврҙың иң ҙур бассейны — Губерт Рауль-Дюваль[22]. Ул Гаврҙың һәм Гавр портының көньяҡ сигендә урынлашҡан; Сена ҡултығынан плотина менән айырылған.

Гавр картаһы

Сәғәт бүлкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гавр халыҡ-ара стандарттар буйынса Урта Европа ваҡыты тип билдәләнгән сәғәт бүлкәтенә ҡарай. Бөтә донъя координацияланған ваҡыттан айырма +1:00 генә.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гаврҙа уртаса океан (диңгеҙ) климаты. Ла-Манш боғаҙы бик күптән Гавр тирәһендәге һауа торошона йоғонто яһай.

Йыл дауамында яуым-төшөм бер төрлөрәк миҡдарҙа була, тик көҙөн генә бер аҙға арта.

Боғаҙ климат үҙгәрешенә ныҡ йоғонто яһай. Һауа торошо бик үҙгәреүсән. Гаврға дауылдар һәм йәшендәр хас (ҡышҡы осорҙа йыш ҡына була).

1987 йылдың 16 октябрендә Гаврҙың Кап-де-ла-Гев биҫтәһендә диңгеҙ еленең максималь тиҙлеге 180 км/сәғәткә етә[23].

Ай Ғинуарҙа Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь Йыл
Уртаса температура (°C) 4,6 4,9 6,8 8,8 12,1 14,8 17 17,2 15,7 12,6 8,2 5,6 10,7
Яуым-төшөм һаны (мә) 62,6 49 54,3 42,9 52,7 52,6 50,2 48,5 64,5 74,1 88,1 69,4 708,6
Ҡояш сәғәте һаны/көнө 62,9 (2,62) 87,7 (3,65) 136,2 (5,68) 179,5 (7,48) 214,6 (8,94) 224,4 (9,35) 237,8 (9,91) 218,5 (9,10) 168,3 (7,01) 124,5 (5,19) 74,7 (3,11) 56,7 (2,36) 1878
Сығанаҡ: Климат Гавр[24]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гаврға кешеләр неолит дәүерендә килеп төпләнгән булырға тейеш. Тимер быуатта был ерҙәргә кельт ҡәбиләләре килеп йәшәй. Галло-Рим дәүерендә Сена тамағында Лилльбоннды Ла-Манш ярҙары менән тоташтырыусы юлдар ҙа була. IX быуатта бында Гравиль аббатлығына нигеҙ һалына, XI быуатта диңгеҙ яры буйҙарында Лёр ауылы һәм уның янындағы порт ҡалҡып сыға. Был порт суднолар Сена буйлап Арфлер портына үтеү өсөн диңгеҙ һыуының күтәрелеү мәлен көтә торған урын хеҙмәтен үтәй. Шул уҡ ваҡытта Англияны Норманд баҫып алыуында ҡатнашҡан Гийом Мале Гравилела замок төҙөй, әммә был замок Йөҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында бөтә оборона нығытмалары менән бергә юҡҡа сыға, ә тирә-яҡтағы биләмә ташландыҡ хәлгә килә.

XVI быуатта, Сена тамағына ләм ултырғанлыҡтан, традицион Арфлёр һәм Онфлёр портарын файҙаланыу торған һайын ҡыйынлаша. Шуға ла Гаврға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта. 1517 йылдың 8 октябрендә король Франциск I Ла-Манш боғаҙы ярында яңы ҡала һәм порт төҙөү тураһындағы указға ҡул ҡуя. Тәүҙә ҡала король хөрмәтенә Franciscopolis тип атала, аҙаҡ шул ваҡытта төҙөлгән Notre-Dame-de-Grâce сиркәүе хөрмәтенә Le Havre-de-Grâce («Бәрәкәт Гавань») тип атайҙар.

Франция өсөн Гавр тиҙ арала Яңы донъяға алып сығыусы төп ҡапҡаға әйләнә. Бразилияла француз колонияһына нигеҙ һалған Николя де Виллеганьон 1555 йылда тап Гаврҙан оҙон юлға сыҡҡан була. француз колонияһына (Форт-Колинья) нигеҙ һала. 1564 йылда икенсе бер гугенот, René Goulaine de Laudonnière, Гаврҙан Төньяҡ Америкаға сығып китә һәм хәҙерге Джэксонвиллға яҡын ғына урынлашҡан Каролина Форты француз колонияһына нигеҙ һала. XVI быуат аҙағынан портҡа америка тауарҙарын (тире, шәкәр, тәмәке) тейәгән сауҙа караптары килә башлай.

Гаврҙы дини һуғыштар етди тетрәтә — 1562 йылдың 8 майында гугеноттар ҡаланы үҙ ҡулдарына ала, сиркәүҙәрҙе талай һәм католиктарҙы ҡаланан ҡыуып сығара. Король армияһының контрһөжүменән ҡурҡып, улар Англияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, һәм Англия ярҙамға үҙенең ғәскәрен ебәрә. Франция короле Карл Туғыҙынсының коннетабль Анна де Монморанси командалыҡ иткән ғәскәре Гаврҙы ҡамап ала һәм 1563 йылдың 29 июлендә Гаврҙан инглиздәрҙе ҡыуып сығара. Король фарманына ярашлы инглиздәр төҙөгән форт емертелә, Нотр-Дам ғибәҙәтханаһының башняһы бейеклеге тәпәшәйтелә.

XIX быуат картаһы, «Гавр» мәҡәләһенән



(«Военная энциклопедия Сытина»)


Гаврҙың крепостной нығытмалары XVI быуатта, кардинал Ришелье ҡала губернаторы итеп ҡуйылғас, ҡайтанан тағы ла көсәйтелә. Һуңынан был бастион Фронданың юлбашсылары принцтар — герцог де Лонгвиль, принцтар Конде һәм Конти.

XVII—XVIII быуаттарҙа Америка колониялары менән сауҙа итеү арҡаһында, Гавр сәскә ата; Нанта һәм Ла-Рошелинан һуң ул ҡолдар һатыу күләме буйынса француз порттары араһында өсөнсө урынды биләй. Иҫке порт Моненың «Тәьҫорат. Ҡалҡыусы ҡояш» (1872) картинаһында һүрәтләнә, был картина импрессионистар хәрәкәтенә исем бирә. Иҡтисади бум ҡала халҡының артыуына килтерә; Гаврҙа тәмәке фабрикалары, верфтар, сауҙа биржалары асыла. XIX быуат аҙағынан урындағы эшҡыуарҙар үҙ фабрикаларында эшләтеү өсөн Италия, Польша һәм Төньяҡ Африканан эмигранттарҙы ылыҡтыра башлай. 1850 йылдан 1914 йылға тиклемге осор Гаврҙың «Алтын быуаты» була — сауҙа сәскә ата, ҡалала яңы төҙөлөштәр ҡалҡып сыға (мэрия бинаһы, суд, яңы фонд биржаһы), матур бульварҙар һалына. XIX быуат аҙағына Парижда йәшәүселәр араһында Гавр диңгеҙ янындағы курорт булараҡ киң популярлыҡ ала; яр буйы төҙөкләндерелә, Мари-Кристин казиноһы, Регата һарайы һәм башҡа ҡоролмалар төҙөлә, пляждар кабиналар менән йыһазландырыла.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Гавр1940 йылдың яҙынан алып немец ғәскәре тарафынан оккупациялана һәм ҡала Англияға баҫып итеү өсөн база булараҡ күҙҙә тотола. Ҡала халҡының күбеһе ҡаланы ташлап китә йәки Ҡаршылыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. 1944 йылда немецтар сигенгән саҡтарында порт инфраструктураһын шартлата, әммә Гавр британ авиацияһы 5 һәм 6 сентябрҙә ҡаланы бомбаға тотҡан саҡта айырыуса зыян күрә, порт һәм ҡала үҙәге юҡ ителә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡаланың үҙәк өлөшө архитектор Огюст Перре проекты буйынса аҡ төҫтәге заманса йорттар менән ҡаплана. Совет «хрущёвкалары» өсөн был проект өлгө булып тора. 2005 йылдың 15 июлендә ЮНЕСКО Гаврҙың үҙәген «бетон мөмкинлектәрен инновациялы ҡулланған» өсөн Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерә.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гаврҙа ер өҫтө транспорт төрҙәре киң үҫтешкән, бында шулай уҡ фаникулер системаһы ла эшләй.

Гаврҙағы транспорттың күп өлөшө транспорт компанияһына ҡараған «ЛИА СТРО» (Veolia Transport-тың бүлендек компанияһы). Хәҙерге ваҡытта 19 автобус линияһы бар, трамвай линиялары, фаникулер системаһы эшләй.

Гавр вокзалы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гавр вокзалы (франц. Gare du Havre) — Гаврҙа үҙәк тимер юл станцияһы.

Вокзал 1847 йылда Париж — Гавр тимер юл һыҙығында асыла. Станцияны архитектор Анри Пасон 1932 йылда үҙгәртеп ҡора.

Бина эсендә платформа Пассажир платформаларында Гавр. вокзалы 1882 йыл

Сәнәғәте һәм иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гавр — илдең иң ҙур порттарының береһе (йөк әйләнеше 50 миллион таннанан ашыу, башлыса нефть). Франция һәм Америка, Көнбайыш Африка илдәре менән тышҡы сауҙа әйләнешенең күп өлөшө Гавр аша үтә.

Халыҡ мәшғүллеге структураһы:

  • ауыл хужалығы — 0,1 %
  • сәнәғәт — 9,6 %
  • төҙөлөш — 4,7 %
  • сауҙа, транспорт һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә — 51,5 %
  • дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр — 34,1 %

Эшһеҙлек кимәле (2014) — 21,4 % (Франция буйынса дөйөм алғанда — 13,5 %, Приморская Сенала — 15,2 %). 1 кешегә уртаса килем, еврола (2014) — 18 244 (Франция буйынса дөйөм алғанда — 20 150, Приморская Сенала — 19 978).

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Демографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны динамикаһы, кеше

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Данлыҡлы кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Жак-Анри Бернарден де Сен-Пьер</a> (1737—1814), яҙыусы, сәйәхәтсе һәм аҡыл эйәһе, атаҡлы «Поль һәм Виржини» повесы авторы.
  • Рене Коти (1882—1962), франция президенты
  • Раймон Кено (1903—1976), яҙыусы, шағир, эссе яҙыусы, тәржемәсе, сюрреалистик хәрәкәттә ҡатнашыусы, нигеҙ һалыусыларҙың береһе УЛИПО-ға нигеҙ һалыусыларҙың береһе
  • Патрик Демаршелье (1943), билдәле фотограф

Гавр кинематографта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фин режиссеры Аки Каурисмякиҙың 2011 йылда төшөргән шул исемдәге фильмында ваҡиғалар Гаврҙа бара.

Гавр әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Француз философы һәм яҙыусыһы Жан-Поль Сартрҙың «Ерәнеү» романында ваҡиғалар Гаврҙың прообразы булған Бувиль ҡалаһында бара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. http://cassini.ehess.fr/cassini/fr/html/fiche.php?select_resultat=16833
  3. archINFORM (нем.) — 1994.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
  5. Populations légales 2021Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
  6. 6,0 6,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  7. https://www.lehavre.fr/actualites/la-fete-de-leurope-lheure-de-lamitie-franco-allemande
  8. 8,0 8,1 8,2 https://www.lehavre.fr/ma-ville/un-reseau-vivant-de-villes-partenaires
  9. https://www.magdeburg.de/PDF/St%C3%A4dtepartnerschaftsvertrag_mit_Le_Havre_deutsch.PDF?ObjSvrID=37&ObjID=24053&ObjLa=1&Ext=PDF&WTR=1&_ts=1688544036
  10. http://www.wb.dl.gov.cn/index.php/home/index/news_list/id/890/column_id/2.html
  11. https://www.lehavre.fr/actualites/le-jumelage-le-havre-dalian-30-ans
  12. https://wlj.dl.gov.cn/art/2022/5/9/art_2062_2017404.html
  13. https://www.lehavre.fr/espace-presse/rock-challenge-la-danse-pour-rapprocher-les-jeunes
  14. https://kvs.gov.spb.ru/en/cooperation-with-foreign-cities-and-regions/
  15. https://www.sovetika.ru/fra/zykov26.htm
  16. https://www.lehavre.fr/actualites/de-nouveaux-liens-entre-le-havre-et-tampa
  17. https://archives.lehavre.fr/culture-sciences-loisirs-et-celebrations
  18. https://www.adiac-congo.com/content/cooperation-decentralisee-pointe-noire-et-le-havre-reaffirment-leur-accord-de-jumelage-69777
  19. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  20. 20,0 20,1 20,2 Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  21. 21,0 21,1 21,2 https://lannuaire.service-public.fr/normandie/seine-maritime/mairie-76351-01
  22. Рауль Губерт Бассейны-Дюваль. Викимапия
  23. Мәғлүмәт «Метеофранс» 2007 йыл 2 декабрь архивланған.
  24. Cap de la Hève, Seine maritime(76), 100 m — [1961—1990].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]