Герда Тирен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Герда Тирен
швед. Gerda Tirén
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 11 ғинуар 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны приход Святых Якова и Иоанна[d], Швеция[3]
Вафат булған көнө 9 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[4][2][5] (70 йәш)
Вафат булған урыны Länna church parish[d], Швеция[5]
Ерләнгән урыны Länna cemetery[d]
Хәләл ефете Юхан Тирен[d][6]
Балалары Нильс Тирен[d][6] һәм Кристина Тирен[d][6]
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре, иллюстратор
Уҡыу йорто Королевская художественная академия[d]
Констфак[d]
Уҡыусылар Elsa Malmquist[d]
Кемдә уҡыған Эдвард Персей[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1928[4]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Gerda Tirén
 Герда Тирен Викимилектә

Герда Тирен (швед. Gerda Tirén, ҡыҙ фамилияһы Рюдберг, 11 ғинуар 1858 йыл9 октябрь 1928 йыл) — швед рәссам-иллюстраторы.

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1858 йылдың 11 ғинуарында Швецияла Стокгольм ҡалаһында тыуа.

1880−1883 йылдарҙа буйынса уҡыусылар менән Короллек сәнғәт академияһында уҡый. Унан Францияға китә. 1884 йылдың ғинуарында Юхан Тирен менән никахлаша һәм шул уҡ йылда Парижда уға кейәүгә сыға. 1884 йылдың аҙағында йәштәр тыуған илдәренә әйләнеп ҡайталар һәм Увикен[sv] ҡалаһында урынлашалар.

Һуңыраҡ улар Пеннингбюгә күсеп килә. Тирст йортонда (усадьба) йәшәй башлайҙар. Бөтә ғүмерҙәре тиерлек унда үтә. 1894 йылда ғаиләһе менән Увикенға ҡайтып бер аҙ йәшәп китәләр.

1928 йылда Пеннингбюла вафат булған. Ире менән йәнәш ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссам портреттар яҙа, сәскәләр натюрморт һәм пейзаж, швед һәм француздар тормошонан жанрлы күренештәр, шулай уҡ, балаларға арналған һүрәттәр эшләй. Скандинавтар, бигерәк тә, уның гномдар тураһында открыткаларын (nissar), яраталар.

Герда Тирендең китаптарға эшләнгән билдәле иллюстрациялары араһында: Фриц Рейтерҙың «Илдәге тормош» китабына, Даниель Дефоның "Робинзон Крузо мажаралары"на (1899), Марк Твендың «Принц һәм ярлы» китабына һәм күп һанлы әкиәттәргә эшләнгән һүрәттәр бар.

Рәссам 1923 йылда Стокгольмда швед уҡытыусылары гәзите нәшер иткән «Jultomten» журналы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Был журналда Сакариас Топелиустың «Турғай» шиғырына иллюстрацияһы, 1898 йылда уҡ «Раштыуа бүләктәрен һатып аларһығыҙмы?» тигән исем аҫтында почта открыткаларына эшләгән элекке акварелдәре, балалар өсөн күп һанлы жанрлы һүрәттәре баҫтырыла.

Ирле-ҡатынлы Тирендарҙың картиналары Стокгольмдағы милли музей коллекцияһында, Швецияның провинцияларындағы музейҙарҙа һәм күп һанлы шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Атаһы — Карл Рюдберг (швед. Carl Henrik Rydberg; 1820—1902)[7]
  • Әсәһе — Форсслунд Эмма (швед. Wilhelmina Adelaide Forsslund; 1820—1899)[8]
  • Ире — Тирен Юхан (1853—1911), швед рәссаме. 1884 йылдан никахта тора.
    • Улы — Нильс (1885—1935), рәссам
    • Ҡыҙы — Кристина (1886—1951), рәссам
    • Ҡыҙы — Карин (1887—1951), музыка уҡытыусыһы
    • Ҡыҙы — Элизабет Ева (1890—1937), йырсы
  • Иренең туғаны — Карл Тирен[sv], фольклорсы (легендалар һәм йырҙар)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]