Глазго сәнғәттәр мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Глазго сәнғәттәр мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1845
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы GSA
Принадлежит к Глазго университеты
Архивы хранятся в Glasgow School of Art Archives and Collections[d]
Дәүләт  Бөйөк Британия[1][2]
Административ-территориаль берәмек Глазго-Сити[d]
Историческое графство Ланаркшир[d]
Урын Глазго[1]
Уҡыусылар һаны 1600
Архитектор Макинтош, Чарльз Ренни[d]
Архитектура стиле модерн[d]
Мираҫ статусы реестровое здание категории A[d][3]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 47 815
Рәсми сайт gsa.ac.uk[2]
Карта
 Глазго сәнғәттәр мәктәбе Викимилектә

Глазго сәнғәт мәктәбе (ингл.  Glasgow School of Art) — Глазго ҡалаһында юғары сәнғәт училищеһы

Глазго сәнғәт мәктәбенә 1845 йылда нигеҙ һалына һәм тәүге исеме Глазго дизайнының дәүләт мәктәбе тип атала (ингл.  Glasgow Gowernment design of School). Хәҙерге мәктәп бинаһы 18971909 йылдарҙа ар-нуво стилендә күренекле шотланд рәссамы һәм архитекторы Чарльз Ренни Макинтош проекты буйынса төҙөлгән.

2010 йылда Сәнғәт мәктәбе 175 йыл эсендә Бөйөк Британияла иң яҡшы бина тип танылған.

2014 йылдағы янғын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың 23 майында сәнғәттәр мәктәбе бинаның подвалында проекция аппараты шарталағандан һуң янып китә. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре уңышлы эвакуациялана[4]. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр бригадаһы йәлеп ителә[5]. Янғынды тиҙ арала һүндерәләр. Фажиғә һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәй. Янғын һүндереүселәр бинаның сеналарының, конструкцияһының емерелеүенә юл ҡуймай, бинаның 90 % ҡотҡарып алып ҡалына[6] , шулай уҡ эске йыһаздарының, мөлкәтенең 70 проценты имен ҡала<[7]. Британия архитекторҙарының Король институты президенты Стивен Ходдер был янғынды «бөтә донъя фажиғәһе» тип атай[8].

Реставрация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Янғындан һуң тиҙҙән реставрация эштәре башлана. Макинтош дизайнын, шул иҫәптән китапхананың данлыҡлы интерьерын тергеҙеү 2016 йылда башлана[9]. Тергеҙеү өсөн үҙенсәлекле сортлы ағас ҡулланыла[10]. Бинаны реставрациялау өсөн энтузиастар ярҙамында йыйылған, улар араһында актёр Брэд Питт һәм Питер Капальди ла бар, 35 миллион фунт тирәһе аҡса тотонола. 2018 йыл аҙағына эштәрҙе тамамлау планлаштырыла, ә сәнғәт мәктәбе 2019 йылда төп бинаға кире күсергә тейеш була[11].

2018 йылдағы янғын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылдың 15 июнендә урындағы ваҡыт буйынса 23:20 сәғәттә бинала ҙур янғын була. . Барлыҡҡа килеү сәбәптәре асыҡланмаған. Макинтош уҡыу корпусына ут ныҡ зыян килтерә, ул күрше биналарға тарала. Төнгө клуб ABC O2 ныҡ зыян күрә. Яҡындағы йорттарҙа йәшәүселәр эвакуациялана[12]. Янғын һүндереүҙә 120-нән ашыу янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә[13]. Янғын икенсе көнөнә туҡтатыла, .ҡорбандар тураһында мәғлүмәттәр булмай[14].

Тиҙҙән бинаның емерелеү хәүефе арҡаһында, бинаны өлөшләтә һүтеү һәм яңынан төҙөү планлаштырыла[15]. 2018 йылдың июлендә эш башлана, ә сығымдарҙы страховка ҡаплай[16]

Уҡыу программаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта Глазго сәнғәт мәктәбендә һынлы сәнғәт, графика, фото, скульптура, сәнғәт тарихы, кино сәнғәтенә 10 төрлө факультеттарҙа яҡынса 1600 студент уҡый.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. 2,0 2,1 https://vocaleyes.co.uk/research/heritage-access-2022/benchmark/
  3. Glasgow School Of Art, 167 Renfrew Street, Glasgow // https://portal.historicenvironment.scot/designation/LB33105
  4. Пожарные не смогли спасти «лучшее здание Великобритании» — BBC Russian — Лента новостей
  5. В Школе искусств Глазго начался пожар — BBC Russian — Лента новостей
  6. Пожарные потушили огонь в Школе искусств в Глазго | РИА Новости
  7. Пожар в Школе искусств Глазго: уцелело 70 % имущества — BBC Russian — Лента новостей
  8. Глазго: сильный пожар в «лучшем здании Великобритании» — BBC Russian — Британия
  9. Restoring a Charles Rennie Mackintosh Architectural Gem From the Ashes. The New York Times (11 июль 2016). Дата обращения: 16 июнь 2018.
  10. Glasgow School of Art's library restoration begins in earnest. The Guardian (24 ноябрь 2016). Дата обращения: 16 июнь 2018.
  11. В Глазго сгорела знаменитая Школа искусств — самое популярное здание Великобритании. Второй раз за четыре года. Meduza (16 июнь 2018). Дата обращения: 16 июнь 2018.
  12. В Школе искусств в Глазго вспыхнул крупный пожар. РИА новости (16 июнь 2018). Дата обращения: 16 июнь 2018.
  13. Glasgow fire: Art school's Mackintosh building extensively damaged. BBC News (16 июнь 2018). Дата обращения: 16 июнь 2018.
  14. В Школе искусств в Глазго локализовали крупный пожар. РИА новости (16 июнь 2018). Дата обращения: 16 июнь 2018.
  15. Glasgow School of Art building to be 'dismantled'. BBC News (28 июнь 2018). Дата обращения: 11 июль 2018.
  16. 14

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]