Горди Хоу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Горди Хоу
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Канада[1]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Канада
Тыуған көнө 31 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Флорал[d], Саскачеван[d], Канада[5][6]
Вафат булған көнө 10 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[7][3][8] (88 йәш)
Вафат булған урыны Силвейния[d], Лукас[d], Огайо, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем сәбәбе инсульт
Бер туғандары Хоу, Вик[d]
Хәләл ефете Хоу, Коллин[d]
Балалары Марк Хоу[d] һәм Марти Хоу[d]
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы ситке һөжүмсе[d]
Спорт командаһы ағзаһы Omaha Knights[d], Детройт Ред Уингз[d], Хартфорд Уэйлерс[d], Игроки «Хьюстон Аэрос»[d] һәм Detroit Vipers[d]
Масса 93 килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей[9]
Лигала уйнай Милли хоккей лигаһы[10]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уйналған матчтар һаны 1767[10]
Бейеклеге/буйы 185 сантиметр
Количество голов за карьеру 801[10]
Количество ударов по воротам за карьеру 3803[10]
Количество очков за карьеру 1850[10]
Количество голевых передач за карьеру 1049[10]
Количество штрафных минут за карьеру 1685[10]
Карьерный рейтинг плюс-минус 160[10]
Рәсми сайт mrandmrshockey.com
 Горди Хоу Викимилектә

Гордон «Горди» Хоу (ингл. Gordon «Gordie» Howe; 31 март 1928 йыл, Флорал, Саскачеван, Канада — 10 июнь 2016 йыл, Огайо, АҠШ) — Канаданың профессиональ хоккейсыһы, уң яҡ һөжүмсе. Канада ордены офицеры (1971).

1946 йылдан НХЛ-да уйнай. Дөйөм алғанда, уның карьераһы 35 йылға һуҙыла.

Карьера башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Джордж Кинг» мәктәп командаһында ҡапҡасы позицияһында башлай. Ләкин һуңғараҡ балалар тренеры Бобби Трикиҙың тәҡдиме буйынса, квалификацияһын һаҡсыға үҙгәртә. Ә артабан уң форвард булып китә.

1945 йылда «Омахе Найтс», «Детройт» фарм-клубтары менән контрактҡа ҡул ҡуйып, Хоу профессиональ хоккейсы булып китә.

Уның 1946 йылда төп командаға күсеүе менән, «Ред Уингз» клубы тарихында иң яҡшы осор башлана.

1948-49 йылдарҙан алып 1954-55 йылдарҙа башланған миҙгелендә «Детройт» даими чемпионаттарҙа 7 тапҡыр еңеү яулаған. Шуның менән МХЛ үҙенсәлекле рекорд ҡуйған.

«Продакшн лайн»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ред Уингз» Горди Хоу ярҙамында яҡшы уйын күрһәтеүҙе дауам итә һәм 1960 йылдарҙа 4 тапҡыр финалға барып етә, әммә унан буш ҡул менән әйләнеп ҡайта.

Сид Эйбл һәм Тед Линдсей менән бер звенола уйнай. Линдсей, Эйбл һәм Хоу бер звенола уйнай башлағанда, көйәрмәндәр был өсәүҙе «Продакшн-Лайн» («Конвейер һыҙығы») тип атай.

Сөнки Хоу, Детройт ҙур автозаводында автомобилдәрҙе штампалаған кеүек, партнерҙар менән тиҙ һәм теүәл комбинацион хоккей уйнап, голдарҙы штамповать итә.

Уйын стиле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаты һәм көслө уйын стиле арҡаһында, хоккейсылар һәм көйәрмәндәр уны «Мистер Терһәк» тип атай.

МХЛ-да беренсе 5 йылда Хоу беренсе исемлектә тора. Хоу «Лиганың әүҙем һуғыш суҡмарҙары» тигән йыл исемлегегә инә. Әммә һуңғараҡ, тренер кәңәше буйынса, джентльмен хоккейы уйнай башлай.

МХЛ-да үҙенең 500 шайбаһын индергәс, уның «Мистер Терһәк» ҡушаматы «Мистер Хоккей»ға әйләнә һәм башҡа бер ваҡытта ла үҙгәрмәй.

Ҙур хоккейға ҡайтыу/ Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

МХЛ-дағы карьераһы тамамланғандан һуң, ике йыл үткәс, Горди 45 йәшендә яңынан коньки кейә һәм хоккейға әйләнеп ҡайта.

Тик үҙенә таныш «Ред Уингз»ға түгел, ә Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы яңы төҙөгән «Аэроз Хьюстон»ға килә һәм улдары Марк һәм Марти менән бергә хоккейҙа юғары оҫталыҡ күрһәтә башлай.

Хоуҙың ике улы — Марти[en] һәм Марк атаһы юлынан китә. 1974 йылда ғаилә донъя турнирында Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай.

МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы берләшкәндән һуң, Горди «Хартфорд Уэйлерс» составында уйнауын дауам итә,

1979/80 йыл миҙгелендә «Хартфорд» составында бер звенола өс легенда, Горди Хоу — «Детройт» легендаһы, Бобби Халл — «Чикаго» легендаһы, Кеон Дэйв — «Торонто» легендаһы уйнай. Уйынсыларҙың уртаса йәше 44 йәш була.

Бик күп хоккей белгестәре, һуңыраҡ булған ваҡиғаны ла, әлегеһен дә «Горди Хоу Триумфы» тип атай.

Хоу үҙенең 23-сө МХЛ бөтә йондоҙҙар матчын Детройтта үткәрә.

"Джо-Луис-арена"ның тулы трибуналары Хоуҙы аяҡ үрә баҫып, 10 минут буйына алҡышлағандан һуң, ул боҙ өҫтөнә сыға һәм үҙенең тоғро һөйөүселәренә баш эйә (һуңынан был матчта Хоу гол индереү өсөн тапшырыу бирә).

2014 йылдың 26 октябрендә инсульт үткәрә, өлөшләтә фалиж һуҡҡас, уның һөйләшеү менән проблемалар барлыҡҡа килә.

Хөрмәт итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хоуҙың уйын номеры — «9», өс клубта әйләнештән сығарыла: «Детройт Ред Уингз», «Хартфорд Уэйлерс», «Хьюстон Аэрос»[en]

Горди Хоу хөрмәтенә хет-триктың айырым төрөн — «Горди Хоу хет-тригы» тип аталған.

1997 йылдың 3 октябрендә Хоу Интернациональ хоккей клубы «Детройт Вайперз» лигаһы составында сығыш яһай, шуның менән сираттағы рекорд ҡуя. Был рекордты бер ҡасан да булһа уҙыусы булмаҫтыр ул — алты тиҫтә йыл дауамында Хоу хоккей уйнай.

Наградалары һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стэнли Кубогы — 1950, 1952, 1954, 1955
  • Трофи Артлы Росс — 1951, 1952, 1953, 1954, 1957, 1963.
  • Трофи Харт — 1952, 1953, 1957, 1958, 1960, 1963.
  • Лестер Патрик Трофи — 1967.
  • Канада Ордены офицеры — 1971.
  • 1972 йылда Хоккейҙың дан залында мәңгеләштерелгән.
  • Хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар матчында 23 тапҡыр уйнай.
  • Avco World Trophy — 1974, 1975
  • Гэри Дэвидсон Трофи|Gordie Howe Trophy — 1974.
  • Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһының бөтә йондоҙҙар матчында 2 тапҡыр уйнай.
  • МХЛ-дың бер матч дауамында гол, гол индереү тапшырыуы һәм талаш «Горди Хоу хет-тригы» тип атайҙар.

Рекордтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) гол иҫәбе буйынса МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә: 801
  • (Уэйн Гретцки, Яромир Ягра һәм Марк Мессьенан һуң) мәрәйҙәр һаны буйынса МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә дүртенсе урында: 1850
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) гол иҫәбе һәм плей-офф буйынса МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә икенсе урында: 869
  • (Уэйн Гретцки, Яромир Ягра һәм Марк Мессьенан һуң) мәрәйҙәр һаны һәм плей-офф буйынса МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә дүртенсе урында: 2010
  • МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә иң күп гол һаны: 975
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә мәрәй һаны буйынса икенсе урында: 2358
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә гол һәм плей-офф буйынса икенсе урында: 1071
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә мәрәй һаны һәм плей-офф буйынса икенсе урында:: 1518
  • (Уэйн Гретцкиҙан һуң) МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә мәрәй һаны һәм плей-офф буйынса икенсе урында: 2589
  • МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә иң күп уйын үткәреүсе: 1767
  • (Марк Месье һәм Ягына Яромирҙан һуң) МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә уйындар һәм плей-офф һаны буйынса: 1924
  • МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә иң күп уйындар һаны: 2186
  • МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһы даими миҙгелдәрендә иң күп уйындар һәм плей-офф: 2421
  • МХЛ-да иң күп миҙгел уйнаусы: 26
  • МХЛ һәм Бөтә Донъя хоккей ассоциацияһында иң күп миҙгел уйнаусы: 32
  • МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә уң һөжүмсе индергән иң күп гол һаны: 801
  • МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә уң һөжүмсе үткәргән тапшырыуҙар һаны: 1049
  • МХЛ-дың даими чемпионаттарында уң һөжүмсе йыйған иң күп мәрәй һаны: 1850
  • МХЛ-дың даими миҙгелдәрендә тапшырыуҙар һаны буйынса 9-сы урында: 1049

Статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Регуляр миҙгел Плей-офф
МИҙгел Команда Лига И Г П О Штр И Г П О Штр
1945/46 Омаха Найтс USHL 51 22 26 48 53 6 2 1 3 15
1946/47 Детройт Ред Уингз МХЛ 58 7 15 22 52 5 0 0 0 18
1947/48 Детройт Ред Уингз МХЛ 60 16 28 44 63 10 1 1 2 11
1948/49 Детройт Ред Уингз МХЛ 40 12 25 37 57 11 8 3 11 19
1949/50 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 35 33 68 69 1 0 0 0 7
1950/51 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 43 43 86 74 6 4 3 7 4
1951-52 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 47 39 86 78 8 2 5 7 2
1952-53 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 49 46 95 57 6 2 5 7 2
1953-54 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 33 48 81 109 12 4 5 9 31
1954-55 Детройт Ред Уингз МХЛ 64 29 33 62 68 11 9 11 20 24
1955-56 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 38 41 79 100 10 3 9 12 8
1956-57 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 44 45 89 72 5 2 5 7 6
1957-58 Детройт Ред Уингз МХЛ 64 33 44 77 40 4 1 1 2 0
1958-59 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 32 46 78 57 -- -- -- -- --
1959-60 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 28 45 73 46 6 1 5 6 4
1960-61 Детройт Ред Уингз МХЛ 64 23 49 72 30 11 4 11 15 10
1961-62 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 33 44 77 54 -- -- -- -- --
1962-63 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 38 48 86 100 11 7 9 16 22
1963-64 Детройт Ред Уингз МХЛ 69 26 47 73 70 14 9 10 19 16
1964-65 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 29 47 76 104 7 4 2 6 20
1965-66 Детройт Ред Уингз МХЛ 70 29 46 75 83 12 4 6 10 12
1966-67 Детройт Ред Уингз МХЛ 69 25 40 65 53 -- -- -- -- --
1967-68 Детройт Ред Уингз МХЛ 74 39 43 82 53 -- -- -- -- --
1968-69 Детройт Ред Уингз МХЛ 76 44 59 103 58 -- -- -- -- --
1969-70 Детройт Ред Уингз МХЛ 76 31 40 71 58 4 2 0 2 2
1970-71 Детройт Ред Уингз МХЛ 63 23 29 52 38 -- -- -- -- --
1973-74 Хьюстон Аэрос[en] БХА 70 31 69 100 46 13 3 14 17 34
1974-75 Хьюстон Аэрос БХА 75 34 65 99 84 13 8 12 20 20
1975/76 Хьюстон Аэрос БХА 78 32 70 102 76 17 4 8 12 31
1976/77 Хьюстон Аэрос БХА 62 24 44 68 57 11 5 3 8 11
1977/78 Нью-Ингленд Уэйлерс БХА 76 34 62 96 85 14 5 5 10 15
1978/79 Нью-Ингленд Уэйлерс БХА 58 19 24 43 51 10 3 1 4 4
1979/80 Хартфорд Уэйлерс МХЛ 80 15 26 41 42 3 1 1 2 2
1997-98 Детройт Вайперз[en] МХЛ

[en]

1 0 0 0 0 -- -- -- -- --
Бөтәһе МХЛ-да 1767 801 1049 1850 1685 157 68 92 160 220
Бөтәһе БХА-ла 419 174 334 508 399 78 28 43 71 115

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Горди Хоу хет-тригы
  • Карьераһында 500-ҙән ашыу гол индреүселәр МХЛ уйынсылар исемлеге
  • 1000-дән ашыу мәрәй йыйыусы МХЛ хоккейсылар исемлеге
  • 1000-дән ашыу гол тапшырыуы үткәргән МХЛ хоккейсылар исемлеге
  • 1000-дән матч уйнаған МХЛ хоккейсылар исемлеге
  • The Hockey News журналы версияһы буйынса МХЛ-дың 100 яҡшы уйынсылар исемлеге

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]