Гудзон боғаҙы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гудзон боғаҙы
ингл. Hudson Strait, фр. détroit d'Hudson
Координаты: пропущена долгота
ТоташтыраЛабрадор диңгеҙе, Гудзон ҡултығы
Ил
БүләЛабрадор ярымутрауы һәм Баффин Ере утрауы 
Боғаҙың уртаса ҙурлығы12,4 м
Киңлеге115-240 км
Оҙонлоғо800 км
Иң тәрән урыны407 м
Канада
Точка
Гудзон боғаҙы
 Hudson Strait Викимилектә

Гудзон боғаҙы (ингл. Hudson Strait, франц. détroit d'Hudson) — Канада ярҙарын йыуыусы Төньяҡ Боҙло океан боғаҙы[1].

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боғаҙ Лабрадор ярымутрауы һәм Баффин Ере утрауы араһында урынлашҡанң[2]. Гудзон боғаҙы Лабрадор диңгеҙен Гудзон, Унгава һәм Фокс ҡултыҡтары менән тоташтыра.

Утрауҙары — Милл, Солсбери, Ноттингем, Чарльз, Биг-Айленд, Баттон, Резольюшен, Эджелл, Диггес, Гудвин.

Боғаҙ оҙонлоғо — 800 км, киңлеге — көнсығышта 115 км-ҙан һәм көнбайышта 240 км-ға тиклем. Тәрәнлеге 115 метрҙан 704 метрға барып етә[3]. Һыу артымы бейеклеге 12,4 метрға барып етә. Йыш ҡына штормдар күҙәтелә. Йылдың 4 айы дауамында боғаҙҙа суднолар йөрөй ала.

Боғаҙ Генри Хадсонға бағышлап аталған, ул 1610 йылда боғаҙ аша үткән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Гудсонов пролив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Canadian Encyclopedia. Hudson Strait 2011 йыл 5 ноябрь архивланған.
  3. Гудзон боғаҙы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә