Гэри Купер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гэри Купер
Gary Cooper
1941 йылдағы студия фотографияһы
1941 йылдағы студия фотографияһы
Исеме

Фрэнк Джеймс Купер

Тыуған көнө

7 май,1901

Тыуған урыны

АҠШ, Монтана штаты, Хелена ҡалаһы

Вафат көнө

13 май,1961

Вафат урыны

Лос-Анджелес, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1925—1961

Наградалары

«Оскар» (1942, 1953, 1961)

IMDb

ID 0000011

garycooper.com

 Гэри Купер Викимилектә

Гэри Купер (ингл. Gary Cooper, Фрэнк Джеймс Ку́пер; Frank James Cooper, 7 май 1901 йыл — 13 май 1961 йыл) — йөҙ фильмда уйнаған[1] , иң яҡшы ирҙәр роле өсөн ике «Оскар» (1942, 1953) һәм Америка киноһының үҫешенә дөйөм өлөш индергәне өсөн почётлы «Оскар» алған (1961) Америка актёры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монтана штатында ер хужаһы ғаиләһе ранчоһында тыуа һәм белемен шәхси Британия мәктәбендә ала. 1926 йылдан алып тауышһыҙ кинола төшә — күбеһенсә вестерндарҙа, сөнки ифрат оҫта һыбай йөрөй. Купер ҡатнашлығында беренсе тауышлы фильм Оуэн Уистерҙың ошо уҡ исемле романы буйынса ҡуйылған «Виргинлы» (1929) була. Был картинала Купер репликаларын һаран, өҙөк — өҙөк манерала әйтә һәм ошо һөйләү манераһы артабан да уның башҡаларҙан айырмалы һыҙаты булып ҡала.

1930 йылдар дауамында Купер вестерндарҙа һәм мажаралы таҫмаларҙа Кларк Гейбл менән Голливудтың беренсе йөрөмтәл ир исеме өсөн ярышып төшә (мәҫәлән, «Бенгал уланының эштәре һәм көндәре», 1935 йыл). Ингрид Бергман, Марлен Дитрих, Грейс Келли һәм Патриция Нил (Купер баҫымы арҡаһында уға буласаҡ баланан ҡотолорға тура килә) менән уның романтик бәйләнештәре тураһында имеш — мимештәр йөрөнө. 1942 йылда алды ул үҙенең беренсе «Оскар» ын — "Сержант Йорк фильмы өсөн — ала.

Икенсе Донъя һуғышы осоронда Купер йыш ҡына Көньяҡ тымыҡ океан фронтында концерттар бирә. Америка һалдаттары араһында ҙур уңыш менән «Янки ғорурлығы» (1942 год) картинаһы файҙалана. Был фильмда ул билдәле бейсболсыны уйнай. Шул уҡ ваҡытта тәнҡитселәр, Куперҙың бик күп киноға төшөүен һәм «ярты көскә» генә уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә ала башлайҙар.

Һуғыштан һуң Купер уйнаған фильмдарҙың күпселеген вестерндар тәшкил итә. Маккартизм дәүерендә актерҙың ҡараштары ярайһы уҡ консерватив булып китә, ҡатынының йоғонтоһо арҡаһында ул католицизмға күсә. 1953 йылда ул «Теп — теүәл төш мәле» фильмындағы роле өсөн икенсе «Оскар»ға лайыҡ була.

Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында Купер простата рагы менән яфалана, әммә диагнозын йәшерергә тырыша. Бик күп ваҡытын ул үҙенең дуҫы Эрнест Хэмингуэйҙың ранчоһында үткәрә. Вафатына бер нисә ай ҡалғанда уның дуҫы Джимми Стюарт Купер исеменән «Оскар» премияһын алған саҡта уның ҡаты ауырыуына ишара яһай. Актерҙың 60 йәшен билдәләгәндән һуң биш көн үтеүгә Купер вафат булып ҡала. «Мин беләм, нимә генә булһа ла — барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтендә. Мин киләсәктән ҡурҡмайым» — тип ул үлеренә бер нисә көн ҡалғас әйтә[2].

Һайланған фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1925 ф Бәхет өсөн даға The Lucky Horseshoe эпизод
1925 ф Бен-Гур: Христос тарихы Ben-Hur эпизод
1927 ф Нәҡ ошо It газетный репортёр
1927 ф Ҡанаттар Wings кадет Уайт
1930 ф Марокко Morocco легионер Том Браун
1931 ф Уның ҡатыны His Woman капитан Сэм Уэйлен
1931 ф Урланған биҙәүестәр The Stolen Jools редактор газеты
1932 ф Хуш, ҡорал! A Farewell to Arms лейтенант Фредерик Генри
1933 ф Алиса мөғжизәләр илендә Alice in Wonderland Белый Конь
1936 ф Теләк Desire Том Брэдли
1936 ф Мистер Дидс ҡалаға күсенә Mr. Deeds Goes to Town Лонгфеллоу Дидс
1936 ф Үҙән кешеһе The Plainsman Дикий Билл Хикок
1940 ф Көнбайыштан кеше The Westerner Коул Харден
1941 ф Сержант Йорк Sergeant York Элвин Йорк
1943 ф Кемгә ҡыңғырау сыңлай For Whom the Bell Tolls Роберт Джордан
1947 ф Еңелмәгән Unconquered капитан Кристофер Холден
1949 ф Сығанаҡ The Fountainhead Говард Роарк
1952 ф Теп - теүәл төш мәлендә High Noon маршал Уилл Кейн
1954 ф Веракрус Vera Cruz Бенджамин Трейн
1956 ф Дуҫтарса өгөтләү Friendly Persuasion Джесс Бёрдуэлл
1957 ф Төштән һуңғы мөхәббәт Love in the Afternoon Фрэнк Флэннаган
1958 ф Көнбайыш кешеһе Man of the West Линк Джонс

Ҡыҙыҡлы факт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ирвинг Берлиндың Голливудтың рәсми булмаған гимны булып һаналған билдәле «Puttin' on the Ritz» йырында Гэри Купер телгә алына.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Bio at Imdb.com
  2. Джеймс Бэйкон. Cancer Claims Life of Actor Gary Cooper (ингл.). Lakeland Ledger (14 май 1961). Дата обращения: 2013-7-13.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]