Ди Стефано Альфредо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ди Стефано Альфредо
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Аргентина[1]
 Испания
 Колумбия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Аргентина
 Испания
 Колумбия
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Alfredo Stéfano Di Stéfano Laulhé
Псевдоним La Saeta Rubia
Тыуған көнө 4 июль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина[3]
Вафат булған көнө 7 июль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[5][3][4][…] (88 йәш)
Вафат булған урыны Мадрид, Испания[3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны кладбище Альмудена[d]
Хәләл ефете Sara Freites[d]
Һөнәр төрө футболсы, футбол тренеры
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Спорт командаһы ағзаһы Мильонариос[d], Эспаньол[d], Бока Хуниорс[d], Реал Мадрид[d], сборная Каталонии по футболу[d], Футбол буйынса Аргентина йыйылма командаһы, Сборная Колумбии по футболу[d], Футбол буйынса Испания йыйылма командаһы һәм Уракан[d]
Тренер спортивной команды Эльче[d], Бока Хуниорс[d], Валенсия[d], Спортинг[d], Райо Вальекано[d], Кастельон[d], Валенсия[d], Ривер Плейт[d], Реал Мадрид[d], Бока Хуниорс[d], Валенсия[d] һәм Реал Мадрид[d]
Масса 80 килограмм
Спорт төрө Футбол[6]
Ҡатнашыусы Чемпионат Южной Америки по футболу 1947[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уйналған матчтар һаны 2[7]
Бейеклеге/буйы 178 сантиметр
Количество голов за карьеру 1[7]
 Ди Стефано Альфредо Викимилектә

Альфредо Ди Стефано Лаулье (исп. Alfredo Di Stéfano Laulhé, испанса әйтелеше: [esˈtefano alˈfɾeðo ði]; 4 июль 1926 йыл, — 7 июль 2014 йыл) — Аргентина һәм Испания футболсыһы, һөжүмсе. Уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң тренер булып эшләй. «Ривер Плейт», «Уракан», «Мильонариос», «Реал Мадрид» һәм «Эспаньол» клубтары өсөн сығыш яһай. Аргентина йыйылма командаһы составында 6 уйын үткәрә һәм 6 гол индерә, Колумбия йыйылма командаһы өсөн 4 уйын уйнай, Испания йыйылма командаһы өсөн 31 матч уйнай һәм 23 гол индерә.

Футболсыһы булараҡ ике тапҡыр — Аргентина, өс тапҡыр — Колумбия һәм һигеҙ тапҡыр Испания чемпионы була. Ди Стефано берәр тапҡыр Колумбия, Испания һәм Континенталь-ара кубоктпрын яулай. Ике тапҡыр Донъяның Бәләкәй кубогына һәм биш тапҡыр Европа чемпиондары кубогына эйә була. Тренер булараҡ Альфредо Аргентинаның — ике, Испанияның бер чемпионатын, бер Испания суперкубогын һәм бер тапҡыр УЕФА Кубогына эйә булыусылар кубогын яулай.

Ди Стефано бер тапҡыр Аргентина чемпионатының иң яҡшы бомбардиры була, ике тапҡыр — Колумбия чемпионатының, биш тапҡыр Испания чемпионатының иң яҡшы бомбардиры титулын яулай һәм ике тапҡыр Европа чемпиондары кубогының иң яҡшы бомбардиры тип таныла. Ул ике Алтын тупҡа, Европаның иң яҡшы футболсыһы нагарадаһына эйә була һәм дүрт тапҡыр Испанияның иң яҡшы спортсыһы тип табыла.

Альфредо ФИФА-ның Футбол комиссияһы версияһы буйынса XX быуаттың өсөнсө футболсыһы булып тора. МФФИИС һорау алыуҙары буйынса XX быуаттың иң яҡшы футболсылары араһында дүртенсе урын биләй. World Soccer журналы версияһы буйынса XX быуаттың иң яҡшы уйынсылары араһында — алтынсы. Football France версияһы буйынса XX быуаттың иң яҡшы уйынсылары араһында — дүртенсе[8]. Sportivo Guerin версияһы буйынса XX быуаттың иң яҡшы уйынсылары араһында өсөнсө урында[9]. Placar версияһы буйынса футболдың барлыҡ тарихында иң яҡшы уйынсылар араһында алтынсы урында тора[10]. Foot Planète[11] һәм International Voetbal[12] версиялары буйынса донъяның иң яҡшы уйынсылары исемлегенә инә. УЕФА версияһы буйынса 1954—2003 йылдарҙа Испанияның иң яҡшы уйынсыһы.

2000 йылда Ди Стефано «Реал Мадрид» клубының почетлы президенты вазифаһын биләй. Ә 2008 йылдан — УЕФА-ның почетлы президенты.

ФИФА-ның Дан залының беренсе ағзаһы[13]. Испанияның иң яҡшы уйынсыһына Ди Стефано исемендәге трофей тапшырыла[14]. "Реал"дың резерв командаһы булған «Реал Мадрид Кастилья» клубы стадионына Альфредо Ди Стефано исеме бирелгән. Үҙе иҫән саҡта уҡ Сантьяго Бернабеу стадионы нан алыҫ түгел урында уға һәйкәл ҡуйыла[15].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]