Дороти Ходжкин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дороти Ходжкин
ингл. Dorothy Crowfoot Hodgkin
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия[1]
Тыуған көнө 12 май 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Ҡаһирә, Мысыр[5][1]
Вафат булған көнө 29 июль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3][4][…] (84 йәш)
Вафат булған урыны Ilmington[d], Страдфорд-на-Эйвоне[d], Уорикшир[d], Көнбайыш Мидленд[d], Англия, Бөйөк Британия[6]
Үлем сәбәбе внутримозговое кровоизлияние[d]
Атаһы John Winter Crowfoot[d][7]
Әсәһе Grace Mary Hood Crowfoot[d][8][7]
Бер туғандары Elizabeth Grace Crowfoot[d][7], Joan Crowfoot Payne[d][7] һәм Diana Crowfoot[d][7]
Хәләл ефете Ходжкин, Томас Лайонел[d][8][7]
Һөнәр төрө биолог, химик, физик, биохимик, кристаллограф, биофизик
Эшмәкәрлек төрө рентгеноструктурный анализ[d], биохимия[9], химия[1] һәм кристаллография[d][9]
Эш урыны Кембридж университеты
Уҡыу йорто Сомервилл-колледж[d][8]
Ньюнхем-колледж[d]
Sir John Leman High School[d][10]
Оксфорд университеты
Диссертация X-ray crystallography and the chemistry of the sterols[d]
Ғилми етәксе Джон Десмонд Бернал[d][8]
Аспиранттар Judith Howard[d], Бланделл, Том[d], Barbara Wharton Low[d] һәм Judith Ann Kathleen Howard[d][11]
Әүҙемлек урыны Оксфорд[d][1] һәм Кембридж[d][1]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d][8], Леопольд Академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d][12], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d][8], Рәсәй Фәндәр академияһы, Нидерланд король фәндәр академияһы[d], АҠШ фәндәр милли академияһы[d] һәм Manchester Literary and Philosophical Society[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображение памятной доски
 Дороти Ходжкин Викимилектә

Дороти Мэри Кроуфут-Ходжкин (ингл. Dorothy Mary Crowfoot Hodgkin, Дороти Ходжкин; 12 май 1910 йыл, Ҡаһирә — 29 июль 1994 йыл) — Британия химигы һәм биохимигы, Лондон Король йәмғиәте ағзаһы (1947 йылдан). Химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (1964) («рентген нурҙары ярҙамында биологик әүҙем матдәләрҙең структураһын асыҡлаған өсөн»).

Биографияһы һәм хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дороти Мэри Кроуфут-Ходжкин 1910 йылдың 12 майында Ҡаһирә ҡалаһында филолог Джон Уинтер Кроуфут (1873—1959) һәм Мысыр мәғариф хеҙмәте археологы Боронғо Мысыр һәм копт туҡымалары буйынса белгес Грэй-Мэри (кейәүгә сыҡҡансы фамилияһы — Худ; 1877—1957) ғаиләһендә тыуа. Бала сағы Мысырҙа үтә, йыл һайын бер нисә айға Англияға бара. Беренсе донъя һуғышы башланғас (уның фронттарында әсәһенең дүрт ағай-энеһе һәләк була), ата-әсәһе Хартумға күсә, ә уны Бөйөк Британияла туғандары ҡарамағында ҡалдыралар.

Урта белемде сэр Джон Лиман исемендәге мәктәптә ала. Урта мәктәптә уҡығанда Дороти кристалдарҙы өйрәнеү, минералогия, кристаллография һәм химия менән мауыға, 13 йәшендә Судандың мәғариф һәм боронғо ҡомартҡыларҙы өйрәнеү бүлеге директоры булып эшләгән атаһы эргәһенә килгәндә тупраҡ белгесе химик А. Ф. Джозеф етәкселеге аҫтында минералдарға һан анализы эшләү менән шөғөлләнә.

1926 йылдан атаһы Палестинаға Иерусалимдағы Британ археология мәктәбе директоры булып күсә, уның эргәһенә килгәндә Дороти Трансиорданиялағы (хәҙерге Иордания) ер тетрәгәндә емерелгән Джараш тигән грек-византий ҡалаһын ҡаҙыуҙарҙа ҡатнаша. Шулай ҙа археолог һөнәрен һайламай, химияны өйрәнеүен дауам итә.

Оксфорд университетының Сомервилл-колледжында уҡый (19281932), X. М. Поуэлл етәкселеге аҫтында рентгеноструктур анализ буйынса махсуслаша. Йәй көнө Гейдельбергта кристалдар химияһына нигеҙ һалған Виктор Гольдшмидт лабораторияһында шөғөлләнә.

1932 йылдан Кембридж университетында философия буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҙа. Кембриджда Джон Десмонд Бернал менән берлектә стериндар, пептидтар һәм аминокислоталар структураһын өйрәнә.

Коммунистар партияһы ағзаһы булған Дж. Д. Бернал Дороти Кроутфудҡа ғилми генә түгел, сәйәси йоғонто ла яһай. 1937 йылда Кроуфут коммунист, марксист, тарихсы Томас Лайонел Ходжкинға кейәүгә бара. Табип Томас Ходжкиндың ейәне булған был кеше һуңынан (1961 йылдан) бойондороҡһоҙ Гананың беренсе президенты Кваме Нкруманың кәңәшсеһе вазифаһына алына. Үҙенең сәйәси әүҙемлеге һәм иренең коммунист булыуы арҡаһында Дороти Кроуфут-Ходжкинға 1953 йылдан АҠШ-ҡа инеү тыйыла.

Дороти Кроуфут-Ходжкин тарафынан эшләнгән пенициллиндың молекуляр моделе
(Фән музейы экспозицияһынан)

1937 йылда Оксфордта рентген аппараты ярҙамында йодхолестеринды анализлаған өсөн докторлыҡ дәрәжәһе ала.

1936—1977 йылдарҙа Оксфорд университетында уҡыта. Студенттары араһында Маргарет Тэтчер була. Премьерлыҡ вазифаһында булғанда ул Даунинг-стрит, 10 бинаһындағы эш өҫтәлендә уҡытыусыһының фотоһын тота.

Дороти Кроуфут-Ходжкин пенициллинға (1946) һәм В12 витаминына (19481956) рентгеноструктур анализ яһай, был уның төҙөлөшөн һәм организмдағы ролен асыҡларға мөмкинлек бирә. Металлоорганик берләшмәлә (В12-коферменттарының береһендә) металл (кобальт) һәм углерод араһындағы тура бәйләнеште аса (1961).

1934—1969 йылдарҙа инсулиндың төҙөлөшөн тикшерә, 1972 йылда Zn-инсулин анализын тамамлай. Рентген дифракцияһы ысулы ярҙамында 800-ләп атомдан торған ҡатмарлы инсулин молекулаһының аралыҡтағы төҙөлөшөн асыҡлай. Шулай уҡ лактоглобулинды, пепсинды, гемоглобинды, үҫемлек глобулиндарын тикшерә.

1958 йылда уның лабораторияһын университеттың Тәбиғәт тарихы музейына күсерәләр. 1960—1977 йылдарҙа — Лондон Король йәмғиәтенең тикшеренеүсе профессоры. 1977—1982 йылдарҙа — Оксфордта Вольфсон-колледж советы ағзаһы. Бристоль университетының почётлы ректоры (1970—1988).

Бер нисә фән академияһы ағзаһы, шул иҫәптән СССР Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1976)[13], АҠШ Милли Фәндәр академияһының (1971), шулай уҡ Нидерланд, Югославия, Гана, Пуэрто-Рико һәм Австралия фәндәр академияларының сит ил ағзаһы. Кембридж, Гарвард, Броун, Гана, Чикаго университеттарының, шулай уҡ Лидс, Манчестер, Суссекс һәм башҡа университеттарҙың маҡтаулы ғилми дәрәжәләренә эйә. Британияның 1996 һәм 2010 йылғы почта маркаларына төшөрөлгән.

Дороти Мэри Кроуфут-Ходжкин 1994 йылдың 29 июлендә Илмингтонда (Уорвикшир) инсульттан вафат була.

Маҡтаулы бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ходжкинға тапшырылған Ҡаҙаныштар ордены
  • 1956 — Лондон Король йәмғиәтенең Король миҙалы[14]
  • 1964 — Химия буйынса Нобель премияһы
  • 1965 — Ҡаҙаныштар ордены
  • 1972 — Бантинг миҙалы
  • 1972 — Бейкер лекцияһы
  • 1976 — Копли миҙалы
  • 1982 — СССР Фәндәр академияһының М. В. Ломоносов исемендәге Ҙур алтын миҙалы
  • 1987 — «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытҡан өсөн» халыҡ-ара Ленин премияһы

Дороти Ходжкин хөрмәтенә (5422) Ходжкин[de] астероиды аталған, уны Ҡырым астрофизика обсерваторияһы астрономы Людмила Карачкина 1982 йылдың 23 декабрендә асҡан.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рентгеноструктурный анализ и строение белков, в сборнике: Аминокислоты и белки, пер. с. англ., М., 1952.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Dorothy Hodgkin // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 Dorothy Mary Hodgkin // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. Кроуфут-Ходжкин Дороти // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 13 : Конда — Кун. — С. 484.
  6. Oxford Dictionary of National Biography (ингл.) / C. MatthewOxford: OUP, 2004.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Kindred Britain
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Ogilvie M. B. The Biographical Dictionary of Women in Science (ингл.): Pioneering Lives From Ancient Times to the Mid-20th CenturyRoutledge, 2003. — Vol. 1. — P. 606. — 798 p. — ISBN 978-1-135-96342-2
  9. 9,0 9,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  10. Who's who (билдәһеҙ)(untranslated), 1849. — ISSN 0083-937X
  11. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  12. http://www.ras.ru/win/db/show_per.asp?P=.id-52628.ln-ru.dl-.pr-inf.uk-12
  13. Профиль Дороти Мэри Ходжкин (Кроуфут-Ходжкин) РФА рәсми сайтында
  14. Royal Medal  (инг.)(инг.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]