Есенин Сергей Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Есенин Сергей Александрович
рус. Сергей Александрович Есенин
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 РСФСР
 СССР
Патронимы йәки матронимы Александрович[d]
Исем Сергей Александрович Есенин
Тыуған көнө 21 сентябрь (3 октябрь) 1895[3][4][5][…]
Тыуған урыны Константиново[d], Рязанский уезд[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы[6]
Вафат булған көнө 28 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[4][3][7][…] (30 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, СССР[2]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу[4][6][8] һәм үлтереү[d]
Үлем сәбәбе повешение[d][9]
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Зинаида Николаевна Райх[d][9], Айседора Дункан[9], Софья Андреевна Есенина-Толстая[d][9] һәм Anna Izryadnov[d]
Сожитель Надежда Давыдовна Вольпин[d]
Балалары Есенина Татьяна Сергеевна, Есенин-Вольпин Александр Сергеевич һәм Константин Сергеевич Есенин[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1925
Сәнғәт йүнәлеше Новокрестьянские поэты[d] һәм Имажинизм[d]
Жанр лирик шиғриәт[d] һәм повествовательная поэзия[d]
Рәсми сайт esenin.ru
 Есенин Сергей Александрович Викимилектә
{{{Исеме}}}
Жанр:

шиғыр, поэма

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Есенин Сергей Александрович (тыуған көнөн 4 октябрҙә билдәләгән)[10], Константиново (хәҙерге Рыбновский район), Рәсәй империяһы Рязань губернаһы, Рязань өйәҙе, Кузьминский улусы — 1925 йылдың 28 октябрендә, Ленинградта[11], Совет Социалистик Республикалар Союзы вафат булған) — рус шағиры, яңы крәҫтиән шиғриәте һәм лирикаһы, ә ижадының һуңғыраҡ осоронда — имажинизм ағымы вәкиле[12].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Серге́й Алекса́ндрович Есе́нин Рязань губернаһы Рязань өйәҙенең Кузьминский улусы Константиново ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Александр Никитич Есенин (1873—1931), әсәһе — Татьяна Фёдоровна Титов (1875—1955). Һеңлеләре Екатерина (1905—1977), Александра (1911—1981).

С. А. Есениндың тыуған йорто. Константиново (Рыбновский район)

1904 йылда Есенин Константинов земский училищеһында, уны тамамлағандан һуң, 1909 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбендә, Спас-Клепики икенсе класлы уҡытыусылар мәктәбендә[13] (хәҙер С. А. Есенин музейы) уҡый.

Спас-Клепики ҡалаһында С. Есенин уҡыған мәктәп бинаһы

Мәктәпте тамамлағандан һуң, 1912 йылдың авгусында Есенин Мәскәүгә килә һәм атаһы өлкән приказчик булып хеҙмәт иткән сауҙагәр Крыловтың ит кибетендә эш башлай. Был ваҡытта Есенин сауҙагәр Н. В. Крыловтың (хәҙер унда Мәскәү дәүләт С. А. Есенин музейы урынлашҡан) Яңғыҙ приказчиктар ятағында йәшәй. Һуңғараҡ Есенин Иван Дмитриевич Сытин типографияһында эш таба.

1913 йылда А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университетының тарих-фәлсәфә бүлегенә ирекле тыңлаусы булып уҡырға инә. Типографияла эшләй, суриковсылар әҙәби-музыкаль түңәрәге шағирҙары менән дуҫлаша[12].

Һөнәри эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылда «Мирок» балалар журналында Есениндың тәүге шиғырҙары баҫыла. «Берёза» тигән тәүге шиғырын «Аристон» псевдонимы менән баҫтыра[14].

1915 йылда Есенин Мәскәүҙән Петроградҡа күсә, үҙенең шиғырҙарын Александр Александрович Блокҡа, Сергей Митрофанович Городецкийға һәм башҡа шағирҙарға уҡый. Апрель айында кисәләрҙең береһендә Есенин искрасыларҙың береһе, әҙәбиәтсе-рецензент, РСДРП Үҙәк Комитеты ағзаһы Фёдор Иванович Щеколдин (Повар) менән таныша.

1916 йылдың ғинуарында Есенинды Беренсе донъя һуғышына саҡыралар. Дуҫтарының хәстәрлеге арҡаһында, Григорий Ефимович Распутин һәм Николай Алексеевич Клюев тәҡдиме менән, Император Николай II Ғали йәнәптәренең ҡатыны Императрица Александра Фёдоровнаның ул 143-сө Царскосельский хәрби-санитарный поезына эләгә[15][16]. Шул осорҙа ул «яңы крәҫтиән шағирҙары» төркөмө менән яҡыная һәм уға танылыу алып килгән тәүге йыйынтыҡтарын («Радуница» — 1916) баҫтырып сығара. Николай Алексеевич Клюев менән, шул иҫәптән Царское Село ауылында императрица Александра Фёдоровна һәм батша ҡыҙҙары алдында йыш сығыш яһай.

1915—1917 йылдарҙа Есенин[17], аҙағыраҡ Петроград ЧК рәйесе Моисей Соломонович Урицкийҙы үлтергән Леонид Иоакимович Каннегисер менән дуҫ була.

1918 — 1920-се йылдар башында Есенин Анатолий Борисович Мариенгоф менән дуҫлаша һәм мәскәү имажинистары төркөмәндә әүҙем ҡатнаша. Был дәүерҙә — «Трерядница», «Исповедь хулигана» (1921), «Стихи скандалиста» (1923), «Москва кабацкая» (1924) йыйынтыҡтары, «Пугачёв» поэмаһы донъя күрә.

1921 йылда шағир дуҫы Яков Григорьевич Блюмкин менән Урта Азияға, Урал һәм Ырымбур яҡтарына бара. 13 майҙан[18] 3 июнгә саҡлы Ташкентта дуҫы шағир Александр Ширяевецта ҡунаҡ була. Бында Есенин күмәк халыҡ алдына сығып шиғырҙарын уҡый. Есенин иҫке ҡала биләмәләрендә (Урҙала), ҡаланың тирә-яғын байҡарға, сәйханаларҙа ултырырға, үзбәк шиғриәтен, музыкаһын һәм йырҙарын тыңларға яратҡан. Шағир Сәмәрҡәндте барып күрә[12].

Файл:Есенин и Дункан..jpg
Есенин һәм Айседора Дункан, 1922

1921 йылдың көҙөндә Георгий Богданович Якуловтың оҫтаханаһында Есенин бейеүсе Айседора Дункан менән таныша, ярты йылдан уоар өйләнешә. Туйҙарынан һуң, Есенин менән Дункан сит илгә (Германия, Франция, Бельгия, Италия һәм Америка Ҡушма Штаттары) бара. Штаттарҙа ул 1922 йылдың майынан 1923 йылдың авгусына тиклем була[19]. «Известия» гәзите Есениндың Америка тураһындағы «Железный Миргород» яҙмаларын баҫтыра. Сит илдән ҡайтыуҙарына күп тә үтмәй, Дункан менән никахы тарҡала.

1920-се йылдар башында Есенин Большая Никитская урамында ҡортомға алынған китап кибетендә китап нәшер итеү һәм шулай уҡ китап һатыу эше менән әүҙем шөғөлләнә, һәм был уның бөтә ваҡытын ала. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Есенин ил буйлап күп сәйәхәт итә. Ул өс тапҡыр Кавказға, бер нисә тапҡыр Ленинградҡа бара, ете тапҡыр — Константиновоға ҡайта.

1924—1925 йылдарҙа Есенин Әзербайжанға бара, «Красный Восток» типографияһында шиғырҙар йыйынтығын сығара, әҫәрҙәрен урындағы нәшриәттә баҫтыра.

Баҡы ҡалаһында Есенин туҡталған «Яңы Европа» ҡунаҡханаһы

1924 йылда Есенин, Анатолий Борисович Мариенгоф менән килешә алмағанлыҡтан, имажинизм менән өҙөргә ҡарар итә. Есенин һәм Иван Васильевич Грузинов төркөмдөң таралыуы тураһында асыҡ хат яҙа.

Гәзиттәрҙә Есенин тураһында, уны эскелектә, ғауғаларҙа, кеше туҡмауҙа һ. б. антисоциаль тәртипһеҙлектәрҙә ғәйепләгән, киҫкен тәнҡитле мәҡәләләр күренә башлай. Шағир ҡайһы берҙә, бигерәк тә ғүмеренең һуңғы йылдарында, үҙенең тәртибе менән шуға оҡшаш тәнҡиткә нигеҙ биргән. Есенинды хулиганлыҡта ғәйепләүсе бер нисә енәйәти эш асыла. Шулай уҡ Дүрт шағир эше билдәле, унда Есенин һәм уның дуҫтары антисемитизмға ҡоролған һүҙ ысҡындырыуҙа ғәйепләнә.

Совет власы Есениндың сәләмәтлеге хаҡында борсола. Шулай, Христиан Георгиевич Раковскийҙың Феликс Эдмундович Дзержинскийға 1925 йылдың 25 октябрендә яҙған хатында Раковский «танылған шағир Есениндың — беҙҙең Союзда иң талантлы шағирҙарҙың береһенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуҙы үтенә», һәм: «уны үҙегеҙгә саҡырығыҙ, яҡшылап һөйләшегеҙ һәм уның менән бергә санаториумға РСФСР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатындағы Дәүләт сәйәси идаралығынан эсеүенә ҡаршы тора алырлыҡ иптәште ҡуйығыҙ…» тип тәҡдим итә.[20] Хатта Дзержинскийҙың иптәше, сәркәтибе, Дәүләт сәйәси идаралығы эштәр атҡарыусыһы В. Д. Герсонға адресланған: «Бәлки, Һеҙ шөғөлләнерһегеҙ?» тигән һүҙҙәре һәм резолюцияһы бар. Шунда уҡ Герсондың яуабы: «Бик күп тапҡыр шылтыраттым — Есенинды таба алманым».

Есенин һәм Есенина-Толстая, Софья Андреевна Толстая, 1925

1925 йылдың ноябрь аҙағында Софья Андреевна Толстая-Есенина менән Мәскәү университеты профессоры түләүле психоневрологик клиникаһы директоры Пётр Борисович Ганнушкин менән шағирҙы уның клиникаһына дауалау буйынса килешәләр. Быны шағирға яҡын торған бер нисә кеше генә белә. 1925 йылдың 21 декабрендә Есенин клиниканан сыға, Дәүләт нәшриәтендә бөтә ышаныс ҡағыҙҙарын ғәмәлдән сығара, банк кертемендә һаҡланған бөтә аҡсаһын ала ла, бер көндән Ленинградҡа китә, һәм унда «Англетер» ҡунаҡханаһының 5-се һанында туҡтай.

Ленинградта, ғүмеренең һуңғы көндәрендә, Есенин Н. А. Клюев, Георгий Феофанович Устинов, Иван Приблудный, В. И. Эрлих, И. И. Садофьев, Н. Н. Никитин һ. б. әҙәбиәтселәр менән осраша[12].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1913 йылда Сергей Есенин «И. Д. Сытин Товариществоһы»на эшкә алына һәм шунда корректор булып эшләүсе Анна Романовна Изряднова менән таныша. 1914 йылда улар гражданлыҡ никахына инә. 1914 йылдың 21 декабрендә Анна Изряднова Юрий исемле ул тыуҙыра (1937 йылда нахаҡ ғәйеп тағылып, атыла һәм СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы 1956 й. 28 ноябрендә аҡлана[21]).

1917 йылда рәсәй актрисаһы, режиссёр Всеволод Эмильевич Мейерхольдтың буласаҡ ҡатыны Зинаида Николаевна Райх менән таныша һәм шул уҡ йылдың 30 июлендә Вологда губернаһы Кирики-Улита ауылында ҡауыша. Павел Павлович Хитров, Спасский улусы Ивановская ауылы крәҫтиәне һәм Сергей Михайлович Бараев[22], Устьянский улусы Устья ауылы крәҫтиәне кейәү егет яғынан яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы поручитель, кәләш яғынан яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы поручитель — Алексей Алексеевич Ганин һәм Дмитрий Дмитриевич Девятков, Вологда ҡалаһынан сауҙагәр улы [23]. Туй «Пассаж» ҡунаҡханаһы бинаһында үтә. Был никахтан шағирҙың ҡыҙы Есенина Татьяна Сергеевна (1918—1992), ул журналист һәм яҙыусы була[24], һәм улы Есенин Константин Сергеевич (1920—1986) тыуа. Улы инженер-төҙөүсе, футбол статистигы һәм журналист була. 1919 йылдың аҙағында (әллә 1920 йылдың башында) Есенин ғаиләһенән китә, улына (Константинға) йөклө Зинаида Райх ҡулында йәш ярымлыҡ ҡыҙы Есенина Татьяна Сергеевна менән яңғыҙ тороп ҡала. 1921 йылдың 19 февралендә шағир айырылышыуға ғариза яҙа, һәм матди яҡтан тәьмин итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә ала (1921 й. октябрендә айырылыу рәсми теркәлә). Всеволод Эмильевич Мейерхольд уллыҡҡа алған балаларын Есенин бер нисә тапҡыр килеп күрә. 1919—1921 йылдарҙа шағирә Екатерина Романовна Эйгес менән осраша, уға үҙенең ҡулъяҙма архивының бер өлөшөн һаҡлауға ҡалдыра.

1920 йылда Есенин үҙенең әҙәби сәркәтибе Галина Артуровна Бениславскаяның өйөндә йәшәй. Уларҙың шәхси мөнәсәбәттәре 1925 йылдың көҙөнә, Софья Андреевна Толстая-Есенинаға өйләнгәнгә, тиклем дауам итә.

1921 йылдың 13 майынан 3 июненә саҡлы шағир Ташкентта, үҙенең дуҫы ташкент шағиры Ширяевец Александрҙа ҡунаҡта була[25]. 1921 йылдың 25 майында Төркөөстан публика китапханаһы директоры саҡырыуы буйынса, Есенин китапханала «Сәнғәт студияһы» тыңлаусылары өсөн уның дуҫтары ойошторған әҙәби кисәлә сығыш яһай[26]. Төркөстанға Есенин үҙенең дуҫы Колобовтың[27] — СССР Тимер юлдар Халыҡ Комиссариатының яуаплы хеҙмәткәренең вагонында килә. Ташкентта булған осорҙа Есенин ошо вагонда йәшәй, артабан ошо поезда Сәмәрҡәндҡа, Бохараға һәм Полторацкиға (хәҙерге Ашхабад) сәйәхәт итә. 1921 йылдың 3 июнендә Сергей Есенин Ташкенттан китә һәм 1921 йылдың 9 июнендә Мәскәүгә ҡайта. Ваҡиғалар теҙмәһе тап килептер, шағирҙың ҡыҙы Татьяна Есенина ғүмеренең ҙур өлөшө Ташкентта үтә[24].

Есенин 1924 йылда

1921 йылдың көҙөндә Георгий Богданович Якуловтың оҫтаханаһында Есенин бейеүсе Айседора Дункан менән таныша[28], 1922 йылдың 2 майында уға өйләнә. Есенин инглиз телендә һөйләшә белмәй, ә Дункан рус телендә аралашмай. Туйҙан һуң Есенин Дунканды Европа (Германия, Бельгия, Франция, Италия) һәм АҠШ буйынса турҙарында оҙатып йөрөй[12]. Был парҙың ғауғалы антуражына ҡарамаҫтан, әҙәбиәтселәр, уларҙың икеһен ижадҡа мөнәсәбәт берләштергәндер, тип иҫәпләй[29]. Шулай ҙа, уларҙың никахы ҡыҫҡа була һәм 1923 йылдың авгусында Есенин Мәскәүгә әйләнеп ҡайта.

1923 йылда Есенин актриса Августа Леонидовна Миклашевская менән таныша, һәм «Хулиган мөхәббәте» циклынан ихлас күңелдән яҙылған ете шиғырын уға бағышлай.[30][31]. 1976 йылдың көҙөндә, 85 йәшлек актриса Августа Леонидовна әҙәбиәтселәр биргән һорауға Есенин менән уларҙың романы платоник сифатта булыуын һәм шағир менән хатта үбешмәүен дә белдерә[32].

1924 йылдың 12 майында Есениндың шағирә һәм тәржемәсе Надежда Давыдовна Вольпин менән мауығыуы һөҙөмтәһендә улы - Есенин-Вольпин Александр Сергеевич тыуа. Александр Сергеевич танылған математик һәм диссидент хәрәкәте эшмәкәре була. Александр Есенин-Вольпин 91 йәшендә, 2016 йылдың 15 мартында, АҠШ-та вафат булды[33].

1925 йылдың 18 сентябрендә Есенин өсөнсө (һәм һуңғы) тапҡыр — Софья Андреевна Толстаяға (1900—1957)[34], ул ваҡытта Яҙыусылар Союзы китапханаһы мөдире Лев Николаевич Толстойҙың ейәнсәренә өйләнә. Был никах та шағирҙы бәхетле итмәй һәм тиҙҙән тарҡала. Үҙенә-үҙе урын тапмаған неприкаянное яңғыҙлығы Есениндың трагик ахырының төп сәбәптәренең береһе була ла инде. Шағирҙың вафатфнан һуң, Толстая үҙенең тормошон Есениндың әҫәрҙәрен йыйыу, һаҡлау, тасуирлау һәм баҫмаға әҙерләү эшенә бағышлай, уның тураһында мемуарҙар ҡалдыра[35].

Н. Сардановский иҫтәлектәренә һәм шағирҙың хаттарына ярашлы, Есенин күпмелер ваҡыт вегетарианлыҡ менән мауыҡҡан[36].

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Англетер ҡунаҡханаһы (һулда)

1925 йылдың 28 декабрендә дуҫы Георгий Феофанович Устинов ҡатыны менән ленинград ҡунаҡханаһы «Англетер»ҙа Есениндың үле кәүҙәһен таба. Шағирҙың үлеме мәлендә номер ишеге эстән ныҡ бикләнгән була, уны лом менән емереп инәләр. Есениндың дуҫтары ҡурҡыныс күренеш шаһиты була: бүлмә эсе бола, диванда ятҡан шағирҙың муйынында простыня йыртығынан ҡулайлаштырылған бау була. Һуңғы шиғырын — «До свиданья, друг мой, до свиданья...»[12] — Вольф Иосифович Эрлих иҫләгәнсә, Есенин уға яңыраҡ тапшырған була: номерҙа ҡара тапмағанлыҡтан, ҡаны менән яҙғанын әйткән[37].

Есенин тормошон академик өйрәнгән тикшеренеүселәрҙең дөйөм фараз буйынса, депрессия хәлендәге шағир (бер аҙна элегерәк психоневрологик дауаханала дауаланып сыҡҡан) үҙен-үҙе үлтергән (аҫылынған).

Ленинград Яҙыусылар союзында граждандар йыназаһынан панихида һуң Есениндың кәүҙәһе 29 декабрҙә поезда Мәскәүгә килтерелә, Матбуғат йортонда мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары хушлаша. 1925 йылдың 31 декабрендә Мәскәүҙә Ваганьков зыяратында ерләнә.

Үлеме буйынса фараз[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағирҙы ерләү. Һулда — Есениндың икенсе ҡатыны Зинаида Николаевна Райх (ҡулын күтәргән) һәм Всеволод Эмильевич Мейерхольд, уңда — һеңлеһе Екатерина һәм әсәһе Татьяна Фёдоровна

1970 — 1980-се йылдарҙа йәнәһе шағирҙы үлтергәндән һуң, үҙенә-үҙе ҡул һалған икән тигәнде инсценировкалау булған (ҡағиҙә булараҡ, үлтереүҙе ойоштороуҙа СССР Халыҡ комиссарҙары советы эргәһендәге Дәүләт сәйәси идаралығы хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнә). Был фаразға Мәскәү енәйәти эҙәрләү тәфтишсеһе, отставкалағы полковник Эдуард Александрович Хлысталов үҙ өлөшөн индерә[38][39]. Есенинды үлтереү фаразы массовый мәҙәниәткә үтеп инде: атап әйткәндә, «Есенин» телесериалында (2005) художестволы формала күҙ алдына баҫтырылған. Был фараз яҡлылар, үлтерелер алдынан шағирҙы ҡаты туҡмағандар тип раҫлайҙар[40]. Улар фекеренсә, был фараз файҙаһына билдәле факт һөйләй: Сергей Есенин, йәштән үк йоҙроҡ һуғыштары менән мауыҡҡан, амандаштары иҫтәлектәре буйынса, үҙенә һөжүм иткәндәргә лайыҡлы яуап бирерлек көрәшсе булған.

1983 й. Сергей Есенин ҡәбере

1989 йылда Рәсәй Фәндәр Академияһының А. М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты эгидаһы аҫтында СССР һәм Рәсәй есенин ижадын өйрәнеүсеһе Юрий Львович Прокушев етәкселегендәге һәм шағирҙың башҡа биографтарын да үҙ эсенә алған Есенин комиссияһы булдырылған; уның үтенесе буйынса бер нисә экспертиза үткәрелгән һәм түбәндәге һығымта яһалған: «төрлө төҫтә килтерелгән һәм баҫылып сыҡҡан шағирҙы үлтереү һәм ахырҙа үҙе аҫылынып үлгән тигән инсценировка „фаразы“ …, махсус мәғлүмәтте аңлатыуҙы боҙоп, экспертиза һөҙөмтәләрен фальсификациялау - вульгар ҙа, компетентһыҙ ҙа» (суд медицинаһы кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы Б. С. Свадковскийҙың комиссия рәйесе Ю. Л. Прокушевтың запросына рәсми яуабынан)[41]. Есенинды үлтереү фараздары һуңлап килеп сыҡҡан һәм аҙ ышандырырлыҡ уйҙырма[42].

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғриәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге шиғри йыйынтыҡтарынан («Радуница», 1916; «Сельский часослов», 1918) башлап, нескә лирик, тәрән психологлаштырылған пейзаж оҫтаһы, крәҫтиән Русе йырсыһы, халыҡ теле һәм халыҡ күңеле белгес икәне ярылып ята.

1919—1923 йылдарҙа имажинистар төркөмөнә ҡараған. Ысынбарлыҡты тойоу трагедияһы, күңел тынғыһыҙлығы «Кобыльи корабли» (1920), «Москва кабацкая» (1924) циклдарында, «Чёрный человек» (1925) поэмаһында сағыла. Баҡы комиссарына бағышланған «Баллада о двадцати шести» (1924) поэмаһында, «Русь Советская» (1925) йыйынтығында, поэме «Анна Снегина» (1925) поэмаһында Есенин, үҙен «элекке Русь», «алтын бүрәнә йорт» шағиры итеп тойһа ла, «коммуна күтәргән Рус»те аңлап төшөнөргә тырышҡан. «Пугачёв» драматик поэмаһы (1921).

Үҙәк партия органы «Правда» гәзитендә Николай Иванович Бухариндың Есенин «рус ауылының иң тиҫкәре һыҙаттарын сағылдыра», һәм «синфи яҡтан ят» есенинщинаға «яҡшы итеп залп» бирергә саҡырған[43], «Злые заметки» мәҡәләһе сыҡҡандан һуң, шағир исеменә яла яғыу кампанияһы йәйелдерелә. Бының һөҙөмтәһендә шағирҙың китаптары оҙаҡ ҡына баҫылмай. Әммә был шағирҙың танылыуына ҡамасауламай. бөтә ерҙә лә Есенин һүҙҙәренә йырҙар йырлана, уның ҡулдан күсереп яҙған йыйынтыҡтары тарала [44].

Әҫәрҙәренең тематикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Есениндың 1911—1913 йылдарҙағы хаттарынан башлап яҙыусы шағирҙың ҡатмарлы тормошо, уның рухи өлгөрөүе аныҡ күренә. 60-тан артыҡ шиғыр һәм поэмаһы яҙылған 1910—1913 йылдарҙағы лирикаһы шиғри донъяһында сағылыш тапҡан. Бында уның бөтә тереклеккә, тормошҡа, Тыуған иленә мөхәббәте сағылған. Уратып алған ғәжәйеп тәбиғәт шағирҙы бындай көйгә ҡорған («Выткался на озере алый свет зари…», «Дымом половодье…», «Берёза», «Весенний вечер», «Ночь», «Восход солнца», «Поёт зима — аукает…», «Звёзды», «Темна ноченька, не спится…» һ. б.).

Есениндың паспартуҙағы портреты һәм автографы, 1923 йыл

Тәүге шиғырҙарынан уҡ Есенин шиғриәтенә Тыуған ил һәм революция темалары инә. 1914 йылдың ғинуарынан Есенин шиғырҙары матбуғатта («Берёза», «Кузнец» һ.б.) күренә. «Декабрҙә ул эшен ташлай һәм шиғырҙарына бирелә, көндәр буйы яҙа», — тип хәтерләй Изряднова. Поэтик донъяһы ҡатмарлыраҡ, күп үлсәмлерәк була бара, тәүрат образдары һәм христиан мотивтары унда әһәмиәтле урын ала. Һуңғараҡ шағир: «Дини икеләнеүҙәр миңә иртә килде. Балалыҡ йылдарында минең киҫкен үҙгәрештәр: бер доғалар һыҙаты, йә көфөрлөккә тиң иҫ китмәле шуҡлыҡтар булды. Һуңғараҡ ижадымда ла шундай һыҙаттар булды» тип билдәләй.

1915 йылдың мартында Есенин Петроградҡа килә, "талантлы крәҫтиән шағир-самородок"тың «күп һүҙ менән» айырылып торһа ла, «саф, таҙа, яңғырауыҡлы» шиғырҙарын юғары баһалаған, уға ярҙам иткән, яҙыусылар һәм нәшриәтселәр менән таныштырған Блок менән осраша. Николай Клюевҡа яҙған хатында Есенин: «Питерҙа минең шиғырҙарым уңышлы үтте. 60-тан 51-ен ҡабул иттеләр» тип хәбәр итә. Шул уҡ йылда Есенин «крәҫтиән» шағирҙарының «Краса» төркөмөнә инә.

Есенин билдәлелек ала, уны шиғри кисәләргә һәм әҙәби салондарға саҡыралар. Максим Горький писал Ромен Ролланға: «Ҡомһоҙ нисек итеп ғинуар айында ҡайын еләген ҡаршы ала, ҡала ла уны шундай һоҡланыу менән ҡаршы алды. Шиғырҙарын, быны ике йөҙлөләр һәм көнсөлдәр нисек итеп ҡупайта белә, саманан тыш, ысын күңелдән булмағанса, маҡтай башланылар» тип яҙған.

1916 йылдың башында Есениндың тәүге китабы — «Радуница» баҫыла. Атамаһында,күпселек шиғырҙарының йөкмәткеһендә (1910—1915) һәм уларҙы һайлап алыуҙа Есениндың публика кәйефенә һәм матурлыҡ тойғоһона буйһоноуы һиҙелә.

Есениндың 1914—1917 йылдарҙағы ижады ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы («Микола», «Егорий», «Русь», «Марфа Посадница», «Ус», «Иисус-младенец», «Голубень» һ.б. шиғырҙары). Был әҫәрҙәрендә уның донъя һәм кеше тураһында шиғри концепцияһы сағылған. Есенин йыһанының нигеҙе булып барлыҡ атрибуттары менән ауыл йорто тора. «Ключи Марии» (1918) китабында шағир: «Ябай ярлы өйө — аталары һәм ата-бабалары тойолмаҫ һәм алыҫ донъяны үҙҙәренең баҫалҡы усаҡтарына оҡшаған әйберҙәргә буйһондороп ентекле эшләгән донъя төшөнсәләре һәм донъяға мөнәсәбәттәре символы» тип яҙған. Ситәнле ихаталар менән уратылған һәм үҙ-ара юл менән «бәйләнгән» өйҙәр ауыл тәшкил итә. Ә баҫыу ҡапҡаһы менән сикләнгән ауыл — ҙур донъянан урман һәм һаҙлыҡтар менән киҫелгән Есенин Русе, «Мордва һәм Чудтә… юғалған». Һәм артабан:

«

Не видать конца и края,
Только синь сосёт глаза…

»

Һуңғараҡ Есенин: «Минең барлыҡ Иисустарыма, Алиһәләремәһәм Миколаларыма әкиәти шиғриәт тип ҡарағыҙ» тип яҙған. Лирик герой «төтәп ятҡан ергә», «ал таңдарға», «күбә һәм кәбәндәргә», Тыуған иленә табына. «Минең лирикам, — тип яҙған Есенин, — бер ҙур һөйөү, Тыуған илгә һөйөү менән тере. Тыуған ил тойғоһо — минең ижадымда төп урын биләй».

Есениндың революцияға тиклемге шиғри донъяһында Русь төрлө төҫтә: «уйсан һәм нескә», баҫалҡы һәм ярһыу, хәйерсе һәм күңелле, «еңеү байрамдары» билдәләүсе. «Тучи с ожереба…» (1916) шиғырында шағир революцияны — Рәсәйҙең «ғазаптары һәм күрәсәге» аша «үҙгәрешен», граждандар һуғышын күҙаллай.

Есенин ерҙә лә, күктә лә фәҡәт яҡшыларҙы һәм яуыздарҙы, «таҙаларҙы» һәм «келеләрҙе» ҡапма-ҡаршы ҡуя. Яуыз яҙмыш Тыуған иленә ҡағылды, уның образына мисәт баҫты, тип уйлай шағир.

Адрестары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәүҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Дом Сергея Есенина в Замоскворечье.jpeg
Замоскворечье тарихи районындағы өй, бында Есенин 1911 йылдан 1918 йылға саҡлы йәшәгән, хәҙер музей
  • Большой Строченовский тыҡрығы, 24 — Замоскворечье, 1911—1918 йй.
  • Чернышевский тыҡрығы, 4 — Есениндың мәскәү музейы филиалы. Был өйҙә 1913—1915 йй. йәшәй, Суриковсы әҙәби түңәрәгендә ҡатнаша. Яҡында ғына «Парус» журналы редакцияһы, бында шағир баҫылған.
  • Петровский тыҡрығы (элекке Богословский), 5 — шағир иптәше Анатолий Борисович Мариенгоф менән өс бүлмәне ҡортомға алған, 1918-1921 йй.
  • Большая Никитская урамы, 15 — бында Имажинистар кибете булған.
  • Тверская урамы, 37 — «Стойло Пегаса» кафеһы адресы.
  • Большая Садовая урамы, 10 — 1921 йылдың 3 октябрендә рәссам Георгий Якуловтың оҫтаханаһында Есенин Айседора Дункан менән таныша.
  • Пречистенка, 20 — Айседора Дункандың йорт-студяһы, Есенин 1921-1922 йй. йәшәй.
  • Брюсов тыҡрығы, 2/14 — был йортта Галина Бениславская йәшәгән. 1922-1924 йй. уның фатирында Есенин йәшәй.
  • Гагаринский тыҡрығы, 20 — Старая Конюшенная слободаһындағы изге Власий ҡорамы. Есенин һәм Дункан экипажы был ҡорамды өс тапҡыр урай.
  • Померанцев тыҡрығы, 3 — Есенин һуңғы ҡатыны Софьи Толстая йортонда 1925 й. йәшәй.
  • Ваганьков зыяраты, 17-се участка — С. А. Есенин ҡәбере.

Петроградта — Ленинградта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1915 й. — С. М. Городецкий фатиры — Малая Посадская урамы, 14, 8-се фатир.
  • 1915 й. декабре — 1916 й. марты — килем йортонда К. А. Расшепина йорто — Фонтанка йылғаһы яр буйы, 149, 9-сы фатир.
  • 1917—1918 йй. — килем йорто — Литейный проспект, 33.
  • 1917—1918 йй. — П. В. Орешин фатиры — 7-се Совет урамы, 40.
  • 1922 й. башы — «Англетер» ҡунаҡханаһы — Малая Морская (Гоголь) урамы, 24.
  • 1924 й. апреле — «Европейская» ҡунаҡханаһы — Михайловская (Ласаль) урамы, 1.
  • Апрель — 1924 й. июле — А. М. Захаров фатиры — Гагаринская урамы, 1, 12-се фатир.
  • 1925 й. 24—28 декабре — «Англетер» ҡунаҡханаһы — Малая Морская (Гоголь) урамы, 24.

Есенин шиғырҙарына йырҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

С. А. Есенин 1922 йылда
  • «Письмо матери» романсы (1924), музыкаһын Василий Николаевич Липатов (1897—1965). Йырсылар Дмитрий Михайлович Гнатюк, Юрий Александрович Гуляев, Вадим Алексеевич Козин, Клавдия Ивановна Шульженко, Александр Николаевич Малинин, башҡалар. Липатов был йырҙы бер көндә яҙа.[45] Липатов шулай уҡ «Клён ты мой опавший, клён заледенелый» романсының көйөн яҙған.

Композитор, СССР халыҡ артисы Григорий Фёдорович Пономаренко ла (1921—1996) Есенин лирикаһын романсҡа әйләндергән. «Отговорила роща золотая», «Не бродить, не мять в кустах багряных», «Пускай ты выпита другим», «Не жалею, не зову, не плачу», «Выткался на озере», «Шаганэ ты моя, Шаганэ», «Заметался пожар голубой», «Собаке Качалова» романстары Иосиф Давыдович Кобзон, Владимир Константинович Трошин, Аркадий Северный, ансамбля «Радуница» ансамбле, «Орэра» вокаль-инструменталь ансамбле репертуарҙарына ингән.

Есенин ижадына Александр Николаевич Вертинский («В том краю, где жёлтая крапива», «До свиданья, друг мой, до свиданья»), Иван Семёнович Козловский («Ты поила коня», «Я по первому снегу»), Мөслим Магометович Мағомаев («Королева», «Прощай, Баку»), Евгений Григорьевич Мартынов («Берёзка»), Валерий Владимирович Ободзинский («До свиданья друг мой, до свиданья»), Владимир Семёнович Высоцкий (һәүәҫкәр таҫмала «Сиротка» әкиәтенән өҙөк һаҡланған) мөрәжәғәт иткән[46]).

Есенин һүҙҙәренә яҙылғанйырҙар Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Клавдия Хабарованың репертуарына ингән. Алексей Карелин музыкаһына яҙылған «Цветы мне говорят — прощай», «Черёмуха душистая», «Вот оно — глупое счастье» һ.б. билдәлелек ала. Аркадий Дмитриевич Северный сығыштарына «Ты меня не любишь», «Белая свитка и алый кушак», «Вечер чёрные брови насопил», «До свиданья друг мой, до свиданья» һ.б. романстарҙы индергән. Александр Николаевич Вертинский музыкаһына Алексей Николаевич Покровский «Последнее письмо» һ. б. бик күп йырҙарҙы башҡарған. Композитор Сергей Илларионович Сарычев һәм «Альфа» төркөмө «Я московский озорной гуляка» йырын бөтә союз хитына әйләндергән, композитор Сергей Васильевич Беляев һәм башҡарыусы Александр Николаевич Малинин тандемы «Забава» йырын таныулы итә.

Есенин юлдарын ҡатын-ҡыҙҙар ҙа: Людмила Георгиевна Зыкина («Слышишь, мчатся сани»), Галина Алексеевна Ненашева («Берёза»), Нина Васильевна Пантелеева («Не жалею, не зову, не плачу»), Ирина Витальевна Понаровская («Капли»), Надежда Георгиевна Бабкина («Отговорила роща золотая») һ.б. башҡарған.

Сергей Есенин шиғырҙары кинематограф менән тығыҙ бәйләнгән. Романстары актёрҙарҙың ижад кисәләренә индерелгән: («Я зажёг свой костёр» Юрий Эдуардович Эрикона музыкаһына Николай Петрович Караченцов, «Королева» Ларисы Голубкинаның телевизион бенефисында Лариса Ивановна Голубкина башҡарыуында). Йырҙар фильм сюжетына үрелгән («Клён ты мой опавший» гитара оҙатыуында йыр уҡытыусылары Андрей Алексеевич Попов һәм йыр уҡытыусыһы «Учитель пения» фильмында). Билдәле йырҙарҙы үҙенсәлекле итеп уҡыу нәфис кинола («Под окошком месяц» Ян Абрамович Френкель музыкаһына «Корона Российской империи, или Снова неуловимые» фильмы өсөн, «Клён ты мой опавший» «Чайф» төркөмө башҡарыуында «По ту сторону волков» фильмы өсөн һ.б.).

Есенин шиғырҙарының тәржемәһе яңғырай. Итальян йырсыһы һәм композиторы Анджело Брандуарди үҙенең 1975 йылғы «La luna» альбомына «Исповедь хулигана» мотивына яҙылған йырын индерә. Польша эстрада йырсыһы һәм композитор Кшиштоф Кравчик 1977 йылда пластинка яҙҙыра, һәм унда Есенин шиғырҙары Владислав Броневский тәржемәһендә бирелә. 1979 йылда болгар башҡарыусыһы Николай Любенов Есенин шиғырҙарына пластинкаһын яҙҙыра.

Сергей Есенин шиғырҙары актуаль булыуын дауам итә: уның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы Олег Евгеньевич Погудин, Павел Пикалов, Андрей Александрович Мисин, Станислав Владимирович Михайлов, Вика Цыганова, Александр Васильевич Новиков, Валерий Власов, Земфира, Елена Владимировна Ваенга, Никита Борисович Джигурда, Женя Максимова, Прохор Андреевич Шаляпин, «Реликт» триоһы, «Соловушко» триоһы, «Монгол Шуудан» төркөмө, «Кукрыниксы» һ.б. «Есенин» телесериалына саундтрек булараҡ Сергей Витальевич Безруковтың «Хулиган» исемле альбомы донъя күрҙе, һәм артист тәүге тапҡыр музыка авторы булараҡ сығыш яһаны. 2016 йылда «Рок-Синдром» төркөмө Сергей Есениндың 1922 йылда сыҡҡан «Пугачов» драматик поэмаһының тулы тексы буйынса «Пугачов — музыка бунтарей» рок-операһын сығарҙы.

Есенин шиғырҙары рэп жанрында яңғырай — «Письмо к женщине», «Московский озорной гуляка» (Миша Маваши) һәм «Письмо к женщине» рэпер ST башҡарыуында, пэган-метал — «Я обманывать себя не стану» («Невидь» төркөмө), «Братья» («Путь Солнца» төркөмө) инди-фолк — «Заметался пожар голубой», «Письмо к женщине» (The Retuses төркөмө), дэткор — «До свидания, друг мой, до свидания» («Bring Me the Horizon» төркөмө), «Есенин Сергей» рок-сюитаһын «Мастерская Игоря Ковалёва» сығарҙы.[47] Югославия рок-төркөмө «Bolero» 1988 йылда Есенин ижадына бағышланған «O Jesenjinu» альбомын сығара. 2005 йылда «Отпетые мошенники» төркөмө Есениндың «Московский озорной гуляка» шиғыры буйынса «Гуляка» йырын сығара.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

С. А. Есениндың 100 йәшенә арналған Рәсәй Банкының иҫтәлекле тәңкәһе. 2 һум, көмөш, 1995 йыл
Мардакянда Сергей Есенин урамы (Баҡы, Әзербайжан)
  • Константиновола Дәүләт С. А. Есенин музей-заповеднигы (Рыбновский районы) (Рязань өлкәһе)
  • Мәскәү дәүләт С. А. Есенин музейы
  • Спас-Клепикиҙа Есенин музейы (филиал ГМЗЕ)
  • Санкт-Петербургтың Невский районындағы Есенин исемендәге парк.
  • Воронеждағы Есенин С. А. халыҡ музейы (2011 й. 3 октябрендә асыла)[48]
  • С. А. Есенин исемендәге Рязань дәүләт университеты
  • Сергей Есенин исемендәге «О Русь, взмахни крылами…» халыҡ-ара әҙәби премия, Рәсәй Яҙыусылар союзы һәм Мәҙәниәт һәм туризмды үҫтереү Милли Фонды нигеҙ һалған.
  • «Сергей Есенин» Мәскәү — Рязань экспресы
  • Сергей Есенин йорт-музейы һәм Мардакян ҡасабаһындағы урам (Баҡы, Әзербайжан)
  • Ташкентта Сергей Есенин музейы (Толстой тыҡрығы, 20, Хәмид Алимжан метроһы)
  • 2013 йылға Есенин исемен Рәсәй ҡалаларында һәм ауылдарында 611 майҙан, урам һәм тыҡрыҡ йөрөтә[49]
  • Мәскәүҙә Сергей Есенин исемендәге 641-се мәктәп

Документаль фильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сергей Есенин (1965)
  • Константиново (1981)
  • Есенину посвящается. Альманах «Поэзия» (1986)
  • Земля Сергея Есенина (1990)
  • Сергей Есенин. Ночь в «Англетере» (2004)
  • Дети Есенина (2005)
  • Дорогие мои! Хорошие! (2005)
  • Сергей Есенин (2005)
  • Сергей Есенин. 1925—2010 (2011)

Кинола һынландырылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Год Ил Исеме Режиссёры Сергей Есенин
1968 Бөйөк Британия Бөйөк Британия
Франция Франция
«Айседора» Карел Рейш Звонимир Чрнко
1969 Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР «Анна Снегина» Виктор Серков Виталий Сергеевич Безруков
1971 Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР «Пой песню, поэт…» Сергей Павлович Урусевский Сергей Петрович Никоненко
Фарик Захарян (Есенин-мальчик)
2004 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы «Золотая голова на плахе» Семён Рябиков Дмитрий Сергеевич Муляр
2005 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы «Есенин» Игорь Григорьевич Зайцев Сергей Витальевич Безруков
2013 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы «Маяковский. Два дня» Владимир Николаевич Досталь Евгений Титов

Һәйкәлдәре һәм мемориаль билдәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәүҙә
  • Тверской бульварындағы һәйкәле
  • Есенинский бульварындағы һәйкәле
  • Барельеф[где?]
  • Петровский тыҡрығындағы Есенин барельефы, шағир бында 1918-1923 йй. йәшәгән.
Санкт-Петербургта
  • Есенин урамындағы һәйкәле
  • Таврический баҡсаһында Есенин һәйкәле
  • Есенин исемендәге паркта Есенин бюсы
Рязанда
  • Кремль яр буйындағы һәйкәле
  • Ҡала паркында бюсы
  • Рязань губерна Бөтә Рәсәй контрреволюция һәм саботаж менән көрәш буйынса ғәҙәттән тыш комиссияһы бинаһындағы иҫтәлекле таҡта (Астраханская (элекке Ленин) урамы, 46): «Бында, рязань губерна Ғәҙәттән тыш комиссияһына, 1918 йылдың йәйендә бөйөк рус шағиры Сергей Александрович Есенин ЧК хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған ауылдаштарын иреккә сығарыуҙы юллап килә»[50].
башҡа ҡалаларҙа
  • Белгородтың С. Есенин урамындағы һәйкәле
  • 1920 йылда Дондағы Ростовтың Большая Садовая урамында урынлашҡан бинала Есенин сығыш яһаған биналағы иҫтәлекле яҙыу
  • Константиновола Есенин усадьбаһы территорияһындағы һәйкәле (Рыбновский районы, Рязань өлкәһе)
  • Воронежда һәйкәле
  • Краснодарҙа һәйкәле
  • Константиново ауылында һәйкәле (Рыбновский район)
  • Ташкентта һәйкәле
  • Черкесскиҙа һәйкәле
  • Тула ҡалаһының П. П. Белоусов исемендәге Үҙәк ял паркындағы Есенин һәйкәле
  • Частоозерье ауылындағы һәйкәле (Ҡорған өлкәһе), 2016 йылдың 3 октябрендә асыла, скульпторы Красношеина Ольга Юрьевна [51]
  • Ивановолағы Шереметевский проспектында бюсы
  • Спас-Клепикиҙа Просвещения урамында шағир уҡыған мәктәп бинаһы янындағы бюсы
  • Вологда эргәһендә Изге Кирик һәм Иулитт сиркәүендә Сергей Есениндың Зинаида Николаевна Райх менән ҡауышыуының Иҫтәлекле билдәһе
  • Орёлдың Комсомольская урамындағы бюсы
  • Плиск ҡалаһында Яҙыусылар аллеяһының «Двор Кириллицы» мәҙәни-тарихи комплексында шағир бюсы ҡуйылған (Болгария)[52]
  • Мардакянда, Баҡы янында Есенин барельефы
  • Ульяновскиҙа XX—XXI быуаттар һынлы сәнғәте музейы скверында шағир бюсы (1961 йылда скульптор Анатолий Андреевич Бичуков ижад итә, 2019 йылда ҡуйыла)[53].

Филателияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С. А. Есенин Албанияла 1995 йылда сыҡҡан почта маркаһында һынланған[54].

Сигиллатияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1965 йылда СССР Элемтә министрлығы С. А. Есенин портреты менән конверт сығара (рәссам С. Ф. Соколов). Хаҡы 5 тин.
  • 1970 йылда СССР Элемтә министрлығы С. А. Есенин портреты менән конверт сығара (рәссам Анатолий Никифорович Яр-Кравченко). Хаҡы 5 тин.
  • 1975 йылда СССР Элемтә министрлығы С. А. Есенин портреты менән конверт сығара (рәссам А. Яр-Кравченко). Хаҡы 5 тин.
  • 1985 йылда СССР Элемтә министрлығы С. А. Есенин портреты менән конверт сығара (рәссам Н. Мишуров). Хаҡы 6 тин.

Нумизматикала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылда РФ Үҙәк банкы С. А. Есениндың 100 йәшенә арналған «Рәсәйҙең күренекле шәхестәре» серияһында иҫтәлекле монета (2 һум, көмөш, пруф) сығара.[55]

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тере сағында баҫылған әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Первый сборник стихов
С. Есенина, 1916 г.
1916
  • Есенин С. А. Радуница. — Петроград: Издание М. В. Аверьянова, 1916. — 62 с.
Әҙәбиәттә 1918 йыл
  • Есенин С. А. Иисус-младенец. — П.: Сегодня, 1918. — 6 с.
  • Есенин С. А. Голубень. — М.: Революционный социализм, 1918.
  • Есенин С. А. Сельский часослов. — М.: Московская трудовая артель художников слова, 1918. — 28 с.
  • Есенин С. А. Преображение. — М.: Московская трудовая артель художников слова, 1918. — 68 с.
Әҙәбиәттә 1920 йыл
  • Есенин С. А. Голубень. — 2-е изд. — М.: Московская трудовая артель художников слова, 1920
  • Есенин С. А. Ключи Марии. — М.: Московская трудовая артель художников слова, 1920. — 42 с.
  • Есенин С. А. Руссеянь. — М.: Альциона, 1920.
  • Есенин С. А. Трерядница. — М.: Злак, 1920.
  • Есенин С. А. Триптих. Поэмы. — Берлин: Скифы, 1920. — 30 с.
  • Есенин С. А. Россия и Инония. — Берлин: Скифы, 1920. — ??? с.
Әҙәбиәттә 1921 йыл
  • Есенин С. А. Иисус-младенец. — Чита, 1921
  • Есенин С. А. Исповедь хулигана. — М.,1921. — 14 с.
  • Есенин С. А. Ржаные кони. — М.: Альциона, 1921.
  • Есенин С. А. Преображение. — 2-е изд. — М.: Имажинисты, 1921
  • Есенин С. А. Трерядница. — 2-е изд. — М.: Имажинисты, 1921
  • Есенин С. А. Радуница. — 3-е изд. — М.: Имажинисты, 1921
  • Есенин С. А. Пугачёв. — М.: Имажинисты, 1922. — 54 с. (год издания указан ошибочно)
Әҙәбиәттә 1922 йыл
  • Есенин С. А. Автобиография // Современное обозрение : Журнал нового типа (Литература — искусство — жизнь). — Петроград: Изд-во «Ars». — 1922, ноябрь. — № 2. — С. ??? (Первая прижизненная публикация автобиографии Сергея Есенина в России).
  • Есенин С. А. Пугачёв. — 2-е изд. — Петроград: Эльзевир, 1922. — 64 с.
  • Есенин С. А. Пугачёв. — 3-е изд. — Берлин: Русское универсальное издательство, 1922
  • Есенин С. А. Избранное. — М.: Госиздат, 1922. — 116 с.
  • Есенин С. А. Собрание стихов и поэм. — Т. 1. — Берлин: Изд-во З. И. Гржебина, 1922. — 178 с. (Второй том не выходил.)
  • Essenine, S. Confession d'un voyou = [Есенин, С. Исповедь хулигана / вступ. Ф. Элленса; пер. М. Милославской и Ф. Элленса] / Preface de F. Hellens, traduit du russe par М. Miloslawsky et F. Hellens. — Paris: J. Povolozky, 1922 [на суперобложке — 1923]. — 82 p. [На фр. яз.]
Әҙәбиәттә 1923 йыл
  • Есенин С. А. Стихи скандалиста. — Берлин: Изд-во И. Т. Благова, 1923. — 232 с.
Әҙәбиәттә 1924 йыл
  • Есенин С. А. Москва кабацкая. — Л., 1924. — 44 с. (издательство не обозначено)
  • Есенин С. А. Стихи (1920-24). — М.: Круг, 1924. — 86 с.
  • Есенин С. А. Русь советская. — Баку: Бакинский рабочий, 1924. — 80 с.
Әҙәбиәттә 1925 йыл
  • Есенин С. А. Страна советская. — Тифлис: Советский Кавказ, 1925. — 62 с.
  • Есенин С. А. Песнь о великом походе. — М.: Госиздат, 1925. — 32 с.
  • Есенин С. А. О России и революции. — М.: Современная Россия, 1925. — 96 с.
  • Есенин С. А. Берёзовый ситец. — М.: Госиздат, 1925. — 100 с.
  • Есенин С. А. Избранные стихи. — М.: Огонёк, 1925. — 44 с. (Библиотека «Огонька» № 40)
  • Есенин С. А. Персидские мотивы. — М.: Современная Россия, 1925. — 48 с.
Другие издания
  • Есенин С. А. Стихи и проза / Сост И. В. Евдокимов, 1927
  • Есенин С. А. Стихотворения. — Л.: Сов. писатель, 1953. — 392 с. (Библиотека поэта. Малая серия. Изд. третье)
  • Есенин С. А. Стихотворения и поэмы. — Л.: Сов. писатель, 1956. — 438 с. (Библиотека поэта. Большая серия. Второе изд.)
  • Есенин С. А. Стихотворения и поэмы / Сост. и подгот. текста И. С. Эвентова и И. В. Алексахиной, примеч. И. В. Алексахиной. — Л.: Сов. писатель, 1986. — 464 с. (Библиотека поэта. Большая серия. Изд. третье)
Әҫәрҙәре йыйынтығы
  • Есенин С. А. Собрание стихотворений в 3 т. — М.: Госиздат, 1926;
  • Есенин С. А. Собрание сочинений в 5 т. — М.: Гослитиздат, 1961—1962, 500 000 экз.
  • Есенин С. А. Собрание сочинений в 5 т. — 2-е изд. — М.: Худож. лит., 1966—1968, 500 000 экз.
  • Есенин С. А. Собрание сочинений в 3 т. — М.: «Правда», 1970, 1 940 000 экз. (серия "Библиотека «Огонёк»);
  • Есенин С. А. Собрание сочинений в 3 т. — М.: «Правда», 1977, 375 000 экз. (серия "Библиотека «Огонёк»);
  • Есенин С. А. Собрание сочинений в 6 т. — М.: Худож. литература, 1977—1980, 500 000 экз.
  • Есенин С. А. Собрание сочинений в 3 т. — М.: «Правда», 1983, 700 000 экз. (серия "Библиотека «Огонёк»);
  • Есенин С. А. Полное собрание сочинений. В 7 томах / Главный редактор Ю. Л. Прокушев. — М.: Наука, Голос, 1995—2000. (Российская академия наук. Институт мировой литературы им. А. М. Горького):
  • Т. 1. Стихотворения;
  • Т. 2. Стихотворения («маленькие поэмы»);
  • Т. 3. Поэмы;
  • Т. 4. Стихотворения, не вошедшие в «Собрание стихотворений»;
  • Т. 5. Проза;
  • Т. 6. Письма;
  • Т. 7. Автобиографии, дарственные надписи, фольклорные записи, литературные манифесты и др., хронологическая канва жизни и творчества, справочные материалы) ISBN 5-02-011245-3

Халыҡ-ара проекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Есенин С. А. Анна Снегина. Поэма / Издание на 12 языках (рус., англ., болг., венг., итал., нем., рум., сербск., словенск., словацк., хорв., чешск.). — М.: Центр книги ВГБИЛ им. М. И. Рудомино, 2010. ISBN 978-5-7380-0336-3

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #73867394 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118638947 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Марченко А. М. Есенин Сергей Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1972. — Т. 9 : Евклид — Ибсен. — С. 99—100.
  4. 4,0 4,1 4,2 Гайсарьян С. З., Гайсарьян С. З. Есенин // Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 2.
  5. Sergey Aleksandrovich Yesenin // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. 6,0 6,1 Л. Э. Есенин // Литературная энциклопедия (урыҫ)Коммунистическая академия, Большая российская энциклопедия, Художественная литература, 1929. — Т. 4.
  7. Sergei Yesenin // SNAC (ингл.) — 2010.
  8. Есенин, Сергей Александрович (урыҫ) // Евреи — Железняков — 1932. — Т. 24. — С. 539—542.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Есенин, Сергей Александрович (урыҫ) // Писатели современной эпохи: Био-библиографический словарь русских писателей XX века / под ред. Б. П. КозьминМ.: 1928. — Т. 1. — С. 124—127. — 287 с.
  10. Вольпин, Надежда Давыдовна. Часть вторая. Отравленное счастье // Свидание с другом. — 1984.
  11. Гипотеза об убийстве поэта 27 декабря не принята большинством криминалистов и биографов поэта.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 Биография Сергея Есенина. Дата обращения: 3 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.
  13. Administrator. Биография Сергея Есенина (билдәһеҙ). www.museum-esenin.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  14. Сергей. РАТКЕВИЧ А. Есенин и Изряднова - С.А. Есенин  ::: Жизнь моя, иль ты приснилась мне... (билдәһеҙ). esenin.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  15. В несостоявшегося челябинского режиссера вселился дух Григория Распутина. www.up74.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  16. сандро_пятый. ЕСЕНИН и РАСПУТИН. Обсуждение на LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников. www.liveinternet.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  17. Ранняя лирика. Сергей Есенин. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 1 февраль 2008 года. 2008 йыл 1 февраль архивланған.
  18. Поездка Есенина в Туркестан. zinin-miresenina.narod.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  19. От редколлегии. Музей Есенина. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 9 апрель 2011 года. 2011 йыл 9 апрель архивланған.
  20. Штрихи к трагедии поэта — Газета — Зеркало недели. Украина
  21. Бессмертный барак. Есенин (Изряднов) Юрий Сергеевич
  22. Олег Сурмачёв. Сергей Бараев – друг Сергея Есенина | Адвокат Сурмачёв Олег Григорьевич (билдәһеҙ) (24 декабрь 2018). Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  23. ГАВО. Ф. 496. Оп. 38. Д. 186. Л. 164.
  24. 24,0 24,1 Татьяна Сергеевна Есенина в Ташкенте. esenin-lit.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  25. Есенин в Ташкенте — Письма о Ташкенте. mytashkent.uz. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  26. Ташкентские адреса Сергея Есенина. Публичная библиотека в Ташкенте — Письма о Ташкенте. mytashkent.uz. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  27. Колобов, Григорий Романович (1893—1952).
  28. Сироткина И. Свободное движение и пластический танец в России. — М.: Новое литературное обозрение, 2011. — 319 с.
  29. Аристов В.в, Сироткина И.е. Танцеслово: анализ истории творческих взаимоотношений Есенина и Дункан (билдәһеҙ). Культурно-историческая психология (2011). Дата обращения: 29 ноябрь 2019. 2012 йыл 11 август архивланған.
  30. Музей Есенина в Москве. Дата обращения: 4 март 2012. Архивировано из оригинала 15 октябрь 2013 года.
  31. Музыкально-поэтическая композиция «Что ж так имя твоё звенит, словно августовская прохлада…» www.museum.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  32. Актриса и поэт — Журнальный зал. magazines.gorky.media. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  33. Фото: В США умер сын Сергея Есенина. Газета.Ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  34. Биография Сергея Есенина. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  35. Толстая-Есенина С. А. Отдельные записи. С. А. Есенин : Жизнь моя, иль ты приснилась мне… (1940). Дата обращения: 15 ноябрь 2012. Архивировано 19 ноябрь 2012 года.
  36. Сергей. САРДАНОВСКИЙ Н. О моих воспоминаниях о Сергее Есенине — С. А. Есенин ::: Жизнь моя, иль ты приснилась мне… (билдәһеҙ). esenin.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  37. Есенин С.А.: Комментарии к стихам (страница 37). Дата обращения: 3 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2012 йыл 8 ноябрь архивланған.
  38. «Как убили Сергея Есенина», Эдуард Хлысталов | Readr – читатель двадцать первого века. Дата обращения: 7 февраль 2013. Архивировано 10 февраль 2013 года.
  39. МОЛОКО - русский литературный журнал. Дата обращения: 7 февраль 2013. Архивировано 10 февраль 2013 года.
  40. ЕСЕНИНА С. П. Истина видится на расстоянии (вновь о гибели С. Есенина) — С. А. Есенин ::: Жизнь моя, иль ты приснилась мне
  41. Профессор Черносвитов Евгений Васильевич. chernosvitov.narod.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  42. Азадовский К. М. Есенин Сергей Александрович // Русские писатели 1800—1917, т. 2, 1992, с. 241
  43. КАЗАРИН В. П. Не верь глазам своим
  44. Д. М. Ковалёв Трудная слава (статья известного советского поэта о творчестве Есенина)
  45. «Быть поэтом — значит петь раздолье…», или Как стихи С. Есенина стали песнями? shkolazhizni.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  46. Сергей. ВЫСОЦКИЙ Владимир - С.А. Есенин  ::: Жизнь моя, иль ты приснилась мне... (билдәһеҙ). www.esenin.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  47. Сергей. Рок-сюита «Есенин Сергей» — С. А. Есенин ::: Жизнь моя, иль ты приснилась мне… (билдәһеҙ). esenin.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  48. Негосударственное учреждение культуры «Народный музкй Есенина С.А.» www.esenin-vrn.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  49. Федеральная информационная адресная система 2011 йыл 14 ноябрь архивланған.
  50. Памятная доска на здании Рязанской ГубЧК. Рязанское общество «Мемориал». Дата обращения: 30 май 2015. 2015 йыл 31 май архивланған.
  51. Говорящий с сердцами. В Частоозерье установили памятник Сергею Есенину.
  52. Бюсты трех великих писателей украсили «Двор Кирилицы» болгарского города. Планета-Дэйли, 07.03.2018
  53. В Ульяновске установили бюст Сергея Есенина, 50 лет хранившийся в запасниках музея. ТАСС (25 сентябрь 2019). Дата обращения: 27 сентябрь 2019.
  54. Philatelia.Net: The literature / Stamps / Sergei Yesenin. www.philatelia.net. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  55. 100 лет со дня рождения С. А. Есенина | Памятные монеты России | Банк России(недоступная ссылка)

Комментарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Базанов В. Г. Сергей Есенин и крестьянская Россия. — Ленинград: Советский писатель, Ленинградское отделение, 1982
  • Белоусов В. Г. Сергей Есенин. Литературная хроника. Часть 1. (1895—1920). — М.: Сов. Россия, 1969. — 303 с.
  • Белоусов В. Г. Сергей Есенин. Литературная хроника. Часть 2. (1921—1925). — М.: Сов. Россия, 1970. — 446 с.
  • Бухарин Н. Злые заметки. — М.: ГИЗ, 1927. — 20 с.
  • А. Ветлугин. Воспоминания о Есенине. Русское зарубежье о Сергее Есенине. — М.: ТЕРРА—Книжный клуб, 2007. — 544 с. ISBN 978-5-275-01352-8
  • Виноградская Н. Как жил Есенин. — Л.: Огонёк, 1926. — 36 с.
  • Воспоминания о Сергее Есенине. — М.: Московский рабочий, 1965. — 520 с., 100 000 экз.
  • Городецкий С. М. Сергей Есенин. Журнал «Искусство трудящимся»1926 — № 1 — С. 3.
  • Есенин и современность. Сборник. — М.: Современник, 1975. — 406 с.
  • Есенина А. А. Родное и близкое. — М.: Советская Россия, 1968. — 88 с., 100 000 экз.; 2-е изд. дополн. М.: Советская Россия, 1979 — 96 с., 100 000 экз.
  • Куняев Ст. Ю., Куняев С. C. Сергей Есенин. — М.: Мол. гвардия, 2005. — 593(13) c.: ил. (ЖЗЛ; вып. 922) 5000 экз. ISBN 5-235-02758-2
  • Лекманов О., Свердлов М. Сергей Есенин: Биография. — М.: Астрель, Corpus, 2011. — 608 с. 5000 экз. ISBN 978-5-271-34953-9
  • Мариенгоф А. Роман без вранья. — Л.: 1928.
  • Марченко А. М. Есенин: Путь и беспутье. — М.: Астрель, 2012. — 606 с. 5000 экз. ISBN 978-5-271-39257-3
  • Сергей Александрович Есенин / Сост. С. С. Куняев. М.: Русскій Міръ, Жизнь и мысль, 2013. — 736 с., ил. — (Русскій Міръ в лицах). — 5000 экз., ISBN 978-5-8455-0136-3
  • Скороходов М. В. Сергей Есенин: истоки творчества (вопросы научной биографии) / Отв. ред. Т. К. Савченко. — М. : ИМЛИ РАН, 2014. — 384 с. — ISBN 978-5-9208-0449-5.
  • Юсов Н. Г. Известный и неизвестный Есенин. — М.: Новый индекс, 2012. — 640 с., ил., 3000 экз., ISBN 978-5-94268-033-6
  • Прилепин Захар. Есенин: Обещая встречу впереди. — М.: Мол. гвардия, 2020. — 1029(11) c.: ил. (ЖЗЛ; вып. 1800) ISBN 978-5-235-04341-1
Есениндың вафаты тураһында

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Сергей Александрович Есенин