Жамала

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жамала
Jamala
Төп мәғлүмәт
Исеме

укр. Сусана Алімівна Джамаладінова

Тыуған

27 август 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1][2] (40 йәш)

Һөнәрҙәре

йырсы, актёр

Йырлау тауышы

лирик-драматик сопрано[3]

Жанрҙар

джаз, соул, электро, поп, фолк

Коллективтар

«Beauty Band» (2001—2007)

Хеҙмәттәшлек

Олиас Барко, Елена Коляденко, Максим Паперник, Олесь Санин, Игорь Тарнопольский, Евгений Филатов, Иван Фролов, Андрей Хлывнюк, Дмитрий Шуров

Лейблы

Moon Records (2010—2013), Enjoy! Records (с 2014), Universal Music Group[4] (с 2016)

Наградалар
jamalamusic.com
jamalamusic.com
jamalamusic.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Сусана Әлим ҡыҙы Жамаладинова, Жамала йәки Jamala булараҡ билдәле (27 август 1983 йыл) — ҡырымтатар сығышлы украин йырсыһы һәм актрисаһы, Украинаның халыҡ артисы (2016), Украина Милли музыка академияһын тамамлаған. Джаз, соул, фанк, фолк, поп һәм электро жанрҙарында йырлай, опера спектаклдәрендә һәм шоуҙарҙа ҡатнаша[5].

Биографияһы һәм карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сусана Әлим ҡыҙы Жамаладинова 1983 йылдың 27 авгусында Ош ҡалаһында (СССР, Ҡырғыҙ ССР-ы) тыуған. Атаһы — Әлим Айяр улы Жамаладинов, ҡырым татары, әсәһе — Галина Михайловна Тумасова, әрмән[6][7]. Бала сағы Ҡырымда Алушта эргәһендәге Малореченское ауылында үтә [комм. 1][комм. 1], ғаилә бында 1989 йылда Ҡырғыҙстандан күсеп килә.

Жамала бала саҡтан музыка менән шөғөлләнә. «Йондоҙло ямғыр» (1992), «Тере шишмәләр» (1993) кеүек конкурстарҙа ҡатнаша. Беренсе профессиональ яҙмаһы туғыҙ йәшендә эшләнә. Алуштаның 1-се музыка мәктәбен фортепиано класы буйынса тамамлай, шунан П. И. Чайковский исемендәге Симферополь музыка училищеһына уҡырға инә[5], ә унан һуң П. И. Чайковский исемендәге Киев Милли музыка академияһын опера вокалы класы буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай.[9].

Ғаиләһе һәм туғандары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлим Айяр улы Жамаладинов — йырсының атаһы, ҡырым татары. Ҡырым татарҙарын Урта Азияға депортациялаған саҡта уның ата-бабалары Ҡырғыҙстанға эләгә. Шунда тыуып үҫә, буласаҡ Жамаланың әсәһенә өйләнә. Ул саҡта ҡыҙ — музыка училищеһында пианистка һәм уҡытыусы, ә егет үҙ ансамбленең хор дирижеры була[10].

Әлим Жамаладинов ата-бабалары төйәгенә, Ҡырымдың Кучук-Үзән ауылына (һуғыштан һуң Малореченское тип атала) ҡайтырға хыяллана. Ләкин депортацияланған ҡырым татарҙарына 1980-се йылдарҙа Ҡырымға күсеренергә, унда күсемһеҙ милек һатып алырға тыйылған була. Шул сәбәпле ғаилә хәйләгә бара: Жамаланың атаһы менән әсәһе айырылыша. Жамала атаһы һәм апаһы Эвелина[комм. 2][комм. 2] менән Украинаның Ҡырымға яҡын ғына Мелитополь тигән ҡалаһына (Запорожье өлкәһе) урынлаша, ә әсәһе, Малореченскоела ҡуртымға бер бүлмә алып, музыка мәктәбендә уҡыта башлай. Дүрт йыл тигәндә ул фатир һатып ала, бында бөтә ғаилә күсеп килә, һуңғараҡ башҡа Жамаладиновтар ҙа килеп төпләнә[5][10].

Назылхан — Жамаланың ҡарт өләсәһе, Әлимдең өләсәһе. Уның дүрт улы һәм бер ҡыҙы була. Жамаланың «Дождь» телеканалына биргән интервьюһында һөйләүенсә, 1944 йылдың 18 майында Назылхан балалары менән Урта Азияға депортациялана[12], ике-өс аҙна буйы юлда булалар, Нефтепром тигән ергә килеп еткәс, ҡыҙы Айшә астан үлә. Назылханға ҡыҙын ерләргә рөхсәт итмәйҙәр, баланың мәйетен һалдаттар вагондан ергә ырғытып китә[12]. Назылхандың атаһы, ағаһы, шулай уҡ ире Жамаладин Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп үлеп ҡала[12]. Әлимдең атаһы Айярға депортацияланған саҡта 16 йәш була[комм. 3]. Жамаланың ғаиләһе Ҡырымға егерменсы быуат аҙағында ҡайтып төпләнә. Ошо тарихҡа нигеҙләнеп, Жамала «1944» тигән йырын яҙа һәм «Евровидении-2016» конкурсында шул йыр менән Украина исеменән ҡатнаша[12].

Галина Михайловна Тумасова (Тумасян) — йырсының әсәһе, әрмән. Галинаның олатаһы менән өләсәһе Таулы Ҡарабахта тыуып үҫкән һәм йәшәгән. Ғаилә кулаклыҡтан сығарылыуға эләккәнлектән унан күсеп китергә мәжбүр була. Ул саҡта Галинаның атаһы Михаил биш йәштә була. Галина үҙе, ғаиләлә етенсе бала булып, Ҡырғыҙстанда тыуа[10].

2001—2009: «Beauty Band» һәм «Яңы тулҡын»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыған осорҙа Сусана украин һәм сит ил фестивалдәрендә ҡатнаша: «Киләсәк тауыштары» (2000, Рәсәй), «Ҡырым яҙы» (2001), «Dо#Dж junior» (2001), «Il Concorso Europeo Amici della musica» (2004, Италия). 2001—2007 йылдарҙа Жамала «Beauty Band» квинтетында йырлай, шунда уны хореограф Елена Коляденко (укр.)баш. (укр.)баш. күрә һәм үҙенең «Па» тигән мюзиклына саҡыра (2008). Елена Коляденко Жамаланың тәүге продюсеры була[5].

Академия дипломы алғас, Жамала алдында классика менән джаздың ҡайһыһын һайларға тигән һорау тыуа. Италияның Милан ҡалаһындағы билдәле «Ла Скала» опера театрына стажировкаға саҡырыу килгәнлектән, опера еңер кеүек була. Әммә уға көтмәгәндә «Яңы тулҡын» 8-се халыҡ-ара конкурсын ҡатнашырға тәҡдим итәләр[13]. Сусана ризалаша һәм Жамала тигән псевдоним аҫтында сығыш яһай. Псевдоним фамилияһының тәүге өс ижегенән яһала. Йырсы «History Repeating» (инг.)баш. (инг.)баш., украин халыҡ «Ой верше мій, верше» һәм үҙе ижад иткән «Маменькин сынок» тигән йырҙарҙы башҡара. Индонезия конкурсанты Санди Сондоро менән 358-әр балл йыйып, еңеүҙе уртаҡлашалар.

2009—2012: Карьераһының башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жамала 2012 йылда Одесса халыҡ-ара кинофестиваленең ҡыҙыл келәмле юлында

Жамала хореограф Елена Коляденко менән хеҙмәттәшлеген фекер айырымлыҡтары арҡаһында туҡтата[14]. 2010 йылда Игорь Тарнопольский Жамаланың яңы продюсеры булып китә. Тиҙҙән Жамала «Украиндар кумиры» номинацияһында «Йыл кешеһе» премияһына лайыҡ була[15].

2010 йылдың 28 февралендә «Интер» телеканалында йырсы ҡатнашлығында «Тауыш анатомияһы. Жамала»[16], тигән документаль фильм күрһәтелә, унда ғалимдар йырлаусы кеше организмында барған процестарҙы өйрәнә[17]. Яҙ Жамала «Йыл йырсыһы» номинацияһында «ELLE Style Award» премияһын ала, йәй Лос-Анджелесҡа бара, унда Уолтер Афанасьев менән осраша һәм уның АҠШ-ҡа саҡырыуынан баш тарта, сөнки продюсер булараҡ Уолтер ижади иркен ҡыҫыр тип хәүефләнә[18].

2010 йылда үҙе яҙған «Smile» тигән йыр менән Жамала 56-сы «Евровидение» конкурсына милли һайлауҙа ҡатнаша, ярымфиналда беренсе урынды алһа ла, финалда өсөнсө генә була.

2011 йылдың 12 апрелендә Октябрь һарайында Жамаланың беренсе яңғыҙ концерты була. Ул унда For Every Heart тигән тәүге альбомын халыҡ иғтибарына тәҡдим итә. Альбомдың аранжировкалаусыһы һәм музыкаль продюсеры — украин музыканты Евгений Филатов (укр.)баш. (укр.)баш., ә һүҙҙәр авторы — украин шағирәһе Татьяна Скубашевская[19].

2012 йылда Жамала «Йондоҙҙар операла» тигән вокаль шоуҙа ҡатнаша. Ул опера йырсыһы студент Влад Павлюк менән бер пар булып сығыш яһай. Жамала һәм Влад Павлюк, шулай уҡ Александр Пономарев менән Ирина Кулик шоу еңеүсеһе тип таныла. Шул уҡ йылды Жамала "Best Fashion Awards"тың «Илһам» тигән номинациялағы премияһын ала[20].

2013—2014: Кино һәм All or Nothing[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 19 мартында йырсы студияла яҙҙырылған All or Nothing тигән икенсе альбомының релизын үткәрә. Альбом өҫтөндәге эшкә Евгений Филатов менән клавишасы Милош Елич үҙ өлөшөн индерә. Жамалаға «Йыл ҡатын-ҡыҙ йырсыһы» тигән номинацияла «ELLE Style Award» премияһы тапшырыла.

2013 йылда Жамала кешеләр менән сауҙа итеүгә ҡаршы ойошторолған «MTV Exit» кампанияһында ҡатнаша. «Һатыуға сығарылған тормош» тигән документаль фильмда төшә, был фильмда ул Украинанан сыҡҡан өс хеҙмәт мигрантының тарихын һөйләп биреүсе булып ҡатнаша[21][22]. 2014 йылда Жамала «Red Apple Awards» премияһына лайыҡ була. Ошо уҡ йылдың көҙөндә украин режиссёры Олесь Саниндың «Поводырь» фильмында Харьковтағы драма театры артисы һәм йырсыһы Ольга Левицкая ролен башҡара һәм «You're My Thrill» (инг.)баш. (инг.)баш.[23] тигән йырҙы йырлай. 2014 йылда Жамала режиссёр Максим Паперниктың «Алиса мөғжизәләр илендә» тигән телевизион мюзиклында Ҡарышлауыҡ ролендә ҡатнаша[24].

2014 йылдың 1 октябрендә Жамаланың Thank You исемле беренсе мини-альбомының релизы үткәрелә. Альбомдың музыкаль продюсерҙары — Евгений Филатов һәм йырсының төркөмөндәге гитарасы Сергей Еременко.

2015—хәҙерге ваҡыт: Подих һәм «Евровидение»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Евровидение 2016» конкурсының ярымфиналында Жамаланың сығышы

12 октября 2015 йылдың 12 октябрендә «Радио Аристократы» (укр.)баш. эфирында Жамаланың студияла яҙылған дүртенсе альбомы — Подих[25] презентациялана. Альбомдың продюсеры Евгений Филатов була. Йырҙарҙың һүҙҙәре һәм көйө авторҙаштар Виктория Платова, Арт Антонян («Обещание», «Sister’s Lullaby» йырҙары), Роман Черенов, ул Morphom тигән исем аҫтында нығыраҡ билдәле («Більше» йыры) һәм «The Erised» төркөмө («Drifting Apart» йыры)[26] менән хеҙмәттәшлектә Жамала тарафынан ижад ителә. Альбомда украин яҙыусыһы Лина Костенко («Неандертальці» йыры) һәм Рәсәй шағирәһе Марина Цветаева («Ночь» йыры) шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа бар. Альбомда бөтәһе ун ике төп трек һәм бер бонус трегы («Заплуталась») бар. Подих альбомы 2016 йылғы «YUNA» (укр.)баш. музыкаль премияһының «Иң яҡшы альбом» номинацияһында еңеп сыға[27], ә «Иные» йыры Рәсәй режиссёры Александр Якимчуктың шул уҡ исемдәге телесериалының саундтрегы итеп алына[28].

2015 йылдың декабрь башында Киевта француз-белги режиссёры Олиас Барконың «Полина»ruuk тигән фильмы төшөрөлөп бөтә, унда Жамала фрейлинаны уйнай[29][30]. 2016 йылдың 26 ғинуарында Жамала «Евровидение 2016» конкурсына милли һайлауҙа ҡатнашасағы тураһында иғлан итә. Үҙенең «1944» тигән йыры менән финалға сыға һәм еңеү яулай[31].

Стокгольмда ярыш барышында йырсы конкурс йырындағы иң яҡшы юл өсөн «Eurostory Awards 2016» премияһын ала, шулай уҡ «Художестволы приз» номинацияһында «Marcel Bezençon Award» (инг.)баш. (инг.)баш. премияһына лайыҡ була[32]. «Евровидение» конкурсының 15 май төнөндә үткән финалында Жамала 534 очко менән еңеү яулай. 16 майҙа Украина Президенты Пётр Порошенко йырсыға «Украинаның халыҡ артисы» тигән почётлы исем бирә[33]. 20 майҙа Жамала «Йыр илһамы» тигән махсус номинацияла «Cosmopolitan Awards» премияһы менән билдәләнә. 26 майҙа Жамалаға «Киев ҡалаһының почётлы гражданы» тигән исем бирелә[34]. 29 майҙа Жамаланың «Ил тауышы» проектының етенсе миҙгелендә тренер буласағы тураһында белдерелә[35]. 10 июндә студияла яҙылған дүртенсе 1944 альбомының релизы үткәрелә, уны бөтә донъяла таратыу менән Universal лейблы шөғөлләнә. 2016 йылдың 25 июнендә Подих[36] альбомы менән таныштырыу концерты була.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джамала на пресс-конференции «Евровидения» в Стокгольме, май 2016

Музыкаль тәнҡитселәр билдәләүенсә, Жамала сәхнәлә сағыу, хисле, ә тормошта тыныс, тотанаҡлы, теүәллекте ярата. Йырсы шәхси тормошо тураһында һөйләп бармай[37], шулай ҙа кейәүгә сығыу, ғаилә ҡороу хыялы барлығын йәшермәй, ләкин уның иҫ киткес тығыҙ графигына түҙерлек ир-егет табылыуын күҙ алдына ла килтерә алмай[37]. Жамала, уның үҙ һүҙҙәренә ҡарағанда, донъя көтөргә бик әүәҫ[37]. Әйтеүенсә, кейеме донъяға һәм музыкаға мөнәсәбәтенә тап килә[9]. Жамала йога менән мауыға[38]. Йырсы ислам[39] динендә тора. Тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибар бирмәй: «Мин — йырсы, ә ҡурсаҡ түгел. Мин сәхнәлә беренсе сиратта музыка тураһында уйлайым, һәм башҡа бер нәмә лә иғтибарымды алырға тейеш түгел»[40].

Әлеге көндә Жамала Киевта[38] тора. Йырсының ата-әсәһе, Рәсәй гражданлығы алып, Ҡырымда[41][42] йәшәй. Жамала донъя буйлап күп сәйәхәт итә[38]. Эшләп тапҡан аҡсаһын йырсы ижадҡа тотона, музыкаһы һәм клиптары донъя йондоҙҙарының хиттары тиңендә булһын тип тырыша[38].

Дискография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Студияла яҙылған альбомдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2011: For Every Heart
  • 2013: All or Nothing
  • 2015: Полих
  • 2016: 1944

Концерт альбомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2012: For Every Heart: Live at Arena Concert Plaza

Мини-альбомдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2014: Thank You
  • 2016: 1944

Дәүләт бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2016 — Украинаның халыҡ артисы

Бүләктәр һәм номинациялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009:

  • йәш башҡарыусыларҙың «Яңы тулҡын» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе[43].
  • «Йыл кешеһе» премияһы, «Украиндар кумиры» номинацияһы[15].

2010:

  • «Шоумания-2009» наградаһы, «Йыл асышы» номинацияһы[44].
  • «ELLE Style Award» премияһы, «Йыл ҡатын-ҡыҙ йырсыһы» номинацияһы[45].

2012: «Best Fashion Awards» мода премияһы, «Илһам» махсус номинацияһы[20].

2013: «ELLE Style Award-2012» премияһы, «Йыл ҡатын-ҡыҙ йырсыһы» номинацияһы[46].

2014: «Red Apple Awards» премияһы, Art номинацияһы (мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм тыныслыҡты нығытыуға индергән өлөшө өсөн)[47].

2016:

  • «YUNA» музыкаль премиялары, «Иң яҡшы соло-артист», «Иң яҡшы альбом» (Подих), «Иң яҡшы йыр» («Ливень»), «Иң яҡшы дуэт» («Ливень»: Андрей Хлывнюк, Жамала һәм Дмитрий Шуров)[27] номинацияларында.
  • «Eurostory Awards 2016» премияһы: «Евровидение» конкурсында конкурс йырының иң яҡшы юлы өсөн — «You think you are gods, but everyone dies»[48].
  • «Marcel Bezençon Award» премияһы «Художестволы приз» номинацияһында (Best artistic performance)[32].
  • 61-се «Евровидение» йыр конкурсы еңеүсеһе[49][50].
  • «Украинаның халыҡ артисы» почётлы исеме[33].
  • «Киевтың почётлы гражданы» исеме[34].
  • «Cosmopolitan Awards» премияһы, «Йыл илһамы» махсус номинацияһы[51].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аңлатмалар
  1. В этом селе жили все прадеды Джамалы по отцовской линии до принудительной депортации крымскотатарского народа в мае 1944 года[8].
  2. Сестра Джамалы, Эвелина, замужем и переехала жить в Стамбул[11].
  3. Деду Джамалы Айяру Джамаладинов во время депортации было 16 лет[12].
Сығанаҡтар
  1. Jamala (2) // Discogs (ингл.) — 2000.
  2. Džamala // ČSFD (чеш.) — 2001.
  3. Победителем музыкального конкурса «Евровидение-2016» стала Джамала. Ваш голос (15 май 2016). Дата обращения: 6 июль 2016. Архивировано 6 июль 2016 года.
  4. Анна Иванова. Джамала: Первое большое интервью после триумфа. Elle Украина (9 июнь 2016). Дата обращения: 12 июнь 2016. Архивировано 12 июнь 2016 года.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Джамала впервые эксклюзивно рассказала о первой любви (укр.). Моя правда. Дата обращения: 9 май 2016. Архивировано 12 июнь 2016 года. 2016 йыл 3 июнь архивланған.
  6. Джамала: «Отец хотел не просто в Крым, а в Малореченское, где мой прадед когда-то выкопал родник». Avdet (25 июнь 2015). Архивировано 25 август 2016 года.
  7. Дмитрий Хончаров. Журнал: день с певицей Джамалой. Vogue (17 декабрь 2015). Архивировано 23 ғинуар 2016 года.
  8. Инна Березницкая. Джамала: Биография (укр.). The Ukrainians. Дата обращения: 10 май 2016. Архивировано 10 май 2016 года.
  9. 9,0 9,1 Дарья Игитян. 15 интересных фактов о победительнице "Евровидения-2016" Джамале. Hello! Россия (15 май 2016). Дата обращения: 30 июль 2016. Архивировано 30 июль 2016 года. 2017 йыл 3 июнь архивланған.
  10. 10,0 10,1 10,2 Джамала стала музой этнического проекта TheNorDar. TheNorDar. Дата обращения: 7 май 2016. Архивировано 12 апрель 2016 года.
  11. Джамала наведалась к сестре в Турцию. Теленеделя (12 ғинуар 2016). Дата обращения: 13 ғинуар 2016. Архивировано 12 июнь 2016 года.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 Михаил Козырев. Исповедь Джамалы: как Украина восприняла её боль. Дождь (23 февраль 2016). Дата обращения: 12 июль 2016. Архивировано 24 сентябрь 2016 года.
  13. Джамала: не доехала до «Ла Скала». Теленеделя (20 ғинуар 2016). Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 9 май 2016 года.
  14. Джамала рассказала, чем ей не угодила Коляденко (укр.). Tablo ID (10 июнь 2010). Дата обращения: 9 май 2016. Архивировано 30 ноябрь 2014 года.(укр.). Tablo ID (2010-06-10). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 ноябрь 2014. 9 май 2016 тикшерелгән.
  15. 15,0 15,1 Кумир украинцев — 2009 (укр.). Человек года. Дата обращения: 9 май 2016. Архивировано 26 апрель 2016 года. 2016 йыл 26 апрель архивланған.(укр.). Человек года. Тәүге сығанаҡтан 2016 йыл 26 апрель архивланған. архивланған 26 апреля 2016. 9 мая 2016 тикшерелгән.
  16. Стопроцентная Джамала (укр.). Молодая Украина. Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 9 май 2016 года.(укр.). Молодая Украина. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 май 2016. 4 май 2016 тикшерелгән.
  17. Анатомия голоса. Джамала (укр.). Интер. Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 12 июнь 2016 года.(укр.). Интер. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июнь 2016. 4 май 2016 тикшерелгән.
  18. Джамала рассказала корреспонденту, почему отказалась от переезда в США // 'Корреспондент' : журнал. — UMH group, 2011. — № 11.
  19. Джамала с аншлагом в Киеве (укр.). На Все 100 (13 апрель 2011). Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 9 май 2016 года.(укр.). На Все 100 (13 апреля 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  20. 20,0 20,1 Премия Best Fashion Awards-2012 (укр.). Ukrainian Fashion Week (20 сентябрь 2012). Дата обращения: 5 май 2016. Архивировано 9 май 2016 года. 2016 йыл 9 май архивланған.(укр.). Ukrainian Fashion Week (20 сентября 2012). Тәүге сығанаҡтан 2016 йыл 9 май архивланған. архивланған 9 мая 2016. 5 мая 2016 тикшерелгән.
  21. Алёна Мельник. «Жизнь на продажу»: премьера фильма о торговле людьми (укр.). Tochka.net (20 ноябрь 2013). Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 9 май 2016 года.(укр.). Tochka.net (20 ноября 2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  22. MTV Exit and Iom produce documentary on human trafficking (ингл.). The United Nations Global Initiative (инг.)баш.. Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 23 февраль 2014 года. 2014 йыл 23 февраль архивланған.(инг.). The United Nations Global Initiative (инг.)баш.. Тәүге сығанаҡтан 2014 йыл 23 февраль архивланған. архивланған 23 февраля 2014. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  23. Завершены съемки фильма «Поводырь» (укр.). Украинская правда (14 ғинуар 2013). Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 1 декабрь 2014 года.(укр.). Украинская правда (14 января 2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 декабря 2014. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  24. Джамала стала гусеницей ради новогоднего мюзикла (укр.). Украинская правда (5 ноябрь 2014). Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 24 декабрь 2014 года.(укр.). Украинская правда (5 ноября 2014). Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 декабря 2014. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  25. Джамала. Презентация альбома Подих (укр.). Mic Cloud. Дата обращения: 13 октябрь 2015. Архивировано 12 июнь 2016 года.(укр.). Mic Cloud. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 13 октября 2015 тикшерелгән.
  26. Подих: Джамала презентовала новый альбом. L'Officiel (12 октябрь 2015). Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 9 май 2016 года.
  27. 27,0 27,1 Результаты музыкальной премии «YUNA-2016» (укр.). Yuna. Дата обращения: 9 май 2016. Архивировано 9 май 2016 года.(укр.). Yuna. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 9 мая 2016 тикшерелгән.
  28. Джамала выпустила саундтрек к сериалу «Иные» (укр.). Укринформ (17 ноябрь 2015). Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 18 ноябрь 2015 года.(укр.). Укринформ (17 ноября 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 ноября 2015. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  29. Эксклюзив: репортаж со съемок фильма «Полина». Vogue (11 декабрь 2015). Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 9 май 2016 года.
  30. Ольга Черныш. Джамала об обиженных "патриотов", письмо от Лины Костенко и российских агентов в мечетях (укр.). Depo (28 ноябрь 2015). Дата обращения: 4 май 2016. Архивировано 12 декабрь 2015 года.(укр.). Depo (28 ноября 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 декабря 2015. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  31. Елена Мильчановская. Джамала: Надеюсь на 12 баллов от России. Собеседник (9 март 2016). Дата обращения: 17 май 2016. Архивировано 10 март 2016 года.
  32. 32,0 32,1 Вручении премии Marcel Bezençon Awards-2016. Вживую! (ингл.). UA: Первый (13 май 2016). Дата обращения: 14 май 2016. Архивировано 15 май 2016 года. 2016 йыл 15 май архивланған.(инг.). UA: Первый (13 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан 2016 йыл 15 май архивланған. архивланған 15 мая 2016. 14 мая 2016 тикшерелгән.
  33. 33,0 33,1 Порошенко поблагодарил Джамалу за «Крым наш». Lenta.ru (17 май 2016). Дата обращения: 18 май 2016. Архивировано 12 июнь 2016 года.
  34. 34,0 34,1 Джамале и Нине Матвиенко присвоили звание «Почетный гражданин города Киева» (укр.). Киевская Городская Государственная Администрация (26 май 2016). Дата обращения: 27 май 2016. Архивировано 12 июнь 2016 года.(укр.). Киевская Городская Государственная Администрация (26 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 27 мая 2016 тикшерелгән.
  35. Джамала станет тренером седьмого сезона Голоса страны (укр.). Голос страны. Дата обращения: 30 май 2016. Архивировано 12 июнь 2016 года.(укр.). Голос страны. Тәүге сығанаҡтан 2016 йыл 2 июнь архивланған. архивланған 12 июня 2016. 30 мая 2016 тикшерелгән.
  36. Jamala - Подих (ШООМ live) (укр.). YouTube (24 июнь 2016). — Презентация. Дата обращения: 29 июнь 2016. Архивировано 29 июнь 2016 года.(укр.). YouTube (24 июня 2016). — Презентация. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 июня 2016. 29 июня 2016 тикшерелгән.
  37. 37,0 37,1 37,2 Семь фактов из биографии победительницы «Евровидения» Джамалы. 7 дней. Дата обращения: 13 июнь 2016. Архивировано 30 июль 2016 года.
  38. 38,0 38,1 38,2 38,3 Джамала - биография. Word You. Дата обращения: 23 июнь 2016. Архивировано 23 июнь 2016 года. 2016 йыл 21 май архивланған.
  39. Джамала: Моя мама христианка-армянка, папа крымский татарин-мусульманин. UA Report (25 февраль 2011). Дата обращения: 26 август 2016. Архивировано 26 август 2016 года. 2016 йыл 24 февраль архивланған.
  40. Марина Герц. Эволюция Джамалы: от „новой Агузаровой“ до звезды мирового уровня. Обозреватель (27 август 2016). Дата обращения: 27 август 2016. Архивировано 27 август 2016 года. 2016 йыл 28 август архивланған.
  41. Иван Коваленко. Джамала рассказала о тайном визите журналистов к ее родителям в Крыму. Lenta.ru (22 май 2016). Дата обращения: 23 июнь 2016. Архивировано 23 июнь 2016 года.
  42. Юлия Хожателева, Анастасия Леонова, Евгений Холмогоров. Джамала и ее родители зарабатывают в ненавистной им России. Комсомольская правда (17 май 2016). Дата обращения: 12 июль 2016.
  43. Алиса Антоненко. Джамала и Мила Нитич на гребне «Новой волны» // 'День' : газета. — Киев: Украинская Пресс-группа, 2009. — № 134.
  44. Александр Филатович — лучший клипмейкер 2009 года. Украинская правда (10 ғинуар 2010). Дата обращения: 9 май 2016. Архивировано 12 июнь 2016 года.
  45. Илона Матишинец. Церемония ELLE Style Awards - Киев. JetSetter (23 апрель 2010). Дата обращения: 9 май 2016. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  46. Журнал ELLE Украина вручил награды двенадцати самым успешным людям Украины. Elle Украина (25 апрель 2013). Дата обращения: 9 май 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
  47. Джамала в платье Podolyan на вручении Red Apple Awards 2014 (укр.). Ukrainian Fashion Week (30 май 2016). Дата обращения: 30 май 2014. Архивировано 9 май 2016 года. 2016 йыл 9 май архивланған.(укр.). Ukrainian Fashion Week (30 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан 2016 йыл 9 май архивланған. архивланған 9 мая 2016. 30 мая 2014 тикшерелгән.
  48. The Winner of the Eurostory Award 2016 is Jamala from Ukraine for the line 'You think you are gods, but everyone dies.' (нидерл.). Euro Story (13 май 2016). Дата обращения: 14 май 2016. Архивировано 14 май 2016 года.(нид.). Euro Story (13 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 мая 2016. 14 мая 2016 тикшерелгән.
  49. Ukraine Wins the 2016 Eurovision Song Contest (ингл.). Евровидение (15 май 2016). Дата обращения: 15 май 2016. Архивировано 15 май 2016 года.(инг.). Евровидение (15 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 мая 2016. 15 мая 2016 тикшерелгән.
  50. Джамала победила на Евровидении 2016 (укр.). Украинские новости (15 май 2016). Дата обращения: 17 май 2016. Архивировано 12 июнь 2016 года.(укр.). Украинские новости (2016-05-15). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 17 мая 2016 тикшерелгән.
  51. Джамала, Ефросинина и Усик получили премию модного глянца (укр.). Украинская правда (20 май 2016). Дата обращения: 20 май 2016. Архивировано 20 май 2016 года.(укр.). Украинская правда (20 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 мая 2016. 20 мая 2016 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]