Зөлфиә (шағирә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зөлфиә
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Үҙбәкстан
Тыуған көнө 1 (14) март 1915[1][2]
Тыуған урыны Ташкәнт, Төркөстан генерал-губернаторлығы, Рәсәй империяһы[1][3]
Вафат булған көнө 1 август 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (81 йәш) или 23 август 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Ташкәнт, Үҙбәкстан
Хәләл ефете Хамид Алимджан[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Үзбәк теле һәм урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, баш мөхәррир
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт
Уҡыу йорто Низами исемендәге Ташкент дәүләт педагогия университеты[d]
Әүҙемлек урыны СССР[4]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы СССР дәүләт премияһы

Зөлфиә Исраи́лова (псевдонимы — Зөлфиә; 19151996) — үзбәк совет шағирәһе. Үзбәк ССР-ының халыҡ шағиры (1965). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1976). 1953 йылдан КПСС ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағирә 1915 йылдың 1 мартында Ташкент ҡалаһының Уҡсы мәхәлләһендә ҡойоусы һөнәре менән көн күргән ғаиләлә тыуған.

Зөлфиәнең ата-әсәһе юғары мәҙәниәтле кешеләр булған. Әсәһе бик күп халыҡ йырҙары һәм риүәйәттәр белгән, һәм уларҙы үҙенең балаларына һөйләгән. Балаларын юғары белемгә һәм мәҙәниәткә эйә итеп күрергә теләгән ата-әсәһе Зөлфиәлә һүҙгә һөйөү тәрбиәләгән.

Урта мәктәпте һәм ҡатын-ҡыҙҙар педагогия училищеһын тамамлағндан һуң, Зөлфиә республика гәзиттәре һәм журналдары редакцияларында эшләй, шиғриәт менән мауыға, шиғырҙар ижад итә башлай. 17 йәшендә (1932 йылда) уның «Тормош сәхифәләре» исемле тәүге китабы донъя күрә, шиғри йыйынтыҡҡа йәштәр, дуҫлыҡ һәм кеше күңеленең матурлығы тураһындағы шиғырҙары ингән. 1938 йылдан ул төрлө нәшриәттәрҙә эшләй, республика һәм республика-ара ойошмалар ағзаһы була.

Үҙенең нәфис ижады әҫәрҙәрендә Зөлфиә туған халҡын, уның күп быуатлы йолаларын данлай. Ул әсәгә — ғаилә усағын һаҡлаусыға дан йырлай, сикһеҙ рәхмәтен еткерә.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөлфиә (шағирә). «Герои страны» сайты.