Ингрид Бергман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ингрид Бергман
Ingrid Bergman
1940-сы йылдарҙағы студия фотографияһы
1940-сы йылдарҙағы студия фотографияһы
Тыуған көнө

29 август 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны

Швеция, Стокгольм

Вафат көнө

29 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (67 йәш)

Вафат урыны

Бөйөк Британия, Лондон

Гражданлығы

Швеция Швеция

Һөнәре

актриса

Карьераһы

1934—1982

Наградалары

«Оскар» (1945, 1957, 1975)

IMDb

ID 0000006

ingridbergman.com

 Ингрид Бергман Викимилектә

И́нгрид Бе́ргман (швед. Ingrid Bergman; 29 август 1915(19150829), Стокгольм, Швеция — 29 август 1982, Лондон, Бөйөк Британия) — швед һәм Америка кино актёры. Америка киносәнғәте институтның «AFI версияһы буйынса 100 йыл эсендә 100 иң бөйөк кино йондоҙҙары» рейтингында 4-се урынды биләй. Өс тапҡыр «Оскар» һәм «Давид ди Донателло» премиялары, дүрт тапҡыр — «Алтын глобус» премияһы, ике тапҡыр — «Эмми» премияһы лауреаты, «Тони» премияһының тәүге лауреаты (1947).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ингрид Бергман 1915 йылдың 29 авгусында Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмдә тыуған. Уға 3 йәш тулғас, әсәһе Фридель Генриетта (ҡыҙ фамилияһы — Адлер) һары ауырыуынан үлә, ә тағы ла 10 йылдан һуң атаһы Юстус Самуэль Бергман вафат була. Ҡыҙҙы апаһы тәрбиәгә ала, әммә улда ярты йыл үткәс үлә. Ингрид ағаһы Отто Бергманға күсә, уның ғаиләһендә биш бала булған.

17 йәшендә һынауҙарҙан һуң Стокгольмдәге Король драма театрына ҡабул ителә, әммә фильмдарҙа төшөү мөмкинлеге өсөн бер йылдан һуң унан китергә мәжбүр була. Иң тәүге ролен 1934 йылда Э. Адольфсондың «Мункбру графы» (рус. «Граф из Мункбру»; экрандарға 1935 йылдың ғинуарында сыға) фильмында уйнай. Быға тиклем эпизодик ролдә — сиратын көтөүсе ҡыҙ булып Г. Скуглундтың «Халыҡ-ара» (рус. «Международный»; прокатҡа 1932 йылдың мартында сыға, титрларҙа уның исеме күрһәтелмәй) фильмында төшә. Тиҫтәнән ашыу швед һәм бер немец фильмында төшөп, продюсер Дэвид Селзниктан Голливудҡа «Интермеццо» (1939) фильмының съемкаларына саҡырыу ала.

1940-сы йылдарҙа Михаил Чеховтың мәктәбендә актёрлыҡ оҫталығына уҡый.

1942 йылда үҙенең карьераһындағы иң сағыу һәм билдәле ролдәренең береһе — «Касабланка» фильмында Ильза Ланд ролен башҡара[1].

1945 йылда «Иң яҡшы актриса» номинацияһында «Оскар» премияһын ала.

1949 году Голливудтан китә. Тормош иптәше Петтер Линдстрём менән айырылыша, Италия режиссёры Роберто Росселлиниға кейәүгә сыға һәм уның фильмдарында төшә, театрҙа уйнай һәм өс балаһын — Робертино, Изабелла һәм Изоттаны тәрбиәләй (беренсе никахтан булған ҡыҙы Пиа АҠШ-та атаһы менән бергә йәшәй). Роберто Росселлини менән айырылшҡас, театраль продюсер Ларс Шмидтҡа кейәүгә сыға.

1973 йылда Канн кинофестиваленең жюри рәйесе була[2]. Яҙыусы Ален Берджес менән бергә «Минең тарих» (рус публикацияһында — «Моя жизнь») автобиографияһын яҙа.

9 йыл дауамында түш яман шеше менән яфаланғандан һуң 1982 йылдың 29 авгусында Лондонда вафат була.

Һайланма фильмография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1939 ф Интермеццо Intermezzo Анита Хоффман
1941 ф Доктор Джекилл и мистер Хайд Dr. Jekyll and Mr. Hyde Иви Петерсон
1942 ф Касабланка Casablanca Ильза Лунд (Ласло)
1943 ф По ком звонит колокол For Whom the Bell Tolls Мария
1944 ф Газовый свет Gaslight Паула Альквист Антон
1945 ф Заворожённый Spellbound доктор Констанс Питерсон
1945 ф Колокола Святой Марии The Bells of Saint Marys сестра Мэри Бенедикт
1946 ф Дурная слава Notorious Алисия Губерман
1948 ф Триумфальная арка Arch of Triumph Жоан Маду
1948 ф Жанна д'Арк Joan of Arc Жанна д'Арк
1949 ф Под знаком Козерога Under Capricorn леди Генриетта Фласки
1950 ф Стромболи, земля Божь Stromboli, terra di dio Карин
1952 ф Европа 51 Europa '51 Ирен Жирар
1953 ф Путешествие в Италию Viaggio in Italia Катерина Джойс
1953 ф Мы — женщины Siamo donne камео
1954 ф Страх La paura Ирен Вагнер
1954 ф Жанна д'Арк на костре Giovanna d’Arco al rogo Жанна д'Арк
1956 ф Анастасия Anastasia Анна Корева / Анастасия
1956 ф Елена и мужчины Elena et les hommes Елена Сокоровска
1958 ф Милый сэр Indiscreet Анна Кальман
1958 ф Постоялый двор шестой степени счастья The Inn of the Sixth Happiness Глэдис Эйлуорд
1961 ф Любите ли вы Брамса? Aimez-vous Brahms? Паула Тесье
1963 тф Гедда Габлер Hedda Gabler Гедда Габлер
1964 ф Визит The Visit Клара Цаханассьян
1964 ф Желтый Роллс-Ройс The Yellow Rolls-Royce Герда Миллетт
1969 ф Цветок кактуса Cactus Flower Стефани Дикинсон
1974 ф Убийство в «Восточном экспрессе» Murder On The Orient Express Грета Олссон
1978 ф Осенняя соната Höstsonaten Шарлотта Андергаст
1982 тф Женщина по имени Голда A Woman Called Golda Голда Меир

Бүләктәре һәм номинациялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бүләк Йыл Категория Фильм/Постановка[3] Һөҙөмтә
Оскар 1944 Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле По ком звонит колокол Номинация
1945 Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Газовый свет Еңеү
1946 Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Колокола Святой Марии Номинация
1949 Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Жанна д’Арк Номинация
1957 Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Анастасия Еңеү
1975 Икенсе планда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Убийство в Восточном экспрессе Еңеү
1979 Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Осенняя соната Номинация
BAFTA 1959 Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Постоялый двор шестой степени счастья Номинация
1975 Икенсе планда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Убийство в Восточном экспрессе Еңеү
Алтын глобус 1945 Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Газовый свет Еңеү
1946 Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Колокола Святой Марии Еңеү
1957 Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Анастасия Еңеү
1959 Комедияла йәки мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Милый сэр Номинация
Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Постоялый двор шестой степени счастья Номинация
1970 Комедияла йәки мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Цветок кактуса Номинация
1979 Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Осенняя соната Номинация
1983 Мини-сериалда йәки телефильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Женщина по имени Голда Еңеү
Эмми 1960 Мини-сериалда йәки фильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Звёздное время Еңеү
1961 Мини-сериалда йәки фильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле 24 часа из жизни женщины Номинация
1982 Мини-сериалда йәки фильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Женщина по имени Голда Еңеү
Тони 1947 Пьесала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Жанна из Лотарингии Еңеү

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уның хөрмәтенә роза сорттарының береһе (Rosa 'Ingrid Bergman') аталған[4].
  • Киноиндустрия үҫешенә индергән өлөшө өсөн Голливудтың "Дан аллеяһы"ндағы йондоҙға лайыҡ була[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]