Индонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Индонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш
Һинд танк полкының танкисы Сурабая өсөн һуғыш барышында британ ғәскәрҙәре тарафнына яулап алынған Индонезия милләтселәренең Marmon-Herrington CTLS еңел танкын ҡарай.
Һинд танк полкының танкисы Сурабая өсөн һуғыш барышында британ ғәскәрҙәре тарафнына яулап алынған Индонезия милләтселәренең Marmon-Herrington CTLS еңел танкын ҡарай.
Дата

17 август 194527 декабрь 1949

Урыны

Индонезия

Сәбәбе

Индонезия бойондороҡһоҙлоғо декларацияһы

Нәтижә

Гаага түңәрәк өҫтәл конференцияһы: Нидерланд Индонезияның бойондороҡһоҙлоғон таный

Ҡаршы тороусылар
  • Индонезия Индонезия
  • • Индонезия Республикаһының Ғәҙәттән тыш хөкүмәте (PDRI)
  • • Индонезияның милли армияһы (TNI)
  • Япония Япон ирекмәндәре (1946 йылдан)
  • Британия Һиндостаны Һинд ирекмәндәре (1946 йылдан)
Командирҙар
  • Индонезия Сукарно
  • Индонезия Мохаммад Хатта
  • Индонезия Судирман
  • Индонезия Урип Сумохарджо
  • Индонезия Хаменгкубувоно IX
  • Индонезия Шафруддин Правиранегара
  • Индонезия Сутан Шарир
  • Индонезия Абдул Харис Насутион
  • Индонезия И Густи Нгурах Рай
  • Индонезия Сухарто
Ҡаршы тороусы көстәр
  • Индонезия
  • Индонезияның милли армияһы (TNI) — 195 мең кеше,
  • Халыҡ йәштәре — яҡынса 160 мең кеше
  • Япония
  • 3 мең кеше
  • Британия Һиндостаны
  • 600 кеше
  • Нидерланд
  • Нидерланд король армияһы (KL) — 20 меңдән 180 меңгә тиклем кеше,
  • Голландия Ост-Һиндостаны король армияһы (KNIL) — 60 мең кеше
  • Бөйөк Британия
  • 30 мең кеше[1]
Юғалтыуҙар
  • 30 мең кеше

Үлтерелгәндәр һәм үлгәндәр:

  • Нидерланд
  • Нидерланд король армияһы (KL) — 2508 кеше
  • Голландия Ост-Һиндостаны король армияһы (KNIL) — 1808 кеше
  • 256 Голландия диңгез бригадасы үтерелде[2]
  • Бөйөк Британия
  • 980 кеше[3]
  • Япония
  • 1 мең кешенән ашыу
Дөйөм юғалтыуҙар
25—100 мең граждан үлтерелә йәки үлә[4][5][6][7]
 Индонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш Викимилектә
Файл:Map Indonesia december 1949 (ru).jpg
1949 йылдың декабренә ҡарата Көнсығыш Һиндостан (Ост-Индия) картаһы. Индонезия Республикаһы ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән

Индонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш — Индонезия һәм икенсе яҡтан Нидерланд һәм Бөйөк Британия араһында ҡораллы конфликт. Һуғыш һөҙөмтәһендә Индонезияның бойондороҡһоҙлоғо танылған.

Тәүшарттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Индонезия Нидерланд колониаль империяһы составында була. XX быуат башында Голландия Ост-Һиндостанында дәүләт бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш милли партиялар барлыҡҡа килә[8]. 1913 йылда «Индиш партай» партияһы булдырыла. 1918 йылда дәүләткә бойондороҡһоҙлоҡ тәьмин итеүгә сираттағы ынтылыш була һәм яңы милли партия барлыҡҡа килә. Был юлы Нидерланд хөкүмәте башҡаса эшләргә ҡарар итә һәм нидерландтарға буйһонған Индонезия хөкүмәтен «үҫтереү» маҡсатында Индонезия йәштәрен Нидерландҡа уҡырға саҡыра[8]. Әммә XX быуаттың 20-се йылдарында хәҙер инде коммунизм Индонезияла күп яҡлаусыларын таба һәм мөһим сәйәси хәрәкәткә әүерелә. Нидерланд компартияһы Индонезия коммунисттарына теләктәшлек белдереп, Индонезияны хуплап агитациялар уҙғара һәм уның бойондороҡһоҙлоғон таныуҙы талап итә[8]. Әммә 1926-1927 йылдарҙа Явалағы ихтилалдан һуң, меңәрләгән Индонезия коммунисттары ҡулға алына һәм концлагерҙарға ебәрелә[8].

Шул уҡ ваҡытта ҡарай Нидерландҡа уҡырға ебәрелгән студенттарҙың береһе Сукарно[8], кире Индонезияға ҡайта. 1927 йылда Бандунгта Индонезия милли партияһының съезы үтә, уның етәкселегендә Сукарно була, әммә 1931 йылда уҡ партия үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Индонезияға азатлыҡ биреүгә иҫәп тотоп, Икенсе донъя һуғышында япондар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә[9][8]. Ост-Һиндостанда тыуған күпселек һалдаттар ул ваҡытта «Азия азиаттар өсөн» лозунгылараны ялайғайлана һәм ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Япондар төбәкте еңел генә оккупациялай, әммә вәғәҙәләренә ҡаршы Индонезияға бер ниндәй ҙә бойондороҡһоҙлоҡ бирмәйҙәр.

1945 йылдың 15 авгусында Япония капитулияцияһынан һуң, Сукарно етәкселегендәге Индонезия патриоттары дәүләттең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итергә ҡарар иткәндәр[9]. Уңайлы хәл килеп тыуа: һуғыштан көсһөҙләнгән Европа фетнәне баҫтырыу өсөн етерлек көсө булмай, ә Индонезия халҡы элеккесә бойондороҡһоҙлоҡ идеяһын хуплай.

Һуғыш барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башы. Инглиздәрҙең баҫып инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылдың 17 авгусында Сукарно бер яҡлы тәртиптә Индонезия бойондороҡһоҙлоғоноң иғлан итә. Нидерландҡа фетнәне баҫтырыуҙа Бөйөк Британия ярҙам итергә була. Был Икенсе донъя һуғышынан һуң Индонезияла күп инглиз хәрби әсирҙәре ҡалыуы һәм уларҙы ҡайтырарға кәрәк булыуы, бынан тыш утрауҙарҙа Японияға депортацияланыуға тейешле капитуляцияланған бихисап япондар була. Шул уҡ йылдың 29 сентябрендә инглиз частары Батавияға (хәҙерге. Джакарта) баҫып инә. Улар Индонезияла бер нисә проблема менән осраша: транспорт юҡлығы, урындағы халыҡтың нәфрәте, бөтәһе менән шул иҫәптән үҙ-ара һуғышҡан урындағы хәрби төркөмдәр. Бындай шарттарҙа инглиз генералы Кристинсон үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән республика менән һуғышҡа инмәҫкә ҡарар итә, фактик буйынса уный таный. Әммә 4 октябрҙә Батавияға Нидерланд армияһының частары килеп төшә, улар бөтә урындағы төркөмдәрҙе юҡ итә башлай. Уларҙың маҡсаттарына шулай уҡ Индонезияла Нидерланд власын тергеҙеү инә. Ҡораллы бәрелештәрҙең һаны арта башлай. Суматрала партизан һуғышы башлана. Һуңынан, тағы ла киң ҡолас менән, ул Явала башлана. 10 октябрҙә Бөйөк Британия патруле ҡамауға эләгә һәм тар-мар ителә. Шул уҡ көндө индонезияларҙың ҡулында булған Семаранг ҡалаһына һөжүм башлана. Ҡаланы штурмлауҙа япон хәрби әсирҙәре ҡатнаша. 15 октябрҙә ҡала бирелә, һәм Индозияның күп хәрбиҙәре джунглиға сигенгән. 25 октябрҙә Сурабая ҡалаһына урындағы халыҡты ҡораһыҙландырыу маҡсатында инглиз пехота бригадаһы индерелә, әммә уларға ҡаршылыҡ күрһәтелә. Айырым бәрелештәр урам һуғышына әйләнә. 27 октябрҙә ҡалала инглиз властары ҡамау хәлен индерә. 28 октябрҙә Сурабая ҡалаһына Нидерланд колониальчастары килеп инә. Ошо көндән алып бөтә ил буйынса бәрелештәр һаны ҡырҡа арта. 9 ноябрҙә Бөйөк Британияға буйһонған Һиндостандан, британдар һәм нидерландтар өсөн һуғышҡан тәүге һинд колониаль частары килә.10 ноябрҙә Сурабая диңгеҙ яғынан карап артиллерияһы тарафынан ут аҫтында ҡала, һуңынан инглиз истребителдәре индонезиялар контролдә тотҡан кварталға бер нисә тапҡыр һөжүм итә, артабан генераль штурм башлана. 25 ноябрҙә Сукарноның яугирҙары Сурабаяны ҡалдырып, джунглиға китә.1946 йылдың 3 мартында союздаштар Бали утрауына десант төшөрә. Ошо уҡ йылдың яҙынан инглиздәр үҙ көстәрен ҡыҫҡарта башлай. 20 майҙа һуңғы Индонезиянан һуңғы британ хәрби әсирҙәре сығарыла. Урындағы ҡораллы төркөмдәр менә үҙҙәре көрәшеүенә юл асып, Британия ғәскәрҙәре баш күтәргән дәүләтте ҡалдыра.

Беренсе колониаль һуғыш, йәки полицияның беренсе акцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылдың октябрендә Индонезия хөкүмәте голландтар менән һөйләшеүҙәр алып бара башлай. Һөйләшеүҙәр 1947 йылдың 25 мартында Лингаджат килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана. Нидерланд фактик рәүештә Индонезия Республикаһы барлығын таный. Май аҙағында Нидерланд ил менән бөтә сәйәси-хәрби идаралаҡты үҙенең ҡулына тапшырыуҙы талап итеп Индонезияға мөрәжәғәт итә. Һөҙөтәлә Джакартала сәйәси көрсөк башлана. Июндә Сукарно Индонезия территорияһында формалашҡан барлыҡ ҡораллы формированиеларҙы Индонезияның Милли Армияһына инеүе тураһында декрет сығара. 20 июлдә Нидерланд Лингаджат килешеүен өҙә һәм Индонезияға һөжүм итә. Индонезия тарихында был ваҡиға «Беренсе колониаль һуғыш», ә Нидерланд тарихында — «беренсе полицияның акцияһы» тигән исем ала. Индонезияға голланд авиацияһы күпләп һөжүм яһай башлай. Тик 22 июлдә Чиребонға 15 тапҡыр һөжүм яһала. 4 августта голландтар Ява утрауының үҙәгенә десант төшөрә. Ҡаты һуғыш бара. 1947 йылдың 9 декабрендә Ява утрауында голланд хәрбиҙәре бер нисә йөҙ тыныс халыҡты юҡ итә, аҙаҡ бының өсөн Нидерланд хөкүмәте ғәфү үтенеүҙе һорай[10]. Шул арала һуғышҡа БМО ҡыҫыла. 1949 йылдың 17 ғинуарында Ренвилль килешеүенә ҡул ҡуйыла. Йән ҡыҫҡа ваҡытҡа солох урынлаша. Нидерланд Индонезияны блокадалауҙы дауам итә. Шул уҡ йылдың 18 сентябрендә индонезиялар яғында ҡораллы ихтилал тоҡана. Мадуин ҡалаһында Индонезия компартияһы фетнә күтәрә. Милләтселәр «Силаванги» дивизияһын ҡулланып фетнәне оператив рәүештә баҫтыра, шул уҡ ваҡытта 8 меңдән ашыу фетнәсе, шул иҫәптән компартия лидеры Мановар Муссо һәм илдең элекке премьер-министры Әмир Шәрифуддин һәләк була.

Икенсе колониаль һуғыш, йәки полицияның икенсе акцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Индонезияның көсһөҙләнеүенә иҫәп тотоп, Нидерланд Ост-Һиндостанды тулыһынса баҫып алырға ҡарар итә. 19 декабрҙә индонезиялар «Икенсе колониаль һуғыш», ә колонизаторҙар «полицияның икенсе акцияһы» тип аталған һуғыш башлана. Шул уҡ көндө Магуво аэродромында 2500 кешенән торған голланд десанты килеп төшә. «Блицкриг» стилендәге голландтарҙың был операцияһы индонезиялар өсөн көтөлмәгән була, һәм улар баҫҡынсыларға ҡарата бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтә алмайҙар. 15:00 сәғәттә голландтар Индонезияның баш ҡалаһын яулайҙар, Сукарно ҡулға алына һәм самолетта Батавияға ебәрелә. 24 декабрҙә голландтар Ява утрауын оккупациялай. 25 декабрҙә улар тарафынан Суматра утрауының яртыһы баҫып алына. Яуап итеп Индонезия ғәскәрҙәре ил эсенә сигенеп партизан һуғышы тактикаһына күсә. Президент Сукарно әсиргә алынғас һәм оккупация шарттарында, бындай осраҡҡа Сукарно тарафынан күҙалланғанса, власть Шафруддин Правиранегара етәкләгән Индонезия Республикаһының Ғәҙәттән тыш хөкүмәтенә күсә. Быға тиклем Явала ҡаршылыҡты Насутион етәкләй, ул генерал дәрәжәһен ала һәм Ява хәрби округының командующийы итеп тәғәйенләнә. 1949 йылдың февраленә ҡарай Индонезия партизандары ауыл ерен тулыһынса контролгә алған һәм голландтарҙы ҡалаларға ҡыуа. Барлыҡҡа килгән хәлдә БМО һәм донъя берләшмәһе яғынан Нидерландҡа баҫым көсәйә. Августта килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Йомғаҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1949 йылдың 23 авгусынан 2 ноябргә тиелем Гаагала солох конференцияһы уҙа. 1949 йылдаың 27 декабрендә Нидерланд-Индонезияһы Берләшмәһе составына ингән Индонезия Ҡушма Штаттары исеме аҫтында Индонезияның бойондороҡһоҙлоғо таныла. Яңы Гвинеяның өлөшө элеккесә Нидерланд протектораты аҫтында ҡала. Һуғыш һөҙөмтәһендә Нидерланд Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ҙур биләмәләрен юғалта һәм етди еңелеүгә дусар була. Индонезия бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. The War for Independence: 1945 to 1950. Gimonca. Дата обращения: 23 сентябрь 2015.
  2. Indonesian War of Independence (in numbers). NIOD Institute for War, Holocaust and Genocide Studies. Дата обращения: 9 февраль 2023.
  3. Kirby, Woodburn S. War Against Japan, Volume 5: The Surrender of Japan (инг.). — HMSO, 1969. — P. 258.
  4. Friend, Bill personal comment 22 April 2004; Friend, Theodore. Blue Eyed Enemy (билдәһеҙ). — Princeton University Press, 1988. — С. 228 and 237. — ISBN 978-0-691-05524-4.
  5. Nyoman S. Pendit, Bali Berjuang (2nd edn Jakarta:Gunung Agung, 1979 [original edn 1954]); Reid (1973), page 58,n.25, page 119,n.7, page 120,n.17, page 148,n.25 and n.37.
  6. Pramoedya Anwar Toer, Koesalah Soebagyo Toer and Ediati Kamil Kronik Revolusi Indonesia [Jakarta: Kepustakaan Populer Gramedia, vol. I (1945); vol. II (1946) 1999; vol. III (1947); vol. IV (1948) 2003].
  7. Ann Stoler, Capitalism and Confrontation in Sumatra's Plantation Belt, 1870–1979 (New Haven:Yale University Press, 1985), p103.; all cited in Vickers (2005), page 100.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Колониализм 2008 йыл 16 сентябрь архивланған.
  9. 9,0 9,1 Михаил Жирохов, Александр Котлобовский; Индонезия. Война за независимость
  10. Нидерланды извинились за резню в Индонезии в 1947 году