Ирпень

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ирпень
укр. Ірпінь
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1899
Рәсем
Рәсми атамаһы Ірпінь
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Киев өлкәһе
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 56 806 кеше (1 ғинуар 2019)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 121 метр
Туғандаш ҡала Борна[2], Алитус[3], Коцюбинское[d][2], Мцхета[4], Паневежис[d][2], Смела[d][2], Пиш[d][2], Переяслав[2] һәм Кашкайш[d][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 110,83 км²
Рәсми сайт imr.gov.ua
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q32496148?
Карта
 Ирпень Викимилектә

Ирпень (укр. Ірпі́нь) —Украинаның Киев өлкәһе буйһоноуындағы ҡалаһы.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирпень йылғаһы буйында Киевтан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан (тимер юл буйлап — 9 км, автомобиль юлдары буйлап — 5 км).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала үҙенең барлыҡҡа килеүе менән 1899 йылда төҙөлгән КиевКовель тимер юлына бурыслы. Киевтан алыҫ түгел юл эргәһендә, тимер юл эшселәре Ирпень, Буча һәм Ворзель ҡасабаларына нигеҙ һала. Ирпень һәм Буча ҡасабалары исемдәрен үҙҙәре урынлашҡан йылға исеменән ала.

Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1941—1943 йылдарҙа ҡасабаны немец ғәскәре оккупациялай.

1956 йылда Ирпень ҡасабаһы Киев-Святошино районы составындағы район ҡарамағындағы ҡала статусын ала.

1962 йылдың 30 декабрендә Ирпень өлкә әһәмиәтендәге ҡала статусын ала.

Совет осоронда бында «Ирпеньмашторф» заводы, "Прогресс" комбинаты, күн галантереяһы һәм мебель фабрикаһы эшләй.

1995 йылдың май айында Украина Министрҙар кабинеты ҡалалағы машиналар төҙөү заводын[6], "Прогресс" комбинатын һәм "Ремстройматериалдар" ремонт-төҙөлөш идаралығын[7], .хосусилаштырыу тураһындағы ҡарарҙы раҫлай.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирпень — Киевты йәшелсәләр менән тәьмин итеүсе йәшелсәлектең район үҙәге һәм климатик курорты.

2015 йылда Ирпендә 85 төҙөлөш теркәлгән, был Украинала Киевтан ҡала иң ҙур күрһәткес.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КиевКовель линияһында Ирпень тимер юл станцияһы.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылдан башлап йыл һайын альтернатив кинематографияның Ирпень фестивале үтә.

Ҡалала бер нисә ял итеү паркы бар: Алиева паркы (үҙәк баҙар янында һәм Соборная урамында урынлашҡан), Правик паркы (Соборная урамында, паркта Чернобыль АЭС-ының 4-се блогына беренселәрҙән булып янғынға килеп һәләк булған Правик Владимирға һәйкәл тора), Еңеү паркы (2010 йылда асылған, 17-се мәктәп эргәһендә).

Билдәле эшҡыуар И. Чоколовтың элекке дача базаһында 1936 йылда украин яҙыусыларының Ижад йорто булдырыла.

2016 йылда Үҙәк парк асыла, Университет һәм Чехов урамдары сатында урынлашҡан, ҡарағай урманлы участкаһының майҙаны 6 гектар. Бында ҙур балалар майҙансығы, спорт майҙансығы, өҫтәл теннисы өсөн өҫтәлдәр төҙөлгән, велосипед прокатлау һәм велосипед юлдары бар. Үҙәк паркта күп һанлы скульптуралар дөйөм ландшафт дизайнына тура килә. Төп үҙенсәлеге булып бушлай мангалдар менән барбекю зонаһы һәм ҙур булмаған декоратив быуа тора.

«Покровский» ағас скульптуралар паркы ҙур түгел, әммә шаҡтай уңайлы, рәсми рәүештә 2016 йылдың 12 июнендә асыла. «Покровский» паркына инеү урыны Котляревский урамында урынлашҡан. Шулай уҡ паркҡа Полтава урамы яғынан да инергә мөмкин.

Мәғарифы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала Украинаның дәүләт фискаль хеҙмәте университеты, Украинаның биоресурстар һәм тәбиғәтте файҙаланыу милли университеты, Ирпень иҡтисад һәм хоҡуҡтың дәүләт колледжы, библия семинарияһы эшләй. Иҡтисад һәм хоҡуҡты тәрән өйрәнеү менән 2-се дөйөм белем биреү мәктәбе, сит ил телен тәрән өйрәнеү менән 1-3 баҫҡыслы 12-се мәктәп, художество мәҙәниәтте тәрән өйрәнеү менән 1-3 баҫҡыслы А. С. Макаренко исемендәге 3-сө һәм 17-се һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]