Ишем (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишем
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡарағанда өлкәһе[d], Төмән өлкәһе һәм Омск өлкәһе
Һыу башы Һары Арҡа
Ҡайҙа ҡоя Иртыш
Ҡушылдыҡ Терисаккан[d], Акан-Бурлук (река)[d], Иман-Бурлук[d], Оло Тава, Жабай[d], Жаман-Кайракты[d], Колутон[d], Карасуль, Ик[d], Ир, Старица[d], Мысли (Есіл ҡушылдығы), Алабуға, Ченчерь, Балаир (Ишим ҡушылдығы), Блиниха, Барсук, Сортамак, Ташаир һәм Чуртанка
Һыу йыйыу бассейны бассейн Оби[d]
Һыу сығымы 56,3 м³/с
Бассейн майҙаны 177 000 км²
Оҙонлоҡ 2450 km
Урынлашыу картаһы
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Ишима[d]
Карта
 Ишем Викимилектә

Ишем - (рус. Иши́м, ҡаҙ. Есіл) — Ҡаҙағстандағы һәм Рәсәй Федерацияһындағы йылға, Иртыштың һул яғынан ҡойған, иң оҙон ҡушылдығы.

Оҙонлоғо — 2450 км[1], һыуйыйғыс бассейны майҙаны — 177 000 км²[1] (163 000 км²[2]). Йылғаның уртаса йыллыҡ ҡойған һыуы яҡынса 2,5 км³[3]. Ишем тамағы Иртыштың һул яғында, уның 1016-сы километрында[1].

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса ул ҡарарға Иртыш һыу бассейны округына инә; йылға бассейны — Иртыш; бәләкәй йылға бассейны — Иртыш йылғаһының Ишем ҡушылған урынға тиклемге ҡушылдыҡтары; һыу хужалығы участкаһы — Ишем Рәсәйҙең Ҡаҙағстан сигенән Оло Уват гидроузелына тиклем.

Дөйөм физик-географик тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға йырҙаһы схемаһы
Ишем йылғаһындағы Петропавловск гидроузелы. Петропавловск ҡалаһы эргәһендә

Йылға Ҡаҙағстандың ваҡ сусаҡлы бейек булмаған Нияз тау массивынан башлана, 775 км буйы төньяҡ-көнбайышҡа ағып, бер нисә эре йылға ҡушылдығы менән ҙурая бара.

Державинск ҡалаһы янында ағымының 1578 километрында (Ишем йылғаһының үрге ағымының шартлы сиге ) йырҙаһын ҡырҡа меридианаль йүнәлешкә үҙгәртеп — көньяҡтан төньяҡҡа аға башлай. Сергеевка ауылынан түбәндәрәк Төньяҡ Ҡаҙағстан тигеҙлегенә барып сыға һәм Ишемтамаҡ (Усть-Ишим% ауылы янында Иртышҡа барып ҡоя.

Ишем ҡар һыуҙары менән туйына. Йылға ноябрь башында туңа, апрель — майҙа асыла. Орехово ауылы янында тамағынан 61 км өҫтәрәк уртаса һыу тотоноу күләме — 83,1 м³/с, иң күбе — 712 м³/с[4].

Экологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишем һыу ныҡ бысраҡ. Түбәнге ағымында ( Рәсәй территорияһы) нефть продукттары балыҡсылыҡ хужалығында ҡаралған ПДК-нан 6 тапҡыр артып китә. Тамағына табан нефть продукттары концентрацияһы үҙгәреү ПДК-нан 2-нән 3 тапҡырға тиклем артыҡ була, тимер — һыу ПДК-һынан 4-7 тапҡырға тиклем юғары. Баҡыр балыҡҡа ҡаралған ПДК сиктәренән 6-7 тапҡырға артыҡ, йылғаның буйынан-буйына марганецтың балыҡ ПДК-һынан хатта 20 тапҡырға артыҡ булыуы билдәләнгән. бөтә йылғаларҙың һыу буйы. Пестицидтар концентрацияһы (ДДТ тибындағы) уртаса 0.001 - 0.03 мкг/л тура килә[2].

Ишемтамаҡ кешеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Усть-Ишим ауылы янында 2008 йылда хәҙерге заман тибындағы (Homo sapiens) кеше һөлдәһе табылған : янбаш һөйәгенә 45 мең йыл булып сыҡҡан, унан сифатлы ДНК алыуға өлгәшелгән[5]. Усть-Ишим кешеһе Y-хромосомалы, К*(xLT) гаплогруппалы, митохондриаль R гаплогруппалы булып сыҡҡан[6][7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 «Ишим» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. 2,0 2,1 Схема комплексного использования и охраны водных объектов бассейна р. Иртыш. Книга 1. www.nobwu.ru. Дата обращения: 9 ғинуар 2019.
  3. Река Ишим (бассейн реки Иртыш). megaribolov.ru. Дата обращения: 9 ғинуар 2019.
  4. Ishim At Orekhovo (ингл.). R-ArcticNET. Дата обращения: 9 ноябрь 2018.
  5. Находка древнейшего человека современного типа в Евразии: Путь на север был открыт гораздо раньше, чем это считалось до сих пор. www.antropogenez.ru. Дата обращения: 9 ғинуар 2019.
  6. Supplementary information 9. Philogenetic reconstruction of the Ust’Ishim Y-chromosome. www.nature.com. Дата обращения: 9 ғинуар 2019.
  7. Геном древнего обитателя Западной Сибири проливает свет на историю заселения Евразии. elementy.ru. Дата обращения: 9 ғинуар 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]