Калькутта университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Калькутта университеты (бенг. কলিকাতা বিশ্ববিদ্যালয়, англ. University of Calcutta) —  Һиндостандың иң боронғо һәм иң ҙур университеттарҙың береһе. 1857 йылдың 24 ғинуарында Калькутта ҡалаһында —  Британиялы Һиндостандың баш ҡалаһында барлыҡҡа килә. Калькутта университеты эсенә шулай уҡ төрлө колледждар инә: президентлы (1855 йылда барлыҡҡа килә), санскрита (1824 йылда барлыҡҡа килә), Бехтун исемендәге колледж (1949 йылда барлыҡҡа килә), Дэвтон колледжы (1823 йылда барлыҡҡа килә, христиан ғаиләһенән егеттәргә белем биргән), «Да Мартиньер» (1836 йылда генерал К.Мартин нигеҙ һала.), мосолман мәҙрәсә- колледжы (1781 йылда барлыҡҡа килгән) һәм  әрмән колледжы (1821 йылда әрмән байҙарының общинаһы менән ойошторолған).  Шулай уҡ университетың уға бойоролған мәктәптәре бар, мәктәптәр һәм колледждар менән бергә һанаһаң, унда 200 меңдән ашыу кеше уҡый. Китапхпнаһында 1972 йылда 430 мең китап һаналған, шулай уҡ университетың үҙ обсерваторияһы булған (1875 йылда барлыҡҡа килгән).

Һиндостандың үҙендә уҡыу йорто «биш йондоҙло унивеситет» тип данлана. Калькутта университетынан дүрт Нобель лауреаты сығарылған.

Кампус[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Одно из зданий основного кампуса

Университетҡа Калькуттала һәм ҡала эргәһендәге төрлө өлөштәрендә урынлашҡан бер нисә йорттар  ҡарай. Шулай уҡ уға бөтә Көнбайыш Бенгалияның аффилирланған колледждары ҡарай. Әммә университеттың төп компусы 0,011 км² майҙанлы территорияла  Колледж-стрит урамында урынлашкан [1].

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Университет структураһында һигеҙ факультетҡа кушылған 65 кафедра бар: ауыл хужалығы; гуманитария; сауҙа, бизнес һәм социаль тәьмин итеү идаралығы; белем, журналистика һәм китапхана эше; инженер-технология; музыка һәм һынлы сәнғәт; юридик; фәнни[2].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Campus Area. // University and its Campuses. University of Calcutta. Дата обращения: 11 апрель 2007. Архивировано 21 март 2007 года. 2007 йыл 21 март архивланған.
  2. Courses Offered. University of Calcutta. Дата обращения: 11 апрель 2007. Архивировано 15 март 2012 года. 2012 йыл 5 февраль архивланған.