Кембридж университеты
Кембридж университеты (ингл. University of Cambridge, лат. Universitas Cantabrigiensis) — Бөйөк Британияның, Оксфордтан ҡала иң оло һәм ҙур университеты, донъялағы иң оло университеттарҙың дүртенсеһе[18]. Рәсми статусы — өҫтөнлөклө хәйриә учреждениеһы (exempt charity). Финанслау дәүләт белем биреү грантынан (Higher Education Funding Council), студенттар һәм аспиранттарҙың иғәнәләренән, хәйриә фрндтары аҡсаларынан, Cambridge University Press нәшриәте килеменән, «Рассел» төркөмө гранттарынан һәм башҡа сығанаҡтарҙан барлыҡҡа килә.
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылъяҙмаларға ярашлы, университет 1209 йылда, Оксфорд университетының бер студенты бер ҡатынды үлтереүе һөҙөмтәһендә Оксфорд ҡалаһын ташлап киткән ғалимдар ассоциацияһы тарафынан ойошторола[19]. Башҡа мәғлүмәт буйынса, ул урта быуаттарҙағы монах ордендарының мәғрифәт программалары һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килә[20]. 1214 йылда университеттың формаль ҡағиҙәләре төҙөлә. Уның буйынса ректор тәғәйенләнә һәм йыл һуңында имтихан тапшырыу шарты менән программа раҫлана. Университеттың монастырҙарҙан төп айырмаһы булып фән, философия, логика, математика уҡытыу тора.
1249 һәм 1260 йылдарҙа Кембридж ҡалаһы халҡы һәм университет ҡатламы менән аяуһыҙ бәрелештәр була. Король яғынан халҡына ҡарата репрессиялар булыуға ҡарамаҫтан, ҡыйралыштарҙан һуң ғалимдарҙың бер өлөшө үҙен үҙен хәүфһеҙлектә тип тоймай һәм Нортгемптонға ҡаса. Унда 1261—1265 йылдарҙа бер аҙ ваҡыт Нортгемптон университеты эшләй.
Кембридждың тәүге колледждарының береһе булып Питерхаус тора. Уға 1248 йылда Или ҡалаһы епискобы Хуго де Балшем нигеҙ һала. 1318 йылда папа Иоанн XXII Кембриджға католик сиркәүҙең рәсми университет статусын бирә (studium generale). Үҙ тарихының күп өлөшөндә ул, тәү сиратта, дини уҡыу йорто булып тора. Университет советы ағзалары 1871 йылға тиклем рухи сан ҡабул итергә тейеш була
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.cam.ac.uk/about-the-university/how-the-university-and-colleges-work/the-university-as-a-charity
- ↑ https://www.cam.ac.uk/brand-resources/about-the-logo/the-coat-of-arms
- ↑ https://orcid.org/members/001G000001CAlw9IAD-university-of-cambridge
- ↑ https://web.archive.org/web/20231020113811/https://orcid.org/members
- ↑ https://www.jisc.ac.uk/membership
- ↑ https://iiif.io/community/consortium/members/
- ↑ Our Members / Platinum Members
- ↑ https://publicationethics.org/members
- ↑ https://www.unipage.net/ru/bachelor_in_uk_experience
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 Nonprofit Explorer: Research Tax-Exempt Organizations
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=129.169.0.0+-+129.169.255.255&type=inetnum
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=131.111.0.0+-+131.111.255.255&type=inetnum
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 Cambridge IP address ranges — IT Help & Support
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:630:210::/44&type=inet6num
- ↑ https://www.undergraduate.study.cam.ac.uk/international-students/fees
- ↑ https://nccs.urban.org/publication/largest-active-and-reporting-arts-public-charities-expenses
- ↑ https://orcid.org/signin
- ↑ Шестаков В.П. Оксфорд и Кембридж: Старейшие университеты мира. — Издательская группа URSS, 2017. — С. 328.
- ↑ A Brief History: Early records . University of Cambridge. Дата обращения: 17 август 2008. Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ Акройд, 2017
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акройд П. Ньютон. Биография = Ackroyd Peter. Isaac Newton. — М.: Альпина нон-фикшн, 2017. — 208 с. — ISBN 978-5-9614-6355-2.
- Бристед Ч. А. (инг.)баш. «Пять лет в английском университете» / пер. Юлии Глек
- Кембриджский университет / Калишевский М. В. // Канцелярия конфискации — Киргизы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2009. — С. 541—542. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 13). — ISBN 978-5-85270-344-6.
- Яновский А. Е. Кембриджский университет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)