Клара Поллачек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Клара Поллачек
нем. Clara Katharina Pollaczek
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Австрия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Clara Löb
Псевдоним Bob һәм Béol
Тыуған көнө 15 ғинуар 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Вена, Австро-Венгрия[3]
Вафат булған көнө 22 июль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2] (76 йәш)
Вафат булған урыны Дёблинг[d], Вена, Союздаштар тарафынан оккупацияланған Австрия[d]
Вена, Союздаштар тарафынан оккупацияланған Австрия[d][3]
Ерләнгән урыны Зиверинг зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Louis Loeb[d]
Әсәһе Regina Loeb[d]
Бер туғандары Alfred Loeb[d]
Хәләл ефете Otto Pollaczek[d]
Сожитель Артур Шницлер[d]
Балалары Karl Friedrich Pollaczek[d][4] һәм Hermann Erich Pollaczek[d]
Һөнәр төрө яҙыусы
 Клара Поллачек Викимилектә

Клара Поллачек (ингл. Clara Pollaczek, тулы исеме — Clara Katharina Pollaczek, ҡыҙ фамилияһы — Loeb (Löb); 18751951) — Австрия яҙыусыһы. Ҡайһы бер әҫәрҙәре Bob һәм Bob Béol псевдонимдары аҫтында сыҡҡан.[5]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1875 йылдың 15 ғинуарында Австро-Венгрияның баш ҡалаһы Венала банкир Луи Лёбтың (Louis Loeb, 1843—1928) йәһүд ғаиләһендә тыуған. Энеләре Альфред һәм Отто, һеңлеһе Анна була. Үҙ йортонда башланғыс белем ала.

19 йәшендә яҙа башлай, ир-ат псевдонимдары ҡултамғаһын ҡуя. 1897 йылдың апрелендә Neue Deutsche Rundschau әҙәби журналында уның тәүге әҫәре — «Mimi. Schattenbilder aus einem Mädchenleben» баҫылып сыға. 1898 йылдың 10 майында Прагала тыуған Отто Поллачекҡа (Otto Pollaczek) кейәүгә сыға. Никахта ике малай тыуа — Герман Эрих һәм Карл Фридрих. Ғаилә Венала йәшәй. 1907 йылда Поллачектың компанияһы финанс ҡытыршылыҡтарына тарый һәм 1908 йылдың 17 апрелендә Отто Поллачек үҙ үҙенә ҡул һала. Клара ата-әсәһе йортона күсә.

Беренсе донъя һуғышынан һуң ғаиләнең финанс хәле ҡатмарлана. Шунлыҡтан 1924 йылда Клара Поллачек әҙәби эшмәкәрлегенә ҡайта, шулай уҡ тәржемәсе булып эшләй. 1920—1930 йылдарҙа Neue Freie Presse көндәлек гәзитендә хикәйә, новелла һәм шиғырҙар баҫтыра; бер нисә роман яҙа.

Клара Поллачектың ҡәбере

Австрияны Өсөнсө Рейхҡа ҡушҡандан һуң, Клара Поллачек антисемит эҙәрлекләүҙәргә дусар була. Ике йылдан һуң ул Чехословакияның баш ҡалаһы Прагаға күсә һәм уны Германия баҫып алғансы бында йәшәй. Артабан Поллачек Швейцарияла йәшәгән дуҫтарына күсенә һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланға тиклем был илдә ҡала. 1945 йылда Бөйөк Британияла йәшәгән улы Карлдың ғаиләһенә ҡушыла. 1948 йылда Клараны уның ағаһы Отто Лёб Венаға ҡайтарыуҙы ойоштора.

Клара Поллачек ауырығандан һуң, әҙәби карьераһын дауам итә алмай.

1951 йылдың 22 июлендә Венала вафат була һәм ҡаланың Sieveringer Friedhof конфессия-ара зыяратында ерләнгән.[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France Clara Katharina Pollaczek // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Clara Katharina Pollaczek // [Clara Katharina Pollaczek Frauen in Bewegung 1848–1938] (нем.)Österreichische Nationalbibliothek, 2006.
  3. 3,0 3,1 Schmid-Bortenschlager S., Schnedl-Bubeniček H. Pollaczek, Clara (Katharina) // Österreichische Schriftstellerinnen 1880–1938 (нем.): Eine Bio-BibliographieStuttgart: Akademischer Verlag Hans-Dieter Heinz, 1982. — S. 137. — ISBN 978-3-88099-123-1
  4. Gaugusch G. (unspecified title) (нем.)Wien: Amalthea Signum Verlag, 2016. — S. 2609. — ISBN 978-3-85002-773-1
  5. Clara Katharina Pollaczek
  6. Clara Pollaczek

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Stephan Kurz. Im Schatten Schnitzlers. Leben und Werk von Clara Katharina Pollaczek (1875–1951). Böhlau, Wien 2012, ISBN 978-3-205-78746-4.
  • Renate Wagner. Der fünfte Akt. Clara Katharina Pollaczek. in dies.: Frauen um Arthur Schnitzler. Verlag Jugend und Volk, Wien/München 1980, ISBN 3-7141-7102-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]