Консуэло де Сент-Экзюпери

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Консуэло де Сент-Экзюпери
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Сальвадор
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Consuelo Suncín Sandoval
Тыуған көнө 10 апрель 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыны Армения[d], Сальвадор
Вафат булған көнө 28 май 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[3][4] (78 йәш)
Вафат булған урыны Грас[d], Приморские Альпы[d], Франция
Үлем сәбәбе Ҡурылдай астмаһы
Ерләнгән урыны Пер-Лашез[d]
Grave of Gomez-Carrillo[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Антуан де Сент-Экзюпери[d][5], Энрике Гомес Каррильо[d] һәм Ricardo Cardenas[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, рәссам, скульптор
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Консуэло де Сент-Экзюпери Викимилектә

Консуэло де Сент-Экзюпери (исп. Consuelo de Saint-Exupéry), ҡыҙ саҡтағы исем-шәрифе Консуэло Сунсин-Сандовал-Сесенья (исп. Consuelo Suncín-Sandoval Zeceña; 10 апрель 1901, Армения, Сальвадор — 28 май 1979, Грас, Франция) — Сальвадор яҙыусыһы, журналист һәм рәссам. Француз яҙыусыһы һәм лётчигы, «Бәләкәй шаһзада» романы авторы Антуан де Сент-Экзюпериҙың ҡатыны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Консуэло Сунсин Сальвадорҙа, Сонсонате департаментындағы Армения тигән ҡаласыҡта бай ер биләүсе — полковник дон Феликс Сунсин менән уның ҡатыны донья Эрсилия Сандовал-Сесеньяның ғаиләһендә тыуа. Унан башҡа ғаиләлә тағы ике ҡыҙ — Анна Долорес һәм Аманда була. Консуэло сит илдәрҙә — АҠШ-та, Мексикала һәм Францияла белем ала.

Ун туғыҙ йәшендә ул Сан-Франциско ҡалаһына күсә, унда инглиз телен өйрәнеүгә грант ала. Ошо уҡ ҡалала 1922 йылдың 15 майында ул беренсе тапҡыр кейәүгә сыға. Ире мексикалы Рикардо Карденас буяу келәтендә клерк булып эшләй. Ләкин тиҙҙән никах тарҡала. Ир менән ҡатын айырым йәшәй башлағандан һуң күп тә үтмәй, Рикардо Карденас тимер юлдағы ҡазала һәләк була.

22 йәштә тол ҡалған Консуэло Мехикоға күсә, унда юриспруденция өйрәнә башлай, әммә тиҙҙән был һөнәрҙе журналистикаға алмаштыра. Францияла сағында тағы бер тапҡыр кейәүгә сыға. Икенсе ире, Энрике Гомес Каррильо (исп.), Гватемала дипломаты, яҙыусы һәм журналист була. Әммә туйҙан һуң ун бер ай үткәс, 1927 йылда, ир инсульттан вафат булып ҡала. Икенсе тапҡырға тол ҡалған Консуэло ҙур мираҫ вариҫы була, был мираҫҡа Буэнос-Айрестағы резиденция ла инә. Ҡатын Аргентина гражданлығы ала.

1930 йылда Буэнос-Айреста Бенджамен Кремьё тигән дуҫы уны Антуан де Сент-Экзюпери менән таныштыра, ул саҡта буласаҡ яҙыусы «Аэропосталь» компанияһының филиалы булған «Аэропоста — Аргентина» компанияһында техник директор булып эшләй. Тиҙҙән улар өйләнешә. Никахтары Буэнос-Айреста була, әммә рәсми тантана Францияла үткәрелә, ир менән ҡатын бында даими йәшәргә күсенгән була.

Консуэлоны иренең һөнәренә бәйле хәүеф, уның әйләнәһе, иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөйәркәләре гел борсоһа ла, ғаилә тарҡалмай. 1944 йылда ире Урта диңгеҙ өҫтөндә хәбәрһеҙ юғала. Был мәлгә ул «Бәләкәй шаһзада» тигән романдың донъяға билдәле авторына әйләнгән була, был романда ул ҡатынын быяла ҡалпаҡ аҫтындағы рауза итеп һүрәтләй.

Файл:Little Prince's Rose.jpg
Быяла ҡалпаҡ аҫтындағы рауза «Бәләкәй шаһзада» музейында, Хаконе, Япония

Консуэло Францияла, Граста, 1979 йылдың 28 майында астма өйәнәгенән мәрхүм була. Ул Париждағы Пер-Лашез зыяратында икенсе ире Энрике Гомес-Каррильоның ҡәбере эргәһендә ерләнә. Бөтә мөлкәтен һәм хоҡуҡтарын баҡсасыһы Хосе Мартинес-Фруктуозоға васят итеп ҡалдыра.

Иҫтәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылда Консуэло өсөнсө ире менән үткән тормошон һүрәтләп яҙа. «Раузаның хәтирәләре» (франц. Mémoires de la rose) ҡулъяҙмаһы француз телендә була. Беренсе тапҡыр ул 1999 йылда, яҙыусының вафатынан һуң, һаҡланып ҡалған хаттары менән бергә баҫып сығарыла.

Кинола һәм әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Сент-Экзюпери: дело истории» фильмында Консуэло ролен актёр ҡатын Миранда Ричардсон башҡара.

Консуэло Клаудия Ларстың «Бала саҡ ере» тигән йыйынтығындағы «Өс теләк» хикәйәһендә лә һүрәтләнә. Клаудия Консуэлоның бала саҡтағы әхирәте була. Сонсонатела ҡыҙҙар ҙурайғас кем булырҙары тураһында хыяллана, шул саҡта Консуэло алыҫ бер илдә королева буласағы хаҡында әйтә.

Сығанаҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #49388988 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Consuelo de Saint Exupéry // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 Consuelo de Saint-Exupéry // Babelio (фр.) — 2007.
  5. http://www.fondsenligne.archives-lyon.fr/ark:/18811/jrknotsqb4p95f6c#