Крагуевац

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крагуевац
сер. Крагујевац
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1476
Рәсем
Рәсми атамаһы Крагујевац
ХФА-лағы транскрицияһы ˈkrǎɡujɛʋats
Дәүләт  Сербия
Административ үҙәге Сербия кенәзлеге[d], Шумадийский округ[d], Крагуевац[d], Шумадия и Поморавье[d], Крагуевац[d], Аэродром[d], Пивара[d], Станово[d] һәм Стари-град[d]
Административ-территориаль берәмек Крагуевац[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Халыҡ һаны 150 623 кеше (2018)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 180 метр
Туғандаш ҡала Сюрен[d], Питешти[d], Тренчин[d], Иерихон[d], Бат-Ям[d], Мостар[d], Неаполь[d], Бельско-Бяла, Ингольштадт[d], Реджо-Эмилия[d][2], Каррара[d], Спрингфилд[d], Могилёв[3], Охрид[4], Карловац[d][5], Верона[d][6], Быдгощ[d] һәм Милуоки[7]
Майҙан 865 км²
Почта индексы 34000
Рәсми сайт kragujevac.rs
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Тема географияһы Q12750153?
Урындағы телефон коды 34
Номер тамғаһы коды KG
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Kragujevac[d]
Карта
 Крагуевац Викимилектә


Крагуевац (сер. Крагујевац , һүҙ боронғо славяндарҙан крагуй «ҡарсыға, ыласын») — ҡала . Сербия Шумадия административ төбәгенең баш ҡалаһы. Сербияның халыҡ һаны буйынса дүртенсе ҡалаһы: 193 390 кеше (биҫтәләре менән 211 580 кеше). Белградтан көньяҡҡа табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Крагуевац — сәнәғәт һәм фәнни үҙәк. Шулай уҡ Чачак, Кралево, Ужице, Ягодины, Крушевац һәм Смедерево, Пожаревац, Косово ҡалалары өсөн макро төбәк үҙәге. 1990 йылға тиклем Югославияның иң үҫешкән ҡалаларының береһе була (5-се ҡала иҫәп буйынса), унан алда бары тик Словения ҡалалары ғына тора. Әммә 1990 йылда хәле ҡатмарлаша.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала үҙәге.

1476 йылда төрөк документы "Крагуйофча"ла беренсе тапҡыр телгә алынған. Ул саҡта бында 32 йорт була.

1815 йылда төрөк хакимлығынан азат ителә. Сербия дәүләтенең яңы ваҡыттағы баш ҡалаһы (1818—1841). Бында серб беренсе гимназияһы һәм лицейы, тәүге суд, беренсе театр, серб телендә баҫылған тәүге гәзит була. XIX быуат урталарында сәнәғәт үҫешә (1853 йылда беренсе пушка ҡойола).

Беренсе бөтә донъя һуғышында, Белград оккупацияла булыу менән бәйле, тағы күпмелер ваҡыт баш ҡала була.


1941 йылдың 21 октябрендә немец ғәскәрҙәре, Тито ғәскәрҙәренең урындағы 70 немец һалдатын һәм офицерын юҡ иткәненә үс итеп, 7000 кешене атып үлтерә, улар араһында 300 тирәһе гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары була. Урамда үтеп барған кешеләрҙе туранан-тура тотоп үлтерәләр. Ошо ваҡиғаға серб шағирәһе Десанка Максимовичтың «Ҡанлы әкиәт» йыры яҙылған. Был фажиғә бер нисә тапҡыр һуғыш тураһындағы кинофильмдарҙа күрһәтелгән. Фажиғә урынында хәҙер һәйкәл һәм музей тора.

Шулай уҡ Марк Бернес башҡарыуында Я. А. Френкелдең В. Лифшиц һүҙҙәренә яҙылған «Һуңғы дәрес» йыры билдәле.

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡорал эшләү традицияларын Крагуевацтағы Застава Оружие компанияһы дауам итә.

Топографик карталар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Словакия Тренчин

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Княжеско-сербский театр

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]