Куопио

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Куопио
фин. Kuopio
Герб
Нигеҙләү датаһы 1653
Рәсем
Рәсми атамаһы Kuopio
Рәсми тел Фин теле[1]
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Финляндия
Административ үҙәге Куопиоская губерния[d][2] һәм Северное Саво[d]
Административ-территориаль берәмек Северное Саво[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Kuopio sub-region[d][3]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Savo-Karelia[d]
Хөкүмәт башлығы Jarmo Pirhonen[d]
Закондар сығарыу органы Kuopio City Council[d]
Халыҡ һаны 121 557 кеше (31 декабрь 2021)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 82 метр
Туғандаш ҡала Кастроп-Рауксель[d][5], Виннипег[d][5], Гера[6], Миннеаполис[d][5], Безансон[5], Ополе[7][5], Пудун[d][5], Дьёр[d][5][8], Крайова[5], Йёнчёпинг[d][5], Ляэне-Вирумаа[d][5], Будё[5], Питкяранта[d][5], Свеннборг[d][5], Псков[5], Алуксне[d][5] һәм Шанхай[5]
Милке Kuopio Football Stadium[d], Kuopio City Library[d], Башня Пуййо[d], Kuopio Town Hall[d], кафедральный собор Куопио[d], Kuopio Market Hall[d], Museum of Kuopio[d] һәм Kuopio Lyceum High School[d]
Сиктәш Ийсалми[d][9], Юука[d][9], Каави[d][9], Лапинлахти[d][9], Леппявирта[d][9], Пиелавеси[d][9], Раутаваара[d][9], Сийлинъярви[d][9], Суоненйоки[d][9], Терво[d][9] һәм Туусниеми[d][9]
Алдағы Vehmersalmi[d][10], Karttula[d][10], Нильсия[d][10], Маанинка[d][10], Юанкоски[d][10], Kuopion maalaiskunta[d] һәм Riistavesi[d]
Майҙан 1730 км²,
4326,35 км² (1 ғинуар 2023)[11],
3241,74 км² (1 ғинуар 2023)[11],
1084,61 км² (1 ғинуар 2023)[11]
Почта индексы 70101
Рәсми сайт kuopio.fi
kuopio.fi/en/
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Тема географияһы geography of Kuopio[d]
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Спутниковый снимок
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Kuopio[d]
Карта
 Куопио Викимилектә

Куопио[12] (фин. Kuopio) — Финляндияла порт ҡалаһы, Каллавеси күле (фин.Kallavesi, Сайма күлдәр системаһында) буйында урынлашҡан. Төньяҡ Саво провинцияһының административ үҙәге. Ҙурлығы буйынса Финляндияла һигеҙенсе ҡала, халҡы 111.3 мең кеше (2015) тәшкил итә. Ағас эшкәртеү сәнәғәте үҙәге; химия, машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән.

Бөгөн Куопио — илдең мәҙәни тормошонда мөһим ҡала, ул үҙенең бейеү һәм музыка ваҡиғалары менән билдәле, туризм һәм ҡышҡы спорт төрҙәре үҙәге.

Һорау алыуҙа йәмәғәт фекере буйынса 2012 йылда фин граждандары араһында йәшәү кимәле буйынса Куопио алтынсы урында тора.[13]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала Каллавеси күле менән уратып алынған, һәм уның бер нисә өлөшө утрауҙа төҙөлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куопиоға 1775 йылда нигеҙ һалына.

1856 йылда Саймен каналы төҙөлөп бөтә, был Куопио үҫешендә мөһим мәл була— канал Балтик диңгеҙенең Фин ҡултығына һыу юлын тәьмин итә.

1889 йылда тимер юл тармағы һалына. Уңайлы тарнспорт бәйләнеше Куопионы йәнле сауҙа ҡалаһына әйләндерә.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дине[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лютеранлыҡ
Куопиола лютеран кафедраль собор

Куопионың кафедраль соборында Финляндияның Инжил-лютеран сиркәүе Куопио епархияһы епискобының кафедраһы бар (әлеге ваҡытта — епископ Вилле Риеккинен.

Православие

Куопиола собор Святитель Николай хөрмәтенәФинляндия архиепископлығы Карел епархияһының кафедраль ғибәҙәтханаһы була. Собор янында Карел һәм бөтә Финляндияның архиепискобының (әлеге ваҡытта — архиепископ Лев (Макконен)) кафедраһы, архиепископ һәм Сиркәү Идаралығы канцелярияһы, сиркәү сәнғәте музейы, тегеү оҫтаханалары, нәшриәт советы һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса православие үҙәге урынлашҡан.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фин Finnpulp компанияһы ҡалала ылыҫлы целлюлоза етештереү буйынса донъяла иң ҙур завод төҙөргә ниәтләй. Проекттың бюджеты 1,4 миллиард евро тәшкил итәсәк[14].

Туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куопио — популяр туристик маршруттарҙың береһе[15], әлеге ваҡытта илдә ял итеүҙең популярлығы буйынса икенсе урында тора. Муниципаль базаһы — 5100 йәйге коттедждар

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һауа, тимер юл һәм автобус бәйләнеше бар.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970 йылдан ҡалала халыҡ-ара бейеү фестивале үтә[16]

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куопиола «Пуййо башняһы» урынлашҡан. Был төҙөлөштөң бейеклеге 75 метрға етә. Бында уҡ — ҡала үҙәгендә — Православие архиепискобы резиденцияһы урынлашҡан. Куопиола төҙөлгән күп ғибәҙәтханалар эшләй. Мәҫәлән, Кафедраль собор, Изге Йоханнес сиркәүе һәм Изге Николай сиркәүе. Куопионың «Раухалахти» термаль үҙәгендә һаулыҡты нығытырға мөмкин[17].

Йәмғиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғариф һәм фән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куопиола 32 башланғыс мәктәп, 6 лицей (шул иҫәптән өлкәндәр өсөн лицей), профессиональ училищелар, халыҡ училищелары, институт һәм политехник университет эшләй.

Урта белем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лицей:

  • Kallaveden lukio
  • Kuopion klassillinen lukio
  • Kuopion Lyseon lukio
  • Куопионың музыка һәм бейеү лицейы (фин. Kuopion Yhteiskoulun Musiikkilukio)
  • Minna Canthin lukio
  • Өлкәндәр өсөн лицей (фин. Kuopion aikuislukio)

Техникум:

  • Саво профессиональ училищеһы (фин. Savon ammatti - ja aikuisopisto)

Өҫтәмә белем биреү:

  • Куопио граждандар академияһы (фин.Kuopion kansalaisopisto)

Юғары белем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Савония ҡулланма фәндәр университеты (фин.Savonia Ammattikorkeakoulu).
  • Куопио университеты (фин.Kuopion yliopisto), шул иҫәптән Йәйге университет (фин.Kuopion kesäyliopisto).

Спорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала 2012 йылда үҫмерҙәрҙең I ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул итеү хоҡуғына көрәштәрҙә ҡатнаша. 2008 йылдың ноябрендә ул финалға сыға, әммә һөҙөмтәлә австрия Инсбругынан ҡалыша. Бынан тыш, ҡалала Финляндияның юғары футбол дивизионында сығыш яһаусы «КуПС» футбол клубы бар, ул күп тапҡыр Финляндия чемпионтаында еңеү яулай, шулай уҡ Финляндия Кубогы трофейҙарына һәм Лига Кубогына эйә була. 2012/2013 УЕФА Европа Лигаһының өсөнсө квалификациялы раундында төрөк «Бурсаспоры» менән осраша, уны 1:0 иҫәбе менән еңә, әммә Бурсала яуап уйында унан 6:0 иҫәбе менән еңелә.

Ҡалала «КалПа» хоккей командаһы бар.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финляндияның күп кенә күренекле шәхестәренең — дәүләт эшмәкәрҙәренең, яҙыусы һәм рәссамдарҙың тормошо һәм ижады Куопио менән бәйле.

  • Минна Кант (1844—1897) — яҙыусы.
  • Ахо Юхани (1861—1921) — яҙыусы.
  • Пекка Халонен (1865—1933) — рәссам.
  • Эдвард Гюллинг (1881—1938) — совет сәйәси эшмәкәре, Автономиялы Карел ССР-ының Халыҡ Комиссарҙары советы рәйесе (1923—1935).
  • Мартти Ахтисаари (1937) — 1994—2000 йылдарҙа Финляндия президенты, дипломат, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хеҙмәткәре. 2008 йылда Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты.
  • Сакари Хиетала (1962) — Tarot төркөмөндә гитарасы, музыкант
  • Марко Хиетала (1966) — Nightwish төркөмөнөң бас-гитарасыһы һәм икенсе вокалисы, музыкант.
  • Пааво Лётьёнен (1968) — фин Apocalyptica метал-төркөмөнөң виолончелисы, музыкант
  • Вильхо Ненонен (1883-1960) — фин дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, генерал. Финляндия хәрби министры.
  • Теему Хартикайнен (1990) — профессиональ фин хоккейсыһы, КалПа хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе .

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Саво
  • Голубая дорога (фин. Sininen tie) — туристский маршрут (Норвегия-Швеция-Финляндия-Россия)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. Куопио (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1896. — Т. XVII. — С. 35.
  3. Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavainСтатистический центр.
  4. Preliminary population structure by Month, Aream Sex, Age and InformationСтатистический центр.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 5,14 5,15 Kuopion ystävyyskaupungit
  6. https://www.gera.de/sixcms/detail.php?id=17955
  7. https://www.opole.pl/dla-mieszkanca/kuopio
  8. https://gyor.hu/easy-docs/6023e06eca492
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedotAssociation of Finnish Municipalities.
  11. 11,0 11,1 11,2 Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.)MML.
  12. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — 459 с.
  13. Опрос: Тампере – лучший город Финляндии для проживания // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 4 апрель 2012. (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2012)
  14. В Куопио планируют открыть крупнейший в мире целлюлозный завод – он создаст 1500 новых рабочих мест. // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 2 февраль 2015. (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2015)
  15. Туристов завлекали в Куопио горбольницей // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 27 октябрь 2013. (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2013)
  16. 5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]