Лаппеэнранта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Лаппеэнранта
фин. Lappeenranta, швед. Vilmanstrand
Герб[d]
Герб
Ил

Финляндия

Регион

Көньяҡ Финляндия

Провинция

Көньяҡ Карелия

Координаталар

61°03′30″ с. ш. 28°11′10″ в. д.HGЯO

ҡала башлығы

Киммо Ярва

Нигеҙләнгән

1649

Майҙаны

1756 км²

Рәсми теле

фин теле

Халҡы

72 000 кеше (2010)

Тығыҙлығы

41, кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Почта индексы

53100

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

lappeenranta.fi
 (фин.) (инг.) (фр.) (нем.) (рус.)

Лаппеэнранта (Ер)
Лаппеэнранта
Лаппеэнранта

Лаппеэнранта[1] (фин. Lappeenranta), йәки Вильманстранд (швед. Villmanstrand) — Финляндиялағы ҡала һәм муниципалитет. Көнсығыш Финляндия губернаһында (фин. lääni) урынлашҡан, Көньяҡ Карелия провинцияһының иҡтисади, сәйәси (административ) һәм мәҙәни үҙәге. Карелия тигән тарихи өлкәнең хәҙерге Финляндиялағы яғында, Сайма күле көньяҡ ярында, Рәсәй һәм Финляндияның дәүләт сиге янында урынлашҡан. Муниципалитетта 72 000 кеше йәшәй. Ҡала халыҡ һаны буйынса Финляндияла 13-сө урында тора.

Исем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фин һәм швед телендә (илдең ике дәүләт телендә) ҡаланың исемдәре айырыла. Фин исеме ике тамырҙан тора: lappee (сик, аръяҡ, ситтәрәк урынлашҡан ер) һәм ranta (яр). Швед исеме шулай уҡ ике тамырлы: vildman (ҡырағай), strand (яр).[2]. Ҡалала швед теле киң ҡулланылмауына ҡарамаҫтан, уның гербындағы һүрәт (ҡырағай кеше) тап швед исеме менән бәйле.

Сайма күле һәм Лаппеэнранта үҙәгенә "аҡ төн" ваҡытындағы күренеш

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 7,0 7,5 14,8 24,0 29,2 32,0 34,6 33,6 26,6 17,3 9,5 9,0 34,6
Уртаса максимум, °C −4,8 −4,7 0,5 7,6 15,2 19,3 22,3 19,8 13,7 7,2 0,8 −2,8 7,8
Уртаса температура, °C −7,5 −7,8 −3 3,2 10,1 14,6 17,6 15,4 10,0 4,5 −1,2 −5,3 4,2
Уртаса минимум, °C −10,4 −11 −6,5 −0,9 4,9 9,9 13,0 11,5 6,7 2,0 −3,4 −8 0,7
Абсолют минимум, °C −36,8 −31,6 −23,6 −15,9 −6,2 −1,2 5,0 1,7 −5 −12,1 −21 −28,6 −36,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 51 38 41 28 38 59 70 76 62 67 64 59 653
Сығанаҡ: Финляндия метеорология институты

Эске бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Муниципалитет 46 районға бүленә, составына шулай уҡ 11 ауыл биләмәһе инә.

Муниципалитет ҡарамағындағы ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лаппеэнранта аэропорты
Лаппеэнранта тимер юл станцияһы

Ҡала Санкт-Петербургтан 220 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1961 йылдан ҡалала технология университеты эшләп килә.

Ҡәрҙәш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лаппеэнранта яҙылышы ошо китапта ҡулланыла: «Финляндия, общегеографическая карта». М.: ФСГиКР, 1994. (© Роскартография). Киң мәғлүмәт сараларында Лаппеенранта тигән яҙыу ҙа осрай.
  2. My town Lappeenranta 2011 йыл 19 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]