Магда Франк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Магда Франк
мадьярса  Magda Frank Fischer
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Аргентина
Тыуған көнө 20 июль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2]
Тыуған урыны Клуж-Напока, Румыния
Вафат булған көнө 23 июнь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3] (95 йәш)
Вафат булған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина
Һөнәр төрө скульптор, рәссам
Эшмәкәрлек төрө Скульптура
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Магда Франк Фишер (20 июль 1914 йыл — 23 июнь 2010 йыл) — ВенгрияАргентина скульпторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Магда Франк 1914 йылдың 20 июлендә Австро-Венгрия Трансильвания провинцияһы Коложвар ҡалаһында (хәҙерге Румынияның Клуж-Напока ҡалаһы) тыуған.

Будапешт ҡалаһында башта Нәфис сәнғәт мәктәбендә, һуңынан Биҙәү-ҡулланма сәнғәте колледжында скульптор һөнәренә уҡый. Таш, ағас һәм металл материалдары менән эшләй. Фашистарҙан ҡурҡып Венгриянан Швейцарияға китә. Бер нисә йыл үткәс Парижда Жюльен академияһында белем ала.

1950 йылда Аргентинаның баш ҡалаһы Буэнос-Айресҡа күсә, бында туғандарынан берҙән-бер тере ҡалған ағаһында йәшәй. Буэнос-Айрестың һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Аргентинала уның үҙ художестволы стиле тулыһынса формалаша, уны ижадында Колумбҡа тиклемге Америка сәнғәте сағылыш таба. 1953 йылда Генри галереяһында тәүге күргәҙмәһе уҙа. Шулай уҡ уның әҫәрҙәре Писарро галереяһында күрһәтелә[4]. Аргентинала бер нисә сәнғәт өлкәһендәге премияларға лайыҡ була.

1960-сы йылдар башында Парижға күсә, Аргентинаға йәнә 1995 йылда әйләнеп ҡайта һәм Буэнос-Айрестың Сааведре районында үҙенең йорт-музейына нигеҙ һала.

2010 йылдың 23 июнендә Буэнос-Айреста вафат була[5].

Хәҙерге ваҡытта Магда Франктың әҫәрҙәре Париждағы Хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейында, Буэнос-Айрестағы нәфис сәнғәт милли музейында һәм башҡа музей фондтарында һаҡлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Magda Frank // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  3. Magda Frank // https://pantheon.world/profile/person/Magda_Frank
  4. Artistas húngaros (билдәһеҙ). Gobierno de la Ciudad de Buenos Aires - Dirección General de Relaciones Institucionales. Secretaría General. Дата обращения: 1 февраль 2014. 2014 йыл 6 ғинуар архивланған.
  5. Murió la reconocida escultora Magda Frank (Spanish) (June 24, 2010). 1 февраль 2014 тикшерелгән. 2018 йыл 3 апрель архивланған.