Майкл Янг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Майкл Янг
Тыуған:

9 август, 1915 йыл

Тыуған урыны:

Манчестер

Вафат:

14 ғинуар, 2002 йыл

Вафат урыны:

Лондон

Гражданлығы:

Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия

Партия:

Лейбористар партияһы

Эшмәкәрлек төрө:

политик һәм социолог

Атаһы:

Гибсон Янг

Әсәһе:

Эдит Янг

Лорд Майкл Янг (ингл. Michael Dunlop Young, Baron Young of Dartington; 09.08.1915, Манчестер — 14.01.2002, Лондон) — Бөйөк Британия социологы[1], йәмәғәт эшмәкәре һәм политик. Лордтар палатаһының ағзаһы (1978—2002). Британия академияһының почётлы ағзаһы (1995).

1978 йылдан башлап Пэрство (барон).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы — Гибсон Янг, әсәһе — Эдит Янг.

Лондонда экономика мәктбен тамалай (1938, фән бакалавры). Шунда уҡ 1963 йылда һынлы сәнғәт магистры дәрәжәһен ала, ә аҙаҡтан — философия докторы (Ph.D.)

1933-35 йылдарҙа солиситор фирмаһында эшләй. 1939 йылда барристер практикаһын башлай.

1941-45 йылдарҙа Лейбористар партияһының политик һәм экономик планлаштырыу директоры, ә 1945-51 — партияның өйрәнеү департаментының сәркәтибе.

Лондондағы йәмәғәт штудялары институтына нигеҙ һалыусы һәм 1953—2001 йылдарҙа институттың тәүге директоры.

1961-66 йылдарҙа Кембридж университетында эшләй, ә 1961-63 — социология буйынса лектор. 1989—1992 йылдарҙа Биркбек (Лондон университеты) призеденты. 1998 йылда социаль эшҡыуарҙар өсөн мәктәп аса[2].

Майкл Янг оҙаҡ ауырығандан һуң 86 йәшендә вафат була.

Өс тапҡыр өйләнә, биш балаһы бар.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кил, Шеффилд һәм Аделаида университеттарының һүҙ өлкәһендә почётлы докторы (D.Litt.). Эксетер университетының хоҡуҡ буйынса почётлы докторы (1982). 1992 йылда получил Альберт медален ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]