Майя Березовская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Майя Березовская
пол. Maja Berezowska
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Польша
Псевдоним Ditto
Тыуған көнө 13 апрель 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2] или 13 апрель 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[3]
Тыуған урыны Барановичи[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 31 май 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2]
Вафат булған урыны Варшава, Польша Халыҡ Республикаһы[d][2]
Ерләнгән урыны Воинское Повонзки[d]
Ҡәбере һүрәте
Место содержания под стражей Равенсбрюк[d]
Һөнәр төрө рәссам, иллюстратор, карикатурист, сценограф
Эшмәкәрлек төрө Живопись[4], иллюстрирование[d][4], карикатура[d][4] һәм сценография[d][4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Возрождения Польши
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Майя Березовская Викимилектә

Майя Березовская (пол. Maja Berezowska; 13 апрель 1893 йәғни 1898[5], Барановичи, Минск губернаһы, Рәсәй империяһы — 31 май 1978, Варшава, Польша, шулай уҡ Дитто; пол. Ditto псевдонимы аҫтында билдәле) — Польша рәссамы, график, карикатурист һәм сценограф.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1893 йылдың 13 апрелендә Рәсәй империяһы Минск губернаһы Барановичи ҡалаһында тыуған. Атаһы Эдмунд Березовский Рус император армияһы подполковнигы, Транссебер тимер юл магистрале төҙөүсеһе, ә һуңыраҡ Польша ғәскәренең бригада генералы булған[6].

Майя Санкт-Петербургта нәфис сәнғәт шәхси мәктәбендә уҡый. Краков, Париж һәм Мюнхен ҡалалары уҡыу йорттарында юғары белем алған. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем үҙенең эротик һүрәттәре менән дан ҡаҙана[7]. Кешеләрҙең юғары хистәре, тәндең матурлығы темаһы һәр ваҡыт уның ижадының даими мотивтары булып ҡала. Олоғайғас ул ошолай итеп яҙған:

« Мөхәббәтһеҙ тормош та булмаҫ ине. Минең өсөн кеше тәненән дә гүзәллерәк бер нимә лә юҡ, һәм мин тере саҡта мөмкин тиклем уны яҡшыраҡ төшөрәсәкмен.
Szpilki, № 34 (21 августа), 1977
»

1933 йылдан 1936 йылға ҡәҙәр Францияның баш ҡалаһы Парижда йәшәй, бында урындағы баҫмалар — «Le Figaro», «Le Rire» һәм «Ici Paris» тигән көн һайын сыҡҡан гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек итә. 1935 йылда һуңғыһының һандарҙың береһендә Адольф Гитлер тураһында «Татлы Адольф ҡыйшанлаҡлығы» тигән карикатурала серияһын баҫтыра. Быға шунда уҡ Германия илселеге реакцияһы барлыҡҡа килә, ул Франция криминал полицияһын «дәүләт башлығын мыҫҡыллау» өсөн Майя Берозовскаяға ҡаршы суд эшен ҡуҙғатырға мәжбүр итә. Адвокат уны яҡларға ирешкән һәм эш символик штраф түләү менән тамамланған.

Һуғыш алдынан Польшаға ҡайта, башта провинцияла, ә һуңынан Варшава ҡалаһында эшләй. Бында 1942 йылдың майында гестапо тарафынан ҡулға алына. Адольф Гитлерҙы кәмһеткәне өсөн үлем язаһына тарттырыуға хөкөм ителә һәм Равенсбрюк концентрацион лагерына эләгә[8].

Үлем язаһы хөкөмө башҡарылмай ҡала. Концлагерҙа мөмкин булған осраҡтарҙа Майя һүрәт төшөрөү шөғөлөн дауам итә — башлыса үҙе менән бергә тотҡонлоҡта булған әхирәттәренең портреттарын төшөрә, ә улар был һүрәттәрҙе йәшерен рәүештә үҙ ғаиләләренә ебәрергә тырышҡан[9]. 1945 йылдың майында концлагер тотҡондарын СССР армияһы азат иткән. Швеция Ҡыҙыл Тәреһе хәрәкәте саҡырыуы буйынса, бер төркөм ватандаштары менән бергә Майя Березовская Стокгольм ҡалаһына дауаланырға йүнәлә[6].

1946 йылдың июнендә Березовская Польшаға ҡайта, бында ул театрҙарҙа сәхнәне визуаль биҙәү һәм костюм эскиздарын төшөрөү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ үҙ карикатураларын гәзит һәм журналдарҙа баҫтыра, китаптарҙы иллюстрациялай[6].

1977 йылда Майя Березовская тулыһынса һөнәри тормоштан китә. 1978 йылдың 31 майында Варшавала вафат була. Воинские Повонзки зыяратында ерләнә[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #74736840 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #122529901 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Польский биографический онлайн-словарь (пол.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Год рождения 1898 указан на надгробии у могилы художницы, однако по данным Биографического Словаря Польского Театра на самом деле родилась она пятью годами ранее.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Gersz, Aleksandra. Stworzyła polskie porno, obraziła Hitlera, wywoływała skandale. Maja Berezowska to kolorowy ptak polskiej sztuki (пол.). naTemat.pl (22 декабрь 2018). Дата обращения: 27 май 2019.
  7. Czyńska, Małgorzata. [Berezowska. Sex-realistka https://magazynszum.pl/berezowska-sex-realistka/] (пол.). SZUM (19 октябрь 2018). Дата обращения: 27 май 2019.
  8. Kośka, Martyna. Maja Berezowska – Zawsze zbyt śmiała (пол.). IgiMag (15 февраль 2019). Дата обращения: 27 май 2019. 2019 йыл 31 май архивланған.
  9. Kim była Maja Berezowska? (пол.). HarpersBazaar.pl (28 декабрь 2018). Дата обращения: 27 май 2019. 2019 йыл 31 май архивланған.