Эстәлеккә күсергә

Манила

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Манила
тагал Lungsod ng Maynila
ингл. City of Manila
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 24 июнь 1571
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы City of Manila һәм Lungsod ng Maynila
Ҡушамат Pearl of the Orient һәм Queen City of the Pacific and others
Этнохороним Manilan, Manilan·on, Manilenyo, taga-Maynila, manileño[1], Manilano, Manilène[2], Manillaise[2], Manillais[2], manilense[3][1], manileña[1], Manilan·ën, Manilčan һәм Manilčanka
Нигеҙләүсе Легаспи, Мигель Лопес де[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Филиппин[4]
Административ үҙәге Филиппин
Административ-территориаль берәмек Столичный регион[d][4]
Сәғәт бүлкәте Филиппинское стандартное время[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы legislative districts of Manila[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Пасиг[d] һәм Манильский залив[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы мэр Манилы[d]
Хөкүмәт башлығы Honey Lacuna[d][5]
Закондар сығарыу органы Manila City Council[d]
Халыҡ һаны 1 846 513 кеше (1 май 2020)[6]
Административ рәүештә бүленә Бинондо[d][7], Эрмита[d][7], Интрамурос[d][7], Малате[d][7], Пако[d][7], Пандачан[d][7], Порт-Ареа[d][7], Киапо[d][7], Сампалок[d][7], Сан-Мигель[d][7], Сан-Николас[d][7], Санта-Ана[d][7], Санта-Крус[d][7], Тондо[d][7] һәм Санта-Меса[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 9 метр[8]
Совокупные активы 73 694 401 449,64 ₱ (2022)[9][10]
Траты 16 047 340 904,58 ₱[9][10]
Сумма обязательств 26 765 129 719,17 ₱[9]
Электорат 1 133 042[11]
Филиппинская классификации доходов special city income class[d][12][4]
Туғандаш ҡала Акапулько[d], Астана, Бангкок, Пекин, Бухарест, Картахена[d], Гуанчжоу, Хайфа, Гавана, Хошимин, Инчхон, Джакарта, Джерси-Сити[d], Лима[d], Лион[d], Мадрид, Малага[d], Мауи[d], Мехико, Монреаль[13], Мәскәү, Нью-Дели, Ницца, Осака, Сакраменто[d], Сан-Франциско[14], Сантьяго, Себеранг Перай[d], Сидней, Тайчжун[d], Тайбэй, Такацуки[d], Тәһран, Виннипег[d], Иокогама, Кали[d], Гуам, Пусан, Гонолулу[d][15], Шанхай, Панама[d], Санта-Барбара[d], Лос-Анджелес, Лаваль[d][16] һәм Фучжоу[d][17]
Милке Manila City Hall[d]
Сиктәш Навотас[d], Макати[d], Калоокан[d], Кесон-Сити[d], Сан-Хуан[d], Мандалуионг[d] һәм Пасай[d]
Шул уҡ территорияны биләй National Capital Region First District[d]
Ҡулланылған тел тагальский язык[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Civilization V[d]
Майҙан 24,98 км²
Рәсми сайт manila.gov.ph
Һештег Manila
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Подробная карта
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Вид в ночное время
Панорамный вид
Тема географияһы geography of Manila[d]
Классификация климата Кёппена тропический муссонный климат[d]
Тема иҡтисады economy of Manila[d]
Вид с воздуха
Число домохозяйств 486 293[18]
Налоговые поступления 19 691 552 221,49 ₱[9][10]
Индекс бедности 1,1[19]
Урындағы телефон коды 2
Карта
 Манила Викимилектә

Мани́ла (тагал Maynila, Майнила; ингл. һәм исп. Manila) — Филиппин дәүләтенең баш ҡалаһы, илдең Баш ҡала төбәген формалаштырған 16 ҡалаһының береһе (Метро-Манила). Навотас һәм Калоокан (төньяҡта), Кесон-Сити (төньяҡ-көнсығышта), Сан-Хуан һәм Мандалуйонг (көнсығышта), Макати (көньяҡ-көнсығышта) һәм Пасай (көньяҡта) ҡалалары менән сиктәш. Көнбайыштан Манила ҡултығы һыуҙары менән йыуыла. 2007 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса баш ҡалала 1 660 714 кеше йәшәй, Манила — Кесондан һуң илдең икенсе иң ҙур ҡалаһы. Майҙаны — 38,55 км², Манила донъяның халыҡ тығыҙ ултырған ҡалалары иҫәбенә инә [источник не указан 821 день].

Лусон утрауында, Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙенең Манила ҡултығына Пасиг йылғаһы ҡойған урынында урынлашҡан. Ҡалаға нигеҙҙе 1571 йылдың 24 июнендә Лопес де Легаспи һала. Ҡаланың иң боронғо районын — Интрамуросты (һүҙмә-һүҙ тәржемәһе — «диуар») испан хакимиәте 16 быуат аҙағында төҙөй. Унда, башлыса, испан телендә һөйләшкән ғаиләләр йәшәй. Икенсе донъя һуғышы барышында емерелеүгә дусар ителә, әммә һуңынан тергеҙелә. Хәҙерге халыҡ һаны — яҡынса 5 мең кеше.

Тарих барышында Манилаға бик күп һуғыштарҙы кисерергә тура килә, һөҙөмтәлә күп кенә архитектура, мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡылары емереүгә дусар ителә. Хәҙер Манила — бер нисә университеты булған ҙур мәҙәни үҙәк.

Пасиг йылғаһының көньяҡ ярында ҡаланың иң боронғо өлөшө — Интрамурос районы урынлашҡан. Уға нигеҙ 1571 йылда һалына, Икенсе донъя һуғышы йылдарында өлөшләтә емерелә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, боронғо испан архитектураһының ҡайһы бер өлгөләре әлегә тиклем һаҡланған. Иң тәүге сиратта, был — урта быуат ҡәлғәһе диуары, уны 1590 йылда төҙөй башлайҙар. Сантьяго ҡәлғәһе ҡапҡаһы аша ингәндә үк испандарҙың бында булыуы тураһында хәтер «уяна». 1595 йылда Манила бөтә Филиппин архипелагының баш ҡалаһы, шулай уҡ тәүге мәлдәрҙә бөтә Лусонды тип әйтерлек биләп торған провинция үҙәге лә була.

Испандарҙың ҡаланы баҫып алыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Испандар килгәнгә тиклем Манила Ҡытай сауҙагәрҙәре һәм Көнсығыш Азия илдәре вәкилдәре менән сауҙа сәскә атҡан мосолман донъяһының бер өлөшө була. 1570 йылда португал пираттары ҡыҫымы аҫтында Себу утрауынан сигенергә мәжбүр булған Мигель де Легаспи Лопес сәскә атып ултырған мосолман ҡалаһына килеп инә һәм унда үҙенең баш ҡалаһын урынлаштырырға ҡарар итә. Урындағы властар менән мөнәсәбәт урынлаштырыу өсөн тәүҙә Мартин де Гоити ебәрелә. Ул испан тажының абруйын тыныс юл менән урынлаштырырға тырышып ҡарай. Ул мәлдә хакимлыҡ иткән Сөләймән раджа испандар менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуға ҡаршы булмауы, әммә ниндәй ҙә булһа башҡа короллеккә буйһоноуҙың уның пландарына инмәүе тураһында белдерә. Шул ваҡыт инде конкистадорҙар хәрби хәрәкәттәр башлай, һөҙөмтәлә мосолмандар ҡаланы ташлап китергә мәжбүр була. Ахыр сиктә Легаспи үҙ ғәскәре менән килеп инә һәм 1571 йылдың июнь айында 9-сы ҡәлғәне төҙөй башлай. [сығанаҡ 894 көн күрһәтелмәгән]

Ҡолатылған Сөләймән раджа Тондоның Лакандула исемле раджаһынан, пампанган һәм пангасинандарҙан ярҙам алырға тырышып ҡарай, шулай уҡ үҙенә буйһонған тагалдарҙы йыйып, испандарға ҡаршы сыға. Бангкусай янындағы алышта ул һәләк була. Ә Манилала урындағы халыҡты христианлаштырыу буйынса ҡыҙыу эшмәкәрлек башлана. Шул мәлдә ҡала бөтә Көньяҡ-Көнсығыш Азияла христианлаштырыуҙың төп терәк пунктына әйләнә. Төрлө ордендарға ҡараған миссионерҙар, монахтар: августин, францискандар, доминикандар, иезуиттар һәм башҡалар Манилаға ағыла. Августиндар 1588 йылда Манилала Малате сиркәүен төҙөй. Испандар коммерция монополияһын урынлаштыра, был өлкәнән ҡытайҙар ҡыҫырыҡлап сығарыла.

Инфраструктураһының үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1574 йылда ҡытай пираты Лимагон[en] ҡаланы баҫып алырға тырышып ҡарай. Уның ҡарамағында 62 судно һәм 3000 яугир була. Әммә ынтылыштары уңышһыҙ була. Губернатор Гвидо де Лавесарис һәм офицер Хуан де Сальседо ни бары 500 һалдаты менән ҡытай-япон флоты һөжүмен кире ҡаға.

1601 йылда Манилала затлы нәҫелдән булғандар өсөн семинария асыла, ул илдәге тәүге уҡыу йорто була ла инде. Ҡала тарихында ҡыҫҡа ваҡытта инглиз хакмилығы булып ала. Ете йыллыҡ һуғыш барышында инглиздәр Маниланы баҫып ала һәм ике йыл дауамында (1762—1764) үҙ ҡулдарында тотоп тора. 1763 йылда Париж тыныслыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң улар ҡаланы ташлап китә.

Артабанғы дәүерҙә Колониаль баш ҡалала күп һанда һәйкәлдәр ҡалҡып сыға: йәмәғәт һәм шәхси һарайҙар, ғибәҙәтханалар һәм монастырҙар төҙөлә. Манилала беренсе Азия университеты асыла, уға Фома Аквинский исеме бирелә. Һиндостан һәм Латин Америкаһының баш ҡалаларында университеттар күпкә һуңғараҡ барлыҡҡа килә. Илдә яңы «уҡымышлылар», икенсе төрлө әйткәндә, креолдар, метистар һәм ерле халыҡ вәкилдәре менән тулыланған белемле кешеләр синыфы барлыҡҡа килә.

Шуның менән бергә белемле кешеләр тарафынан айырыуса тиҙ үҙләштерелә торған либераллек идеялары тарала. Антиклерикаль масон фекерҙәре тарала. Испандарға һәм колониаль иҙеүгә ҡаршы масондарҙан, күбеһенсә Манила буржуазияһы вәкилдәренән торған ойошмалар хасил була. Башҡа райондарға ла бындай идеялар үтеп инә башлай.

Испан-Америка һуғышы барышында, Кавита янындағы алыштан һуң, 1898 йылдың авгусында, американдар Маниланы баҫып ала. Испан флоты бухтала ҡыйратыла. Халыҡтың бер өлөшө американдар яҡлы була: уларҙы испан иҙеүенә ҡаршы көрәштә азат итеүсе тип ҡабул итәләр. Ләкин, асылда, Американың баҫып алыуы колониализмдың яңы варианты ғына була. 1901 йылдың июленә тиклем американдар, хәрби көс ҡулланып, ҡаты һәм мәрхәмәтһеҙ рәүештә идара итә. Шуға ҡарамаҫтан, филиппиндар, айырыуса буржуазия араһында улар яҡлылар була.

Икенсе донъя һуғышы осоронда Маниланы япон ғәскәрҙәре баҫып ала. 1941 йылдың 7 декабрендә Японияның Пёрл-Харборға һөжүменән һуң, илдә япондар яҡлы коллаборацион хөкүмәт формалаша, уның резиденцияһы Манилала урынлаша. Американдар ҙа, шулай уҡ филиппиндар ҙа бер юлы япон оккупанттарына ҡаршы сыға. 1944 йылдың ноябре — 1945 йылдың февралендә Япон императоры армияһы һалдаттары ҡалала һәм һәм уның тирә-яғында йәшәүселәрҙе ҡыра, яҡынса 100 000 тыныс тормошта йәшәүсе кеше үлтерелә[20]. Манила өсөн һуғыш барышында (1945 йылдың 3 февраленән 3 мартында тиклем) ҡаланың байтаҡ өлөшө американдарҙың бомбаларынан емерелә.

1975 йылдың 1 октябрендә Манилала Мөхәммәт Али һәм Джо Фрейзер араһында боксерҙар алышы үткәрелә, Али был уйында үҙенең донъя чемпионы титулын яҡлай. Алышты Манилалағы триллер тип атайҙар, Али менән Фрейзер араһында үткәрелгән өс матчлы ҡапма-ҡаршылыҡтың кульминацияһы була ул.

Ҡала картаһы
МКС Манила фотоһы (үҙәктән һулда) һәм уны уратып алған ҡалалар.

Манила Лусон утрауының көнбайыш өлөшөндә, Манила ҡултығының көнсығыш ярында, Азия ҡитғаһынан яҡынса 1300 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Пасиг йылғаһы ҡаланы ике өлөшкә бүлә. Ҡала территорияһы Пасиг йылғаһының боронғо аллювиаль ултырмаларынан ғибәрәт, ерҙең бер өлөшө ҡултыҡтан «яулап» алынған. Маниланың майҙаны 38,55 км² тәшкил итә һәм административ рәүештә 897 барангайға бүленә. Һәр барангайҙың үҙ рәйесе һәм совет ағзалары бар. Барангайҙар 100 зонаға ҡарай, ә зоналар үҙ сиратында 16 географик районға бүленгән. Был зоналар һәм райондарҙың урындағы үҙидара формалары юҡ. 16 район Маниланың 6 закон сығарыу округына берләшә.

Маниланы үҙ эсенә алған ҡала агломерацияһы Милли баш ҡала төбәген (National Capital Region) — Филиппиндың провинцияларға бүленмәгән берҙән-бер төбәген барлыҡҡа килтерә. Маниланан тыш баш ҡала агломерацияһына түбәндәге ҡалалар инә : Калоокан, Навотас, Малабон, Валенсуэла, Марикина, Пасай, Пасиг, Мандалуйонг, Сан-Хуан, Макати, Тагиг, Паранаке, Лас-Пиньяс, Мунтинлупа, Кесон.

Экологик проблемалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала сәнәғәт һәм транспорт ташландыҡтарынан ныҡ зыян күрә[21]. Сәнәғәт ҡалдыҡтары сүплектәре лә тирә-яҡ мөхитте бысрата. Ҡала һыҙаты эсендәге бер нисә йылға — үле йылғалар тип иҫәпләнә. Пасиг донъяла иң бысраҡ йылғаларҙың береһе, 2003 йыл мәғлүмәттәре буйынса был йылғаға көн һайын 75 тонна сәнәғәт һәм 150 тонна көнкүреш ҡалдыҡтары түгелә[22]. Ҡала инфраструктураһының үҫешмәгән булыуы — бысртыуҙарҙың төп сәбәбе[23]. Эрмит районда иң насар һауа тип билдәләнә.

Маниланың климаты субэкваториаль, ҡоро һәм ямғырлы сезондар бер-бер артлы килә. Декабрҙең икенсе яртыһынан май айына тиклем ҡоро миҙгел, йылдың ҡалған өлөшөндә ямғырҙар миҙгеле.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 34,4 35,0 36,5 37,2 38,0 39,5 35,5 34,5 36,2 35,2 34,5 34,2 39,5
Уртаса максимум, °C 29,5 30,3 31,9 33,3 33,1 32,1 31,1 30,6 30,7 31,0 30,8 29,7 31,2
Уртаса температура, °C 26,8 27,4 28,6 30,0 30,0 29,3 28,5 28,2 28,3 28,4 28,1 27,1 28,4
Уртаса минимум, °C 23,9 24,3 25,4 26,7 26,9 26,4 25,9 25,8 25,8 25,8 25,3 24,3 25,5
Абсолют минимум, °C 19,0 18,2 20,0 20,0 20,5 20,0 21,0 21,0 20,0 21,5 20,2 17,0 17,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 29 12 14 19 136 225 324 350 269 211 94 60 1742
Һыу температураһы, °C 27 27 28 29 30 30 30 29 29 29 29 28 29
Сығанаҡ: «Погода и Климат»

Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сан-Агустин сиркәүе

Манила архиепархияһы үҙәге булараҡ, илдәге иң өлкән ҡала бик күп сиркәүҙәрҙе үҙенә һыйындырған. Манила кафедраль соборы (Малая базилика Непорочного зачатия) — архиепархияның соборы. Ҡалала тағы ла өс базилика бар. Сан-Агустин — илдең беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған боронғо сиркәүе, ул 1607 йылда төҙөлгән. 1993 йылда Сан-Агустин сиркәүе Филиппиндың ЮНЕСКО тарафынан «Барокко стилендәге Филиппин сиркәүҙәре» исеме аҫтында мираҫ объекттары тип танылған дүрт сиркәүенең береһе. Бынан тыш Манилала урындағы ҡытай общиналары төҙөгән бер нисә будда һәм даос ғибәҙәтханалары бар. Ярайһы уҡ ҙур ғына мосолман общинаһы йәшәгән Кьяпо районында Әд-Дахаб мәсете (Алтын мәсет), шулай уҡ Йәшел мәсет бар.

Филиппиндың мәҙәни үҙәге булған Манилала музейҙар ҙа бихисап. Илдәге ҡытай общинаһының тормошо, Филиппиндың мәҙәниәтенә улар индергән өлөш тураһында һөйләгән Бахай Тсиной музейы — баш ҡаланың билдәле музейҙарының береһе. Интрамуростағы Яҡтылыҡ һәм тауыш музейы Рисаль етәкселегендәге Филиппин революцияһына арнала. Баш ҡала музейы һәм Манила музейында илдең мәҙәниәте һәм тарихы тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған. Памбаталағы Балалар музейы, Филиппиндың Сәйәси тарихы музейы, Филиппиндың Милли музейы һәм башҡа музейҙар ҡыҙыҡһыныусыларға бик күп нәмә тураһында һөйләй ала.

Баш ҡалалағы иҫләлекле урындар исемлегенә, һис шикһеҙ, Рисаль паркы ла инә. Парк урынлашҡан урында испан хакимлығына ҡаршы восттание әҙерләгәне өсөн Филиппиндың милли геройы Хосе Рисаль язалана, аҙаҡ уның хөрмәтенә ошо урында парк булдырырға ҡарар ителә. Парктағы япон һәм ҡытай баҡсалары иғтибарҙы үҙенә тартып тора, ошонда уҡ планетарий, милли китапхана, күбәләктәр павильоны, орхидариум, океанариум урынлашҡан. Хәрби ҡоролмаларҙан АҠШ армияһы төҙөгән форт Драм (инг.)баш.

2007 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡалала 1 660 714 кеше йәшәй. Был — донъяның халыҡ тығыҙ ултырған ҡалаларының береһе, халыҡ тығыҙлығы — 43/км²[24], ә 6-сы районда халыҡ тығыҙлығы 68 266 кеше/км² етә. Халыҡ араһында иң таралған тел — филиппин теле (нигеҙҙә, тагаль теле). Бизнес һәм мәғариф өлкәһендә инглиз теле киң ҡулланыла.

Католиктар Манила халҡының 93,5 процентын тәшкил итә; Бойондороҡһоҙ Филлин сиркәүенә йөрөүселәр — 2,4 %; Христос сиркәүен өҫтөн күреүселәр — 1,9 %; протестанттар — 1,8 %; буддистар — 1,1 %; башҡа диндәрҙе тотоусылар — 1,4 %[25].

Уңайлы гаване булған Манила — илдең төп порты һәм донъяның үтә йәнле порттарының береһе. Бында химикаттар, текстиль, кейем-һалым, электроника, аҙыҡ-түлек, тәмәке изделиелары фанера һәм башҡа тормош өсөн кәрәк булған тауарҙар етештерелә.

Ҡалаға йылына 1 миллиондан ашыу турист килә.

Роксас бульвары — ҡаланың төп транспорт артерияларының береһе
Джипни — Манилалағы маршрут таксиһы

Манила — Лусон утрауы системаһында иң эре тимер юл транспорты үзелы. Ҡаланы Ниной Акино исемендәге халыҡ-ара аэропорт хеҙмәтләндерә. 2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса аэропорт аша йылына 31 млн пассажир үтә. Пекин, Токио, Пусан, Сеул, Гонконг, Бангкок, Нагоя, Дубай, Гонолулу, Сингапур, Доха, Лос-Анджелес һәм башҡа йүнәлештәр буйынса халыҡ-ара рейстар үтәлә..

Ҡалала автомобиль транспорты киң ҡулланыла.

Филиппиндың Рисаль паркындағы Милли китапханаһы

Манилала университеттар һәм колледждар ҙа бихисап. КҮпселек уҡыу йорттары Интрамурос районында урынлашған. Маниланың уҡыу йорттары:

  • Санто-Томас университеты (University of Santo Tomas)
  • Коледжио-де-Сан-Хуан-де-Летран (Colegio de San Juan de Letran)
  • Атенео-де-Манила университеты (Ateneo de Manila University)
  • Манила ҡалаһы университеты (University of the City of Manila)
  • Манила университеты (Universidad De Manila)
  • Филиппин Манилаһы университеты (University of the Philippines Manila)
  • Филиппин университеты (University of the Philippines)
  • Филиппин политехнический университеты (Polytechnic University of the Philippines,)

Ҡалып:Wikidata/SisterCities/Манила

  1. 1,0 1,1 1,2 Real Academia Española (unspecified title) (исп.)
  2. 2,0 2,1 2,2 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  3. https://www.gutenberg.org/cache/epub/30903/pg30903-images.html
  4. 4,0 4,1 4,2 https://psa.gov.ph/classification/psgc/?q=psgc/submuni/133900000
  5. https://newsinfo.inquirer.net/1596422/manila-proclaims-honey-lacuna-as-first-female-mayor
  6. 2020 Census of Population and Housing (2020 CPH) Population Counts Declared Official by the PresidentPhilippine Statistics Authority, 2021.
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 http://nap.psa.gov.ph/activestats/psgc/province.asp?provcode=133900000&regName=NCR%20-%20National%20Capital%20Region
  8. Mappa topografica Manila (итал.)
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 2022 Annual Audit Report, City of ManilaCommission on Audit, 2023.
  10. 10,0 10,1 10,2 Financial Statement of ManilaCommission on Audit, 2023.
  11. Number and Turn-Out of Registered Voters and Voters Who Actually Voted by City/Municipality May 9, 2022 National and Local ElectionsCommission on Elections, 2022.
  12. https://psa.gov.ph/classification/psgc/downloads/PSGC%20Publication%20Dec2018.xlsx
  13. Manila-Montreal Sister City Agreement Holds Potential for Better Cooperation : Philippines : Gov.Ph : News
  14. https://oewd.org/san-francisco-sister-cities
  15. https://www4.honolulu.gov/docushare/dsweb/Get/Document-114367/80-49.pdf
  16. https://www.laval.ca/Pages/Fr/Affaires/ententes-economiques-et-villes-jumelees.aspx
  17. http://www.fuzhou.gov.cn/zgfzzt/zjrc/gjyhcs/202201/P020220117351044590058.pdf
  18. Household Population, Number of Households, and Average Household Size of the Philippines (2020 Census of Population and Housing)Philippine Statistics Authority, 2022.
  19. PSA Releases the 2021 City and Municipal Level Poverty EstimatesPhilippine Statistics Authority, 2024.
  20. Worst Massacres of the 20th Century
  21. City Profiles:Manila, Philippines. United Nations. Дата обращения: 4 март 2010. Архивировано 30 май 2012 года.
  22. Pasig now one of world’s most polluted rivers. Philippine Daily Inquire. Дата обращения: 18 июнь 2010. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 30 май архивланған.
  23. The Manila Floods: Why Wasn't the City Prepared? TIME. Дата обращения: 17 май 2010. Архивировано 30 май 2012 года. 2018 йыл 5 сентябрь архивланған.
  24. World's Densest Cities. Forbes. Дата обращения: 6 апрель 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  25. Manila ("Maynila"). Дата обращения: 22 октябрь 2010. Архивировано 25 ғинуар 2011 года. 2011 йыл 25 ғинуар архивланған.