Мартинсон Муа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мартинсон Муа
швед. Moa Martinson
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 2 ноябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Ворднес[d], Линчёпинг[d], Эстергётланд[d], Швеция[4][2]
Вафат булған көнө 5 август 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2] (73 йәш)
Вафат булған урыны Сорунда[d], Швеция[4][2]
Хәләл ефете Харри Мартинсон[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле швед теле
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист
Сәнғәт йүнәлеше пролетарская литература[d]
Жанр пролетарская литература[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре nordicwomensliterature.net/…
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Мартинсон Муа Викимилектә

Мартинсон Муа (Хельга Мария Муа-Моа), ысын исеме Хельга Свартс; 2 ноябрь 1890 йыл — 5 август 1964 йыл) — швед яҙыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Муа Martinson 1890 йылдың 2 ноябрендә Эстерйётландта йылда тыуған. Әсәһе туҡыусы булып эшләгән.

Үҙенең автобиографияһына таянып яҙылған романдар серияһының баш һүҙендә Муа Мартинсон: «Минең турала дөрөҫлөк — һеҙҙең турала дөрөҫлөк, ҡәҙерле уҡыусылар!» —тип яҙа . Ысынлап та, уның ауыр бала сағы, йәшлек осоро тураһындағы китаптарында шул осорҙағы Швециялағы меңдәрсә кешенең яҙмышы сағыла.

Муа Мартинсондың әҙәбиәткә юлы ябай булмай. Хельга Свартс, һуңыраҡ Муа Мартинсон, 1890 году Эстергётландта тыуған. Фабрикала эшләгән ҡатындың « никахһыҙ» тыуған ҡыҙына бала саҡтан әллә күпме михнәт сигергә тура килә. Мәктәптә уҡыу бик ауырға төшә, сөнки әсәһен ауыр тормош бер урындан икенсе урынға ҡыуып йөрөтә. Ҡыҙҙың үҙ аллы тормошо ла еңел башланмай.

1920 йылда ул кейәүгә сыға һәм бәләкәй генә крәҫтиән өйөндә йәшәй башлай. Ире эшләгән биш баланы туйҙырырға етмәй, шуға йәш ҡатын бай крәҫтиәндәргә көнлөксө булып яллана. Ауыр хеҙмәт тә, көндәлек аҙыҡ табыу, балалар тураһында ҡайғыртыу ҙа уны һындыра алмай . Уның тормошо — бик ауыр һәм фәжиғәле . Алкоголик ире үҙ үҙенә ҡул һала, ике балаһы фәжиғәле һәләк була. Ләкин Муа бирешмәй, хатта ауыр ысынбарлыҡҡа ҡаршы көрәшергә көс таба . Бөтә буш ваҡытын ул уҡып үткәрә. Муа (Хельга) Горький һәм Нексе, Золя һәм Достоевскийҙы уҡый. 20-се йылдар уртаһынан башлап, Муа йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек итә, очерктар һәм фельетондар баҫтыра. Уның сәйәси ҡараштары әле бик тотороҡло булмай, ләкин әкренләп ул коммунистар партияһына яҡынлаша. "Әгәр мин сәйәсмән булһам, — ти Муа Мартинсон, — бар көсөмдө коммунистар партияһына бирер инем, уның сәйәсәте барыһынан да нығыраҡ минең ғүмер һыҙған юлыма тап килә ".

One of the textile mills in Norrköping, Förenade Yllefabrikerna, 1953

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

20-сы йылдар аҙағында Муа Мартинсон әҙәбиәткә килә. Үҙенең ҡеүәтләүсеһе тип ул Мартин Андерсен-Нексены атай. Уның әҫәрҙәре, бигерәк тә «Пелле- баҫып алыусы» романы уға иҫ китес тәьҫир яһай, һәм ул Нексегә үҙенең хистәре тураһында яҙып ебәрә. Нексе уға " Дитте, әҙәм балаһы " романын ебәрә һәм Муаға «яҙышырға батырсылыҡ» биргән йылы эстәлекле хат яҙа. Үҙенең тәүге әҙәби тәжриәбәләре тураһында яҙғанда, Мартинсон тәүге әҫәрҙәрендә үк буржуаз яҙыусылар ялған хозурлыҡ ҡорғаны артында йәшереп ҡалырға теләгән хәйерселек, ярлылыҡтан был ҡорғанды алып ташлай, рәхимһеҙ ысынбарлыҡты асып һала. Ул халыҡтың ысын тормошо тураһында яҙырға тейеш икәнен аңлай, китап йәлләү тойғоһо уятып ҡына ҡалырға тейеш түгел, ә ярлылыҡты булдырған тәртиптәрҙе күрә алмау һәм уларҙан ҡотолоу теләген тыуҙырырға тейеш була . Ҡайһы бер буржуаз яҙыусылар ауыр тормош иҙеүендә йәшәгән эшсе һәм крәҫтиәндәр тураһында « улар ҙа кеше», тип уйлаһа, Муа Мартинсон нәҡ эшселәр барыһынан да бигерәк Кеше тигән юғары исемгә лайыҡ , тип иҫбатлай. Уның фекеренсә, «нескә хистәр бай һәм уҡымышлыларҙың привилегияһы түгел», «эшсе ҡатындың фантазияһы һәм хистәре бай ҡатындыҡы кеүек үк, хатта көслөрәк тә».

Moa Martinsson’s Stairs in Sylten, Norrköping

30-се йылдар — прогрессив швед әҙәбиәтенең сәскә атҡан осоро. Иосеф Челгрен, Арнольд Юнгдаль, Ивар Лу-Йохансон, Ян Фридегор, Артур Лундквист, Эрик Асклунд үҙ ижадын эшселәр тормошон яҡтыртыуға, халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлай .

Үҙенең тәүге китаптары менән үк Муа Мартинсон Швеция әҙиптәре араһында үҙ урынын ала. Уның ижады күп ҡырлы. Тәүге романы- «Ҡатын һәм алмағас» (1933). Уның художество ысулына Максим Горький һәм М.Андерсен- Нексё тәьҫир иткән.

Автобиографияһына нигеҙләнеп яҙылған «Әсәйем кейәүгә сыға» тетралогияһы авторы, (1936, урыҫ теленә 1957 йылда тәржемә ителгән) «Никах» (1938), «Король розалары» (1939), «Мин шағирҙы ҡаршы алам» (1950) әҫәрҙәрендә үҙенең төрлө ауырлыҡтар, һынауҙар менән үткән йәшлеген һүрәтләй. «Швед стенаһы артында» (1944) исемле очерктар һәм хикәйәләр йыйынтығы авторы. Икенсе донъя һуғышы (1939—1945) осоронда фашизмға ҡаршы була. Уның ижады социалистик идеялар менән һуғарылған, статор мәктәбенә яҡын тора.

Муа Мартинсон— эшсе ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһында хикәйәләр авторы. XVIII—XIX быуаттарҙағы швед крәҫтиәндәре тураһындағы тарихи трилогия яҙған (1940—1950)- «Йондоҙҙар аҫтындағы юл» (1940), «Утлы лилиялар» (1941), «Ғүмер байрамы» (1950) . Муа Мартинсон — ҡыҫҡа хикәйәләр, көнкүреш тураһындағы очерктар оҫтаһы. Уның хикәйәләре һәм очерктары «Швед стенаһы артында» (1944), «Һуғыштар араһында мөхәббәт» (1947) йыйынтыҡтарында донъя күргән.

Муа Мартинсон һәр ваҡыт ябай кешеләр тормошо тураһында яҙа. Ул: « Ҙур кешеләр тарих биттәренә эләгер. Уларҙан тыш һәр береһенең үҙ яҙмышы булған бәләкәй, бер кемгә лә күренмәгән кешеләр бар. Һәм мин уларҙың тормошон көн яҡтыһына сығарып, күрһәтергә теләйем».

Ләкин Муа Мартинсондың персонаждарын шартлы рәүештә генә «бәләкәй кешеләр» тип, тик уларҙың йәмғиәт системаһы тоҙағындағы урындары буйынса ғына, атап була . Муа Мартинсондың «бәләкәй кеше» тураһындағы һәр әҫәре — уның ҙур трагедияһы тураһындағы хикәйә. Ябай халыҡтың көндәлек тормошонан алынған хәл-ваҡиғаларҙы яҙыусы дөйөм йәмғиәттәге законға ярашлы эҙмә-эҙлеклелек менән бәйләй, ул ҡала һәм ауыл кешеләрен мәңге бөтмәҫ ярлылыҡ һаҙлығында тота ла инде.

Үҙ заманының күп яҙыусылары кеүек Муа Мартинсон эшсе, крәҫтәндәрҙе йәлләтерлек хикәйәләр генә яҙмай, ул ябай кешеләрҙең рухи көсөнә, ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк бер саҡ өҫкә сығырына ышана.

Муа Мартинсон геройҙары бик һирәк кенә синфи иҙеүгә ҡаршы әүҙем, ойошҡан сәйәси көрәшкә күтәрелә. Ләкин ул кемдәр дөрөҫлөк өсөн көрәшә икәнен белә. «Ҙур кешеләр» исемле очеркта ул фашизмға ҡаршы көрәшергә көс тапҡан, язалауҙарҙан, ғазаплауҙарҙан ҡурҡмай, кешелекте ҡурҡыныс фашизм сиренән ҡотҡарыу өсөн үлемгә барыусылар тураһында яҙа.

Әҙип 1964 йылдың 5 авгусында Сорудала вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118865862 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 H Maria (Moa) Martinson (швед.) — 1917.
  3. Moa Martinson // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 4,0 4,1 Sveriges dödbok 1901–2009 (швед.) — 5 — Solna: Sveriges Släktforskarförbund, 2010. — ISBN 978-91-87676-59-8

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Соч.: Du är den enda, Stockh., 1952; Kvinnorna p Kummeisjö, Stockh., 1955; Hemligheten, Stockh., 1959; в русском переводе ‒ Пеленка и цветок, в сборнике: Рассказы скандинавских писателей, М., 1957; Восемь лет спустя, в сборнике: Шведская новелла XIX‒XX вв., М., 1964.
  • Лунгина Л., Глазами ребёнка. Рец., «Иностранная литература»,1958, № 10; Oldberg R., Nutids författare, Stockh., 1949; Runnquist ., Arbetarskildrare. Frn Hedenvind till Fridell, Stockh.,1952.