«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 1 май 1944
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә "Киевты обороналаған өсөн" миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә «Совет Поляр түңәрәк аръяғын обороналаған өсөн» миҙалы[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән баҡыр иретмәһе[d]
Проектлаусы Николай Москалёв[d]
Изображение орденской планки
Һаны 870 000
Лауреаттар категорияһы Категория:«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
 «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы Викимилектә

«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 1 майында сыҡҡан указына ярашлы булдырыла. Миҙал һүрәте авторы — рәссам Н. И. Москалёв.

«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән Кавказды обораналауҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армияһы, Хәрби-Диңгеҙ Флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ оборонала туранан-тура ҡатнашҡан граждандар.

«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР миҙалдары булған осраҡта «Киевты обороналаған өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

1985 йылға ҡарата «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән яҡынса 870 000 кеше бүләкләнгән.

Миҙал тураһындағы Положение[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүгә Кавказды оборолауҙа ҡатнашҡан РККА, ХДФ һәм НКВД хәрбиҙәре, шулай уҡ оборонала туранан-тура ҡатнашыусылар.

Наградаларҙы тапшырыу СССР Юғары Совнты Президиумы исеменән Кавказды обороналауҙа ҡатнашыу тураһындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә үткәрелә.

Миҙал тапшырыла:

  • Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты ғәскәри частары Һәм НКВД ғәскәрҙәре хәрбиҙәренә — ғәскәри частар командирҙарына, ә армия составынан һәм флоттан сыҡҡан кешеләргә өлкә, район һәм ҡала хәрби комиссарҙарыы йәшәү урыны буйынса бүләкләй;
  • Кавказды обороналауҙа ҡатнашҡан граждан халҡына—Краснодар һәм Ставрополь край эшселәр депутаттары Советтары, Грузия ССР-ы, Әзербайжан ССР-ы, Төньяҡ осетия АССР һәм Ҡабарҙы АССР-ы Юғары Советтары Президиумдары тапшыра.

«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы Кавказды обораналауҙа ысынында 1942 йылдың июленән 1943 йылдың октябренә тиклемге осорҙа өс айҙан да кәм булмаған ваҡыт ҡатнашыу өсөн бирелә.

«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы граждандарҙың Кавказды обораналауҙа 1942 йылдың июленән 1943 йылдың октябренә тиклемге осорҙа, ә шулай уҡ 1941 йылдың көҙөнән алып обороналау рубеждарын һәм нығытмаларын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға бирелә.

Кавказды обороналау осоронда яраланған йәки ошо уҡ осорҙа башҡа СССР ордендарына һәм миҙалдарына лайыҡ булған хәрбиҙәргә һәм граждандарға «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы оборонала ҡатнашыу срогына ҡарамаҫтан бирелә.

Миҙалдың тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формаһында эшләнә.

Миҙалдың алғы яғында Эльбрус тауы һүрәтләнгән. Аҫҡы өлөшөндә, тау итәгендә — нефть вышкалары һәм хәрәкәт итеүсе танкылар. Тау түбәләрендә самоллеттарҙың силуэттары күренә. Миҙалдың өҫкө өлөшөндә түңәрәк буйлап — «ЗА ОБОРОНУ КАВКАЗА» яҙыуы. Миҙалдың алғы яғы фигуралы тирәс менән ҡаймаланған, унда виноград тәлғәштәре һәм сәскәләр һүрәтләнгән. Тирәстең өҫкө өлөшөндә биш осло бәләкәй йондоҙ. Аҫҡы өлөшөндәге таҫмала «СССР» яҙыуы һәм улар араһында ураҡ һәм сүкеш һүрәте.

Миҙалдың кире яғында — «ЗА НАШУ СОВЕТСКУЮ РОДИНУ» яҙыуы. Яҙыу өҫтөндә — ураҡ һәм сүкеш һүрәте.

Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.

Миҙал ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Биш мөйөшлө ҡалып һарғылт-йәшел (зәйтүн) төҫөндәге таҫма менән уратылған, уның киңлеге 24 мм. Таҫманың уртаһынан 2 мм киңлеге булған ике аҡ буй һарғылт-йәшел буй менән аралаштырыла. Таҫманың ситтәренән һәр береһе 2,5 мм киңлеге булған күк төҫтәге буйҙар үтә.

Иллюстрациялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 86—87. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 80—81.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]