Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы
Тыуған көнө:

15 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Баязит ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, йырсы

Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы (15 март 1957 йыл) — журналист, йырсы, композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай[1].

Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай.

1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй.

1996 йылда «Башҡортостан» ДТРК-һына радио дикторы итеп ҡабул ителә.

Йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге йәш башҡарыусылар конкурстары лауреаты
  • Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән «Дуҫлыҡ йыры» конкурсы дипломанты

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Көҙ миҙгеле танһыҡ миңә». Башҡортостан (29 май 2012). Дата обращения: 16 март 2018. 2018 йыл 21 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]