Абросимов Владимир Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абросимов Владимир Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 октябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Химки ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 август 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (69 йәш)
Һөнәр төрө театр актёры, театр режиссёры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Абросимов Владимир Сергеевич (10 октябрь 1948 йыл15 август 2018 йыл) — театр актёры, режиссёр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) һәм атҡаҙанған (1998) артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Сергеевич Абросимов 1948 йылдың 10 октябрендә Химки ҡалаһында тыуған.

1975 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын (педагогы — Г. Г. Ғиляжев), 1991 йылда Б. В. Щукин исемендәге Юғары театр училищеһының режиссёрлыҡ бүлеген тамамлай (А. М. Поламишев курсы).

19751990 йылдарҙа һәм 1993 йылдан алып Абросимов Владимир Сергеевич Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры артисы. 1990 йылда Өфөлә Йәш тамашасылар театрында режиссёр булып эшләй. 19911993 йылдарҙа — Чита өлкә драма театры режиссёры.

Режиссер булараҡ, ошондай спектаклдәр ҡуя: «Хрустальный башмачок» (Т. Габбе), «Сыщик» (А. Линдгрен), «Маленький призрак» (М. Машаду), «Мистер лягушонок» (Г. Арсентьев һәм И. Голубева).

Спектаклдәрҙә ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Толик («Долги наши», Я. Э. Володарский; дебют, 1974),

Иван Коломийцев — М.Горький, «Последние»;

Леандро — Д.Флетчер, Ф.Мессинджер, «Испанский священник»;

Миша Ерофеев — В.Астафьев, «Прости меня!»;

Паскуалино — Эдуардо де Филиппо, «Рождество в доме синьора Купьелло»;

Пирогов — Н. В. Гоголь, «Ах, Невский!»;

Присыпкин — В.Маяковский, «Клоп»;

Шмага — А. Н. Островский, «Без вины виноватые»;

Жених — Б. Брехт «Мещанская свадьба»;

Лаэрт — У. Шекспир, «Гамлет»;

Семен Семенович Двоеточие — М. Горький, «Дачники»;

Хозяин — М. Ладо, «Очень простая история»;

Томбовский Шелест Вениаминович — А.Иванов, «Несерьезные намерения»;

Ибраһим — Э. Э. Шмитт, «Ибраһим әфәнде һәм Ҡөрьән сәскәләре»;

Хикәйәсе, Судья Аздак, Лаврентий — Б.Брехт, «Кавказский меловой круг»;

Игрок — М. Ю. Лермонтов, «Маскарад»;

Мистер Веласко — Нил Саймон, «Босиком по парку»;

Чаппа — Эдуардо де Филиппо, «Неаполь — город миллионеров»;

Хусто — А. Портес, «Все кувырком».

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1998 й.),
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007 й.),
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003 й.)
  • «Театр яҙы» Республика фестивалендә тәнҡит призына лайыҡ була («Семейный портрет с посторонним» спектаклендәге Тимофей роле өсөн) (Стәрлетамаҡ, 1995 й.);
  • «Иң яҡшы ирҙәр роле» (Лаврентий һәм Аздактың «Кавказский меловой круг» спектаклендә хикәйәсе ролен өсөн) «Матбуғат-2003» рейтингы буйынса (Өфө).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Статья в электронной версии Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)